Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 267 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕТАЛЛ
көрт баҫҡас, анау меҫкен бурек аҫтында ниндәй баш йөрөгәнен бөтә ауыл курәсәк. М. Кәрим.
МЕҪКЕНДӘРСӘ (Р.: жалко; И.: poorly; T.: miskince) р.
Меҫкендәргә хас; бахырҙарса. □ Жалко, беспомощно, бедно. Меҫкендәрсә ҡыланмайыҡ. Меҫкендәрсә йәшәу. Меҫкендәрсә йөрөу.
МЕҪКЕНКӘЙ (Р.: бедняжка; И.: poor thing; poor girl; poor woman; T.: miskin) и. ирк.-кеср.
Бахыр хәлендәге кешегә йә йәнлеккә әйтелә. □ Бедняжечка, бедняжка. Аңын юғалтып ятты меҫкенкәйем. ■ Сафура уҙе уҡыған саҡта, ярҙамһыҙ булып, ыҙаны куп курҙе инде, меҫкенкәйем. Р. Вәлиев. Ләйлә меҫкенкәйҙең иҫе-һушы китте Дамирға. Ф. Аҡбулатова.
МЕҪКЕНЛЕК (меҫкенлеге) (Р: убо гость; И.: wretchedness; squalor, sordidness; T.: miskinlik) и.
Меҫкен, бахыр булыу хәле. □ Убогость. Меҫкенлек курһәтеу. Меҫкенлек тойғоһо кисереу. ■ Һуңғы йылдарҙа уҙ-уҙенә, уҙенең хаҡлығына ныҡ ышанып, башын текә тотоп йөрөргә кунеккән ҡатын, ҡапыл ниндәй меҫкенлеккә төшкәнен аңлап, ытырғанып китте. Г. Ғиззәтуллина.
МЕҪКЕНЛӘНДЕРЕҮ (меҫкенләндер-) (Р: притеснять; И.: oppress, keep down; T.: miskinlendirmek) ҡ.
Меҫкенгә әйләндереү. □ Делать, сделать жалким; притеснять. ■ Йомшаҡ ҡына әйтелгән был һуҙҙәр Фәритте тағы ла меҫкенләндереп ебәрҙе. Ф. Лоҡман.
МЕҪКЕНЛӘНЕҮ (меҫкенлән-) (Р: прибедняться; И.: pretend to be poorer than one is, feign poverty; T: miskinlenmek) ҡ.
Үҙеңде меҫкен итеп күрһәтеп, йәлләтергә тырышыу, меҫкенгә әйләнеү. □ Прибедняться, прикидываться убогим, жалким. Меҫкенләнеп алыу. Меҫкенләнеп бөтөу. Меҫкенләнеп тороу. Меҫкенләнеп ултырыу. Меҫкенләнеп йөрөу. ■ Меҫкенләнеп һин һатаһың икән намыҫыңды, уйың, хисеңде, йөрөтөргә һинең юҡ, хаҡың юҡ кеше тигән бөйөк исемде. Ш. Бикҡол.
МЕҪКЕНӘЙЕҮ (меҫкенәй-) ҡ. диал. ҡар. меҫкенләнеү. Меҫкенәйеп тороу. Меҫкенәйеп куренеу. Меҫкенәйеп йөрөу.
МЕТАБОЛИЗМ [рус. < гр. metabole] и. мед. ҡар. матдәләр алмашыныуы. ■ Бөгөн куп кешеләр 9-ар сәғәт буйына офистаултыра, машинала йөрөй, һөҙөмтәлә калориялар кәрәгенсә ҡулланылмай, аяҡ һәм арҡа мускулдары хәрәкәтләнмәй, метаболизм әкренәйә, умыртҡа бағанаһы һығылмалылығын юғалта. «Киске Өфө», № 16, 2012.
МЕТАБОЛИК (Р: метаболический; И.: metabolic; T.: metabolik) с.
Матдәләр алмашыныу процесына хас булған. □ Метаболический. ■ Иртән ме-таболик процестар яҡшы эшләй, иртәнге аш ваҡытында уларҙы «ҡыҙҙырып» ебәрһәң, көнө буйы ҡабул ителгән ризыҡ яҡшыраҡ янасаҡ. «Киске Өфө», № 29, 2012.
МЕТАЛЛ I [рус. < лат. metallum < гр. metalion ‘мәғдән’] (Р: металл; И.: metal; Т.: metal) и.
1. Сүкелеүсән, йылыны һәм электрҙы яҡшы үткәргән йылтыр төҫлө ябай химик матдә йәки иретмә. □ Металл. / Металлический. Ҡара металл. Төҫлө металл. Ауыр металл. Еңел металл. Ҡаты металл. Йомшаҡ металл. Металл киҫеу станогы. Металл прокатлау заводы. Металл иретеу заводы. Тотҡаһы металдан эшләнгән. ■ Баш осонан выжлап осҡан миналар тигеҙ рәттәр булып ярылды, металл ярсыҡтары, ағас һәм балсыҡ киҫәктәренә буталып, тирә-яҡҡа һирпелде. Я. Хамматов. [Таиландтан] ҡиммәтле металл һәм таштар алып сығыу өсөн чек һәм махсус сертификат кәрәк.« Киске Өфө», № 21,2012.
2. муз. Рок-музыканың бер йүнәлеше. □ Металл. Ауыр металл стилендәге музыка.
3. Ҡаты, ҡәтғи интонация, телмәрҙәге ҡәтғи тон. □ Металл. ■ Гәуһәр, әсәһенең емерелгән ҡашын куреп, тауышына металл ҡатыштырҙы. И. Абдуллин.
МЕТАЛЛ II (Р: металлический; И.: metallic; metal; T.: madeni) с.
Сүкелеүсән, йылыны һәм электрҙы яҡшы үткәргән йылтыр төҫлө ябай химик матдә йәки иретмәнән эшләнгән. □ Металлический. Металл һауыт. Металл ҡалаҡ. ■ Ти
267