Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 260 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕНӘН
һуҙендә, йөрөш-торошонда — мәҙрәсә еҫе. А. Таһиров.
2. ҡар. наҙланыу. Менәҙләнеп, ашар-ашамаҫ ултыра. Менәҙләнеп йөрөу. Менәҙ-ләнә башлай.
МЕНӘН I (Р.: с; И.: with; T: ile) бәйл.
1. Төп килештәге исемдәр һәм эйәлек килешендәге алмаштар менән килеп, бер-гәлек һәм ҡатнашлыҡ мөнәсәбәтен белдерә. □ С, со, вместе с (послелог употребляется в сочетании с существительным в основном падеже, с местоимением в притяжательном падеже). Иптәш менән килеу. Кеше менән һөйләшеу. Апайың менән ҡайт. Атайың менән бар. ■ Яратҡаным менән йәшәп ҡалдым, балаларым һиндә тәпәй баҫты. Т. Ғәниева. Фаил машина менән һөйләшеп бөткәс, ҡулдары менән уны һыйпаштырып, иркәләп сыҡты. Р. Әхмәтов.
2. Төркөмдәрҙе белдергән һүҙҙәргә ҡушылып, бергәлек, тулылыҡ мәғәнәһен белдерә. □ С (в сочетании со словами показывает группу или совместность). Ғаиләһе менән. Ауылы менән. Өйөрө менән. ■ Инде ни эшләр балалары менән япа-яңғыҙ? «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005. Мырҙағәле иптәштәре менән бесән йыйыуҙа, кәбән ҡойоуҙа ҡатнаша. Ж. Кейекбаев.
3. Мөнәсәбәте булған эш-хәлде, нәмәне күрһәтә. □ Выражает отношение предмета, действия и процесса к чему-л. или кому-л. Мәсьәлә менән ҡыҙыҡһыныу. ■ Тегенеһе, уйын менән мауығып, Рифаттың һуҙҙәрен аңламай ҡалды. Р. Әхмәтов. Ас ҡапҡаңды, мин һиңә йомош менән килдем. Әкиәттән. [К. Б. Толкачев:] Иң тәуҙә мин һеҙҙең куркәм журналығыҙ аша йәмғиәтебеҙҙең иң матур, иң гузәл өлөшө булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы 8 Март байрамы менән ҡайнар ҡотлайым. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005.
4. Кемдең йәки ниҙеңдер эстәлегендә, сифатында булған нәмәне белдерә. □ Показывает качество и свойство сущности чего-л. ■ Үҙеңдең матур кешелек сифаттарың менән кеше куңелен яуларға кәрәк. Интернет селтәренән. Малың булмаһа ла, даның булһын, даны менән ҡиммәт ир башы.
Халыҡ йырынан. • Ағас емеше менән, кеше эше менән ҡиммәт. Әйтем.
5. Эш-хәлде ҡылыҡһырлаған нәмәне белдерә. □ В сочетании с существительным выражает состояние или действие. Грипп менән ауырыу. Дауаханала һуҡыр эсәк менән ята.
6. Эш-хәлгә сәбәп булған нәмәне белдерә. □ В сочетании с существительным выражает причину состояния или действия. ■ Үҙегеҙҙе тотошоғоҙ, кейемегеҙ, хәбәрегеҙ менән башҡалар алдында уңайһыҙ хәлгә ҡала курмәгеҙ. Интернет селтәренән. Таштуғайҡай елле туғай икән, сәскәләре ҡойола ел менән. Халыҡ йырынан. • Ашаған менән мал бөтмәҫ. Әйтем. Кәңәш менән беселгән тунда кәмселек булмаҫ. Әйтем.
7. Файҙаланылған ҡорал-ҡорамалды белдерә. □ В сочетании с существительным выражает инструментальное значение. Сынаяҡ менән сәй эсеу. Балта менән утын сабыу. Калаҡ менән ашау. Еп менән тегеу. Ылау менән оҙатыу. ■ Фаил .. ҡайын таҡтаһынан юнып эшләнгән саңғыһын эләктереп, йукә бауы менән уратып бәйләп, өс саҡрымда ятҡан Яҡут тауҙарына елдерә. Р. Әхмәтов.
8. Файҙаланылған сараны белдерә.
□ Выражает используемый способ, средство. һуҙ менән арбау. Куҙ ҡарашы менән ялыныу.
9. Тормош-көнкүреш сараһын белдерә.
□ Выражает отрасль хозяйства. Малсылыҡ менән көн итеу. Балыҡсылыҡ менән кәсеп итеу. Игенселек менән шөғөлләнеу.
10. Эш башҡарыу ысулын белдерә.
□ Выражает способ действия. ■ Карауыл менән алып китеп барғанда, Сәми ҡаҫмаҡ булған. Хикәйәттән.
11. Барған юлды, үтәсәк араны, урынды белдерә. □ Выражает место действия. Һуҡмаҡ менән китеу. Тура юл менән ҡайтыу. ■ Алтынсәс, Каҙаяҡҡа уләндәр ярып, тура юл менән атланы. Ә. Хәкимов.
12. Юл йөрөү сараһы булған нәмәне белдерә. □ Выражает способ передвижения. Поезд менән килеу. Самолёт менән осоу. Машина менэһ бәрелеу. Кәмә менән батыу. Ат менән ҡайтыу. ■ Өфөлә туҡталыштар уҙгә-
260