Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 266 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕРӘТӘК
Мерәҫтәр менән аралашыу. Мерәс аймағы. Мерәҫтәр йәйләуе.
МЕРӘТӘК (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тәтегәс ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир рода татигас. Мерәтәктәр нәҫеле. Мерәтәк аймағы. Мерәтәк ерҙәре.
МЕРӘҮӘТҺЕНЕҮ (мерәүәтһен-) (Р.: стесняться; И.: feel shy; be ashamed; T: utanmak) ҡ.
Оялыу, уңайһыҙланыу. □ Стесняться. Ме-рәуәтһенеп йөрөу. Уңайһыҙ хәлдән мерәуәт-һенеу. Таныш тугел кешенән бәләкәй бала ме-рәуәтһенә.
МЕҪКЕН БҮРЕК (бүрке) (Р.: меховая шапка с тряпочной ушанкой и козырьком; И.: sort of trapperhat; T: kürklü şapka) и. этн. диал.
Ҡолаҡсыны һәм козырёгы туҡыманан һырып тегелгән бүрек. □ Меховая шапка с тряпочной ушанкой и козырьком. Меҫкен бурек кейеп йөрөу.
МЕСТКОМ [рус. местный комитет] (Р: местком; И.: local trade union committee; T: sendika) и.
Профсоюз ойошмаһының урындағы комитеты (1982 йылға тиклем, хәҙер — профком). □ Местком. / Месткомовский. Мест -ком ағзаһы. Местком ултырышы. Местком карары. ■ Дуртенсе яртыла ғына, документтар тултырылған папкаһын тотоп, директор уның кабинетына килеп инде. Партком менән месткомдың да ҡултамғалары бар ине ҡағыҙҙарҙа. Р. Әхмәтов. Был [Аҡназарҙың һынылыш мәле] бигерәк тә завод директоры менән местком председателенең цех начальнигы Рамаҙанға яла яғырға тырышыуҙары һәм ошо эштә хатта Аҡназарҙы ла файҙаланырға маташыуҙары эпизодында асыҡ куренә. «Ағиҙел», № 4, 2010.
МЕСТНИЧЕСТВО [рус.] (Р: местничество; И.: order of precedence / seniority; T: bölgecilik) и. тар.
1. XIV—XVII быуаттарҙағы Рәсәйҙә: ата-бабаларҙың тотҡан дәрәжәһенә ҡарап, юғары дәүләт вазифаларын биләү тәртибе.
□ Местничество (система распределения служебных мест в русском государстве в XIV—XVII вв. при назначении на военную, административную и придворную службу с учётом происхождения, служебного положения предков и личных заслуг). ■ Местничество системаһы буйынса, аҡһөйәк, затлы нәҫел балалары ғына дәуләт иерархияһының юғары урындарында эшләй алған. 1682 йылда Земский Собор тарафынан местничество бөтөрөлә. Интернет селтәренән.
2. Дөйөм эшкә зыян килтереп, урындағы тар мәнфәғәттән сығып эш итеү хәле.
□ Местничество (соблюдение только своих узкоместных интересов в ущерб общему делу). Местничество куренеше. Урындағы местничество мәнфәғәттәрен ҡарау.
МЕҪКЕН I [ғәр. (Р: жалкий; И.: pitiful, pitiable; pathetic; T.: zavallı) c.
Ауыр, ҡыҙғаныс хәлдәге (кешегә ҡарата)’, бахыр. □ Жалкий, несчастный, убогий. Меҫкен ҡиәфәт. Меҫкен тауыш. Меҫкен бәндә. ■ Меҫкен шофёр ыҙалана-ыҙалана уҙенә юл аса йә ҡоро-һарының янып кәлгә әйләнгәнен көтөп тора. Р. Әхмәтов.
♦ Башты меҫкенгә һалыу (йәки меҫкенгә һалышыу) үҙеңде ҡыҙғаныс хәлдә итеп күрһәтеү, йәлләтергә тырышыу. □ Прибедняться. Башты меҫкенгә һалып ҡыланыу. Башын меҫкенгә һалып йәлләтеп йөрөй.
МЕҪКЕН II [ғәр. ûA-] (Р: бедняга; И.: poor thing; poor man; T.: miskin) и.
Йәлләү, ҡыҙғаныу тойғоһо уятыусы, йәлләтеүсе; бахыр (ғәҙәттә, ир-ат хаҡында). □ Бедняга, бедняжка. ■ Шул меҫкендәрҙе [наркомандарҙы] ҡаланан ситкә алып китеп, куҙ-ҡарау аҫтындағы аулаҡ утрауҙа дауалағанда, уларҙың куптәре һауығып, әҙәми төҫкә ҡайтыр, йәмғиәткә файҙалы ағза булыр ине. «Ағиҙел», № 3, 2012. Сараһыҙлыҡтан меҫкен хәленә төшкән Сафурам. Р. Вәлиев.
МЕҪКЕН БҮРЕК (бүрке) (Р: кубанка; И.: kubanka (low astrakhan сар)’, T.: bir tür şapka) u.
Йомро бүрек. □ Кубанка. Шәшке тиреһенән меҫкен бурек тектереу. Меҫкен бурек модаһы. Меҫкен бурек кейеу. ■ Байтаҡ көндәр уҙғас, бурандар бурап, урамдарҙы
266