МЕТАЛЛАШТЫРЫЛЫУ
рене ағартҡанда металл тараҡтар ҡулланырға ярамай. Башҡортостан календарынан.
МЕТАЛЛАШТЫРЫЛЫУ (металлаш-тырыл-) ҡ. төш. ҡар. металлаштырыу, страд, от металлаштырыу. Металлаштырылған ҡағыҙ.
МЕТАЛЛАШТЫРЫУ (металлаштыр-) (Р.: металлизировать; И.: metallize; T.: metâl-lemek) ҡ.
Металл ялатыу, металл йөрөтөү, металл йүгертеү. □ Металлизировать. // Металлизация. Ағасты металлаштырыу. Быяла мамыҡты металлаштырыу. Быяла сусте металлаштырыу.
МЕТАЛЛИСТ [рус.] (Р.: металлист; И.: metalworker; T.: madenci) и.
1. Металл эшкәртеү эшендәге эшсе. □ Металлист. Квалификациялы металлист. Металлист булып эшләу.
2. муз. Металл музыка төрөн яратыусы йәки башҡарыусы. □ Металлист. Металлистарҙан торған төркөм.
МЕТАЛЛОКЕРАМИКА [рус ] (Р.: метал локерамика; И.: metal-ceramics; T.: metal seramik) и. хим.
Металл һәм керамика онтағы ҡушылмаһынан торған яһалма материал. □ Металлокерамика. Металлокерамиканан торбалар һәм крандар эшләнә.
МЕТАЛЛОЛОМ [рус.] (Р.: металлолом; И.: serap metal; T.: hurda demir) и.
Эшкә яраҡһыҙ төрлө металл һынығы; тимер-томор. □ Металлолом. Металлолом йыйыу. Металлолом тапшырыу. Металлоломға ташлау. ■ Ярты сәғәтләп булаштыҡ, әммә «Буран» ҡабынманы, аккумуляторы ла ултырҙы. Ахырҙа Динар: «Беҙ нимәгә этләнәбеҙ ошо металлолом менән. .. Мә, кей ошо нәмәләрҙе», — тип миңә саңғы тотторҙо. «Ағиҙел», № 8, 2009.
МЕТАЛЛОФОН [рус. < гр. metalion ‘металл’ + рһопё ‘өн’] (Р: металлофон; И.: metallophone; T.: metalofon) и. муз.
Баҫмаҡтары ҡорос йә металл пластинкаларҙан эшләнеп шнур менән беркетелгән, махсус һуҡҡыс менән һуғып уйнай торған музыка ҡоралы. □ Металлофон (общее на
звание вида самозвучащих инструментов, изготовленных из металла). Металлофонда уйнарға өйрәнеу. Металлофондан дәрестәр. Һуҡҡыслы металлофон. Ҡыңғыраулы металлофон. Филиппиндарҙың металлофоны. Индонезия металлофоны.
МЕТАЛЛ ТУҘАНЫ (Р: металлическая пыль, стружка; И.: metallic dust; T.: metal yonga) и. махс.
Металдың ваҡ ҡына онтағы. □ Металлическая пыль или стружка. Металл туҙаны упкәгә зарарлы. ■ Металл туҙаны нефть, металл эшкәртеу кеуек сәнәғәттә төрлө маҡсаттарҙа ҡулланыла. Интернет селтәренән.
МЕТАЛЛУРГ [рус.] (Р: металлург; И.: metallurgist; T.: madenci) и.
Металлургия буйынса белгес. □ Металлург. ■ Конкрет һәнәр кешеләренә, мәҫәлән, нефтселәргә, металлургтарға, игенселәргә арналған әҫәрҙәр була. И. Шарапов.
МЕТАЛЛУРГИЯ [рус. < гр. metallon ‘металл’ + ergon ‘хеҙмәт’] (Р: металлургия; И.: metallurgy;Л.: metalürji) и.
1. Ауыр сәнәғәттең руданан металл алыу һәм уны башланғыс эшкәртеү менән шөғөлләнгән тармағы. □ Металлургия (отрасль). Кара металлургия. Төҫлө металлургия. Металлургия заводы. ■ Үҙебеҙҙә металлургия сөнәғәте йомшаҡ. Д. Юлтый. Июль айында Белоретта бер юлы ике иҫтәлекле датаны билдәләйҙәр: ҡалаға һәм төбәк металлургияһына нигеҙ һалыуға 250 йыл тула. Башҡортостан календарынан.
2. Металл иретеү һәм уны башланғыс эшкәртеү ысулдарын өйрәнә торған фән. □ Металлургия (наука). Металлургия буйынса белгес. Металлургия өлкәһендәге ҡаҙаныштар. Металлургияның яңы асыштары. ■ Металлургия йәки нефтехимия дәреслеге фәнгә нигеҙләнһә, тормош дәреслеге — әҙәбиәт матурлыҡ закондарына, шиғриәт алымдарына таяна. И. Шарапов.
МЕТАМОРФИЗМ [рус. < гр. metamor-phö ‘үҙгәреү’] (Р: метаморфизм; И.: metamorphism; T.: başkalaşım) и. геол.
Химик һәм физик сәбәптәр арҡаһында тау тоҡомдарының төҙөлөшө һәм составындағы
268