МЕҢӘРЛӘГӘН
МЕҢӘРЛӘГӘН (Р.: около тысячи; И.: about a thousand; T.: bin civarında) сама һ.
Бер нисә мең тирәһе. □ Около тысячи. Меңәрләгән баш һарыҡ. ■ Кул, меңәрләгән йылдар һуҙымында утрау таштарын йыуып, уның аҫтында мәңге ҡояш төшмәгән ҡараңғы ятыуҙар хасил иткән. Р. Әхмәтов. Тишек кәмә янында ҡалған меңәрләгән замандаштарыбыҙ кеуек, теше-тырнағы менән йәбешеп, тормош төбөнән өҫкә ҡалҡып сыҡҡан бөгөнгө заман кешеһе булып куҙ алдына баҫа. «Ағиҙел», № 3, 2012. Бөгөнгө көндә куп кенә егет һәм ҡыҙ уҙ ишен таба алмай ҡартая, меңәрләгән ғаилә ҡоролмай, меңәрләгән бала донъяға тыумай ҡала. Башҡортостан календарынан.
МЕҢӘРЛӘП (Р: с тысячу; И.: about а thousand; T.: biner biner) сама һ.
1. Мең тирәһе, меңгә яҡын. □ С тысячу, по тысяче. Меңәрләп кеше. Меңәрләп баш мал. Меңәрләп иҫәпләу. ■ Ерен һәм иркен яҡлап нисәмә тапҡырҙар баш кутәргән милләтебеҙҙең купме аҫыл ир-егеттәренең баштары киҫелде, кешеләре меңәрләп кенә тугел, йөҙәр меңәрләп язаланды, төрмәләргә бикләнде, урыҫ байҙарына таратып бирелде, мәңге туң ерҙәргә ғумерлеккә һөргөнгә ебәрелде. Р. Бикбаев.
2. Меңәр итеп, мең иҫәбенән, меңәр-ҙән. □ По тысяче. Меңәрләп таратыу. Меңәрләп булеу.
МЕҢӘР-МЕҢӘР (Р: очень много; И.: a host of, a lot of; T.: çok) p.
Бик күп, бихисап. □ Очень много. ■ Купме быуаттар, меңәр-меңәр йылдар кешенең биологияһы ла, психологияһы ла әллә ни уҙ-гәрмәй икән, әҙәм артабан камиллашмаҫ, тағы аҡылланмаҫ микән ни? Ғ. Хөсәйенов.
МЕРА [рус.] (Р: мера; И.: pood; T.: ölçü) и. диал.
Бот, ботлоҡ (иген улсәу берәмеге). □ Мера. Бер нисә мера һоло. ■ Арбаға барлығы егерме биш мера арыш тейәлде. Ғ. Дәүләтшин.
МЕРГЕЛЬ [рус. < нем. Mergel] (Р: мергель; И.: marl; T.: kireçli toprak, marn) и. геол.
Балсыҡ минералдары һәм кальций йәки доломиттан торған ултырма тау тоҡомо. □ Мергель. / Мергельный. Мергель ҡатла
мы. ■ «Йәшен ташы» (Йәй ташы) — Башҡортостандың Белорет районы Ассы ауылынан йыраҡ тугел, Юрмаш йылғаһының уң яҡ ярында ятҡан ҡыҙғылт төҫтәге ҙур таш өйөмдәре. Профессор Г. Фахрушев бил-дәләуенсә, тау тоҡомдары балсыҡлы эзбиздән торған мергель булып сыға. «Урал», 25 сентябрь 2009. Бөрйән районы ере аҫтында барит, төҙөлөш таштары, һәуер-таштар, кирбес сеймалы, ҡом, мергель, доломит, магнезит ятҡылыҡтары бар. Интернет селтәренән.
МЕРЕ (Р: родовое подразделение башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағы. □ Название родового подразделения башкир карагай-кыпчакцев. Мереләр нәҫеле. Мере аймағы. Мереләр араһы.
МЕРИДИАН I рус. < лат. meridianus ‘төш ваҡыты, өйлә’] (Р: меридиан; И.: meridian; Т.: meridyen) и. геогр.
Ике полюс аша үтеп, Ер шарын уратып алған фарази һыҙыҡ. □ Меридиан. / Меридианный. Меридиан һыҙығы. ■ Улар [ғәрәп ғалим-математиктары] аңлатыуынса, беҙҙең планета 360 ваҡыт меридианына буленә. Был меридиандарҙың һәр береһе икенсеһенән 4 минутҡа айырыла. «Киске Өфө», № 16,
2012. Картаға куҙ һалһаҡ, Башҡортостандың көнсығышы менән көнбайышы арауығында меридиан булып Урал тауҙары ята. «Киске Өфө», № 16,2012.
МЕРИДИОНАЛЬ [рус. меридиональный < лат. meridionalis ‘төшкө’] (Р: меридиональный; И.: meridional; T.: meridyen) с. геогр., астр.
Меридиан йүнәлешендәге, меридиан йүнәлешенә тап килгән. □ Меридиональный. Меридиональ һыҙыҡ. Меридиональ ваҡыт. ■ Урал — Европа менән Азия сиктәрендә ятҡан таулы физик-географик ил, меридиональ йунәлештә Карск диңгеҙенән Каҙағстан далаларына тиклем һуҙылған ер. Интернет селтәренән.
МЕРИНОС [рус. < исп. merinos] (Р: меринос; И.: merino (sheep); T.: merinos) и.
264