Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 265 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕРӘС
1. Нәҙек йомшаҡ аҡ йөнлө һарыҡ тоҡомо һәм шул тоҡомдан булған һарыҡ. □ Меринос (порода овец). Меринос бәрәстәре. Меринос йөнө ҡырҡыу.
2. Шул һарыҡтан алынған йөн һәм шул йөндән эшләнгән туҡыма. П Меринос (шерсть мериносовой овцы или ткань из этой шерсти)./ Мериносовый. Меринос шәл. Меринос туҡыма. Меринос плед.
МЕРКАНТИЛИЗМ [рус. < фр. тегсап-tilisme < ит. mercante ‘сауҙагәр’] (Р.: меркантилизм; И.: mercantilism; T.: merkantilizm) и. иҡт.
1. Илгә аҡса күберәк инһен өсөн экспорттың импортҡа ҡарағанда юғары булыуын өҫтөн күргән сәйәсәт. □ Меркантилизм (политика, направленная на стимулирование экспорта для превышения его над импортом с целью привлечения денег в страну). Меркантилизм сәйәсәте. ■ Меркантилизм иҡтисади әүҙемлекте түбәнәйтә. Интернет селтәренән.
2. XV—XVIII быуаттарҙағы Европа сауҙа буржуазияһының ил байлығы етештереү үҫешенән түгел, ә сит илгә күберәк тауар һатып, аҡса капиталы туплауҙан килә тигән иҡтисад тәғлимәте һәм сәйәсәте. □ Меркантилизм. Меркантилизм доктринаһы. Меркантилизм ҡанундары.
3. күсм. Иҫәп-хисапта ваҡсыллыҡ, ва-ҡайлыҡ, иҫәпселлек, үҙ файҙаң өсөн генә тырышыу. □ Меркантилизм (мелочнаярасчётливость). Меркантилизмға бирелеү. Уның холҡона меркантилизм хас.
МЕРКАНТИЛИСТОК (Р: меркантили стический; И.: mercantilists; T.: bezirgan) с. иҡт.
Меркантилизмға бәйле. □ Меркантилистический. Меркантилистик сәйәсәткә ҡаршы сығыу. Меркантилистик ҡанундар.
МЕРКАНТИЛЬ (Р: меркантильный; И.: mercenary; mercantile; T.: bezirgan) с.
Меркантилизмға бәйле. □ Меркантильный. Меркантиль мөнәсәбәт. Меркантиль ҡараш. Меркантиль кеше.
МЕРКЕТ (Р: название башкирского рода племени мин; И.: Bashkir clan name within
the Meng tribe; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
1. Мең ҡәбиләһе составына ингән башҡорт ырыуы исеме. □ Башкирский род племени мин. Меркеттәр биләмәһе. Меркеттәр төйәге. Башҡорттар меркет олоҫо ерҙәрендә ауыл булып йәшәйҙәр.
2. Бишул-табын ырыуына ҡараған башҡорт аймағы. П Родовое подразделение башкир рода бишул-табын. Меркет аймағы. Меркеттәр тирмәне. Меркет араһы тамғалары.
МЕРКЕТ-МЕҢ (Р: название башкирского рода племени мин; И.: Bashkir clan name within the Meng tribe; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһе составына ингән башҡорт ырыуы атамаһы. □ Башкирский род племени мин. ■ Өршәк буйы башҡорттары ҡеүәтле мец ҡәбиләһенец меркет-мең, өршәк-мең ырыуҙарына ҡарай. Интернет селтәренән.
МЕРКУРИЙ [рус. < лат. Mercurius} (Р: Меркурий; И.: Mercury; T.: Merkür) и. (баш хәреф менән)
1. астр. Ҡояш системаһындағы планета. □ Меркурий (в Солнечной системе). ■ Ай 3 һәм 30 ғинуарҙа — Меркурий, 14 ғинуарҙа Марс эргәһенән үтә. Башҡортостан календарынан. Меркурий — Ҡояшҡа иц яҡын планета. Меркурий астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар. Интернет селтәренән.
2. миф. Боронғо Рим мифологияһында сауҙа тәңреһе. □ Меркурий (в древнеримской мифологии бог торговли). ■ Эшләп сығарылған продукцияның юғары сифаты өсөн завод [«Нефаз»] бер нисә тапҡыр халыҡ-ара бүләктәргә, шул иҫәптән 1977 йылда «Алтын Меркурий» призына, лайыҡ булды. Интернет селтәренән.
МЕРӘС (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир рода карагай-кыпчак.
265