Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 262 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕҢ
М. Кәрим. • Йөҙҙән — йугерек, меңдән толпар сығыр. Әйтем.
♦ Мең артыҡ бик күпкә яҡшыраҡ. □ Намного лучше. • Тыуған ер йылыһы сит ил ҡыҙыуынан мең артыҡ. Әйтем. Мең бәлә {йәки ғазап) менән бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән. □ Еле-еле, с большими трудностями. ■ [Һалдат:] Мең ғазап менән эске кейемдәремде ҡалай етте шулай элгеләп бөтөргәс, ҡабаланып барып шинелгә йәбештем. Ғ. Дәүләтшин. Меңгә бер бик һирәк. □ Очень редкий. Я [Әбей:] Әйтәм бит, бының кеуек төш ул меңгә бер. Т. Хәйбуллин. Мең йәшә кешене яҡшы эше өсөн хуплағанда әйтелә. □ Пожелание долголетия: живи тысячу лет. ■ Молодец, бабай! Мең йәшә! И. Ғиззәтуллин. Мең ҡабат бик күп тапҡыр. □ Много раз. Мең ҡабат әйтеу. Мең ҡабат ҡабатлау. Мең рәхмәт бик ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо белдергәндә әйтелә. □ Тысяча благодарностей, огромное спасибо. М Был яҡшы куңелле ҡатынға мең рәхмәттәр әйтерҙәй булды Тимер. Б. Бикбай.
МЕҢ II (Р: название башкирского племени; И.: Bashkir tribal name; T: bir Başkurt kabilesinin adı) и. этн.
Башҡорт ҡәбиләһенең исеме. □ Мин, минцы (название башкирского племени). Мең ҡәбиләһенең аймаҡтары бик куп: өршәк мең, меркет мең, ҫыбы мең, ҡыбау мең, һарт мең һ. б. ■ Беҙ мең ҡәбиләһенән. Мең башҡорттары телдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, тышҡы ҡиәфәттәре менән дә Башҡортостандың көньяғында һәм көнсығышында йәшәусе башҡорттарҙан ныҡ ҡына айырылалар. М. Хафизов. Мең ҡәбиләһе башҡорттарының төп йәшәгән урыны булып Дим буйы иҫәпләнә. «Башҡортостан», 29 октябрь 2014.
МЕҢ III и. диал. ҡар. мен I. Битен мең баҫҡан.
МЕҢБАШ (Р.. тысячеголовник; И.: cockle; T.: arapbaklası) и. бот.
Ҡәнәферҙәр ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ сүп үләне. □ Тысячеголовник (лат. Vaccaria). Испан меңбашы. Болонлоҡ тулы
меңбаш. Тары баҫыуын меңбаш баҫҡан. ■ Медицинала меңбаш һутынан экземаға ҡаршы төрлө майҙар эшләнә. Интернет селтәренән.
МЕҢ БАШЫ (Р: тысяцкий; И.: tysiatskiy, T: bin başı) и. тар.
Хәрби ополчение башлығы. □ Тысяцкий. Мең башы итеп тәғәйенләу. ■ Уға саҡлы ул ерҙе — Дим буйын — биләгән, мең башы булып танылған Ҡобағош тигән бей булған. «Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне». Кантон башлыҡтарын — ҡор башы, ҡош семәрен тоттороп, батырҙарын мең башы, ырыу ағасы семәрен тоттороп, ырыу уҙаманын — йөҙ башы, яу япрағы менән берәуҙе алдан сабар итеп, яуға ат мендергән. Ҡобайырҙан. Мең башы Таған башҡа ауылдарҙағы башҡорт һалдаттарына, ҡыш булһа ла, Зәки Вәлидигә китеп ҡушылығыҙ, тип әмер биргән. Ә.-З. Вәлиди.
МЕҢГЕҘЕҮ (меңгеҙ-) ҡ. диал. ҡар. мендереү. Өҙәңгегә баҫтырып меңгеҙеп ебәреу. Ҡыйыҡ башына меңгеҙеп ҡуйыу. Меңгеҙеп төшөу.
МЕҢГӘШ и. бот. диал. ҡар. мандыш 1. Уйһыулыҡта меңгәш урсегән. Меңгәш урманы.
МЕҢДӘРСӘ сама һ. ҡар. меңәрләгән. Меңдәрсә кеше. ■ Эвакуацияланып, йонсоп, хәлһеҙләнеп, арып-алйып килгән меңдәрсә кешеләрҙе киң куңелле Башҡортостан халҡы асыҡ йөҙ менән уҙ ҡосағына алды. С. Поварисов. Н. X. Мәҡсутова меңдәрсә саҡрым юл утә, байтаҡ кеше менән аралаша, бай материал туплай. Ю. Псәнчин.
МЕҢЕНСЕ (Р: тысячный; И.: the thousandth; T: bininci) рәт һ.
Урын тәртибе 1000 менән билдәләнгән. □ Тысячный. Меңенсе кеше. Ун меңенсе автомобиль. ■ Әйтерһең дә, был донъяны меңенсе ҡат тағы астым. М. Ғәли.
МЕҢЕҮ (мең-) ҡ. диал. ҡар. һурҙырыу.
Бал меңеу. Һут меңеу.
МЕҢЙЫЛЛЫҠ (меңйыллығы) (Р: тысячелетие; И.: a thousand years; millennium; T: bin yıl) и.
262