МЕҢ
pey сәбәпле машина менән йөрөуселәргә уңайһыҙ булып ҡалды. «Киске Өфө», № 16, 2012.
13. Эштең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен белдерә. □ Выражает способ выполнения действия. Көс-хәл менән килеп етеу. ■ Лидия апай ғына ҡыҙының уйламаған ерҙән ҡапыл ят балаларға әсәй булырға әҙерләнеуенә ауырлыҡ менән генә ризалашты. Г. Ғиззәтуллина. Кукрәге бар көс менән башта ҡуҙғатырға ла ҡурҡытҡан һалмауырға килеп төртөлдө. Ошонан һуң Фаил уны ҙур ауырлыҡ менән ҡайтанан уҙ урынына кусерҙе. Р. Әхмәтов. • Эш менән уткән ғумер — алтын ғумер. Әйтем.
14. Эш-хәрәкәттең башҡарылыу ваҡытын белдерә. □ Выражает время действия. ■ Душәмбе көн иртә менән сығып киттек ҡаланан. Бәйеттән. Ҡыш килеу менән Фаил көн дә тиерлек .. Яҡут тауҙарына елдерә. Р. Әхмәтов.
15. Исем ҡылым йәки үткән заман сифат ҡылымдан һуң төп эш, хәрәкәтте кире ҡаҡҡан икенсе эш, хәрәкәтте күрһәтеү өсөн ҡулланыла. □ Выражает обратный процесс главного действия. Ҡайтыу менән эш булмай. Әйтеу менән аңламай. Илау менән ярҙам итеп булмай.
16. Эш-хәлдең бер үк ваҡытта йә бер-бер артлы башҡарылыуын белдерә. □ Выражает одновременность или последовательность действий. Килеп инеу менән. Йоҡлап китеу менән. ■ Өйҙәге энергетик хәл яҡшыға уҙгәреу менән традесканцияның тышҡы ку-ренеше уҙгәрер, ул йәшелләнер, нығыныр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005.
МЕНӘН II (Р: и; И.: and; T.: ile) терк.
Һөйләм эсендәге тиң киҫәктәрҙе һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә теркәй. □ И. Ер менән кук. ■ Йәғҙә менән Сергейҙың янына шым ғына яйҙаҡ килеп туҡтаны. А. Абдуллин. Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр курмәй ир-егеткәй менән ат башы. Халыҡ ижадынан.
МЕНӘҮӘР I [ғәр. (Р: начитанный; И.: well-read; T.: münevver) с.
Күп уҡыған. □ Начитанный. ■ Менәуәр инсан өсөн дин ғаләмдә ниндәйҙер илаһи рух хаким итеуенә һәм бөтә донъя уның та
рафынан етәкселек ителеуенә ышаныуҙан тора. Ғ. Хөсәйенов.
МЕНӘҮӘР II [ғәр. j>] (Р: учёный; И.: learned, erudite person; T.: münevver) и.
Белемгә эйә, ғилеме бар; уҡымышлы.
□ Учёный. ■ Төрлө ҡараштағы узбәк һәм тажик менәуәрҙәре хакимиәттә. Ғ. Хөсәйенов.
МЕНЮ [рус. < фр. menu] (Р: меню; И.: menu; T: yemek listesi, mönü) и.
1. Бер ваҡытҡа әҙерләнгән аш-һыу төрҙәре. □ Меню. Меню төҙөу. Меню тәҡдим итеу. ■ Менюға щи, туҡмас, һөткә бешерелгән дөгө ашы, котлет, гуляш. Бөтәһе лә яңы иттән бешерелгән, икмәге лә тәмле генә. Р. Әхмәтов.
2. Аш-Һыу төрҙәрен күрһәткән исемлек (ашханала, ресторанда һ. б. була). □ Меню (список блюд в ресторане, кафе, столовой). ■ Егет, барабан һуҡҡанға оҡшатып, бармаҡтары менән өҫтәлгә һуға-һуға менюҙы ҡарарға тотондо. М. Тажи.
МЕҢ I (Р: тысяча; И.: thousand; Т.: bin) төп һ.
1. 999-ҙан һуң килгән, 1000 йәки М цифрҙары менән күрһәтелгән һандың исеме. □ Тысяча. Меңгә тиклем һанарға өйрәтеу. Меңде йөҙгә булеу. Меңдең бер өлөшө.
2. Кемдең йәки нимәнең меңгә тиң иҫәбе.
□ Тысяча (количество). Мең килограмм. Мең кеше. Мең һум. Ике мең. Меңдән артыҡ. Мең тирәһе. Меңгә яҡын. ■ 2002 йылдан алып Рәсәй халҡы 2,3 миллионға кәмегән. Ошо ваҡыт эсендә илдә 8,5 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан. Интернет селтәренән. Селекционерҙар розаның 7 мең сортын, сирендең 2 мең, ҡәнәферҙең 50 мең сортын уйлап тапҡан. Башҡортостан календарынан. • Ишленең мең ғәйебе лә юйылыр, яңғыҙҙың бер хатаһы ла меңгә әйләнер. Әйтем.
3. кусм. Иҫәпһеҙ күп, һан, күләм яғынан бик күп булған. П Много, множество. ■ Мең михнәттәр менән йәшәгәнсе, яуҙа улеу артыҡ дан менән. Халыҡ йырынан. Ил-йортобоҙ тыныс булыр, урап утер мең бәлә. Ҡобайырҙан. Ҡыйын булһа ла, туҙергә тура килә. Бер ҡыйындың мең рәхәте бар.
261