МЕТАФИЗИК
үҙгәреш процесы. □ Метаморфизм (изменения в строении и составе горных пород по химическим и физическим причинам). Тау тоҡомдары метаморфизмы. Импакт метаморфизм. Изохимик метаморфизм.
МЕТАМОРФОЗА [рус. < гр. metamorphosis ‘үҙгәреү’] (Р.: метаморфоза; И.: metamorphosis; T.: metamorfoz) и.
1. кит. Нәмәнең бер форманан икенсе формаға күсеше; үҙгәреш. □ Метаморфоза, превращение, видоизменение. ■ Гөлфиә Юнысованың һуңғы йылдарҙа ижад иткән әҫәрҙәрендә .. тормош метаморфозаларын сағыу сағылдырырҙай уй йомоуҙар ярылып ята. «Ағиҙел», № 8, 2009.
2. биол. Тарихи үҫеш барышында үҫемлек органдарының формаһы һәм төҙөлөшө йәки бер үҫеш стадияһынан икенсеһенә күскәндә хайуандарҙың тышҡы ҡиәфәте һәм тереклек итеү рәүеше үҙгәреү күренеше. □ Метаморфоза, превращение (изменение формы и строения органов растений или изменение внешнего вида и образа животных). Үҫемлектәрҙең тамыр һәм япраҡ метаморфозаһы. Ҡарышлауыҡтар метаморфозаһы. Ебәк ҡорто метаморфозаһы.
МЕТАМОРФОЗАЛЫ (Р.: изменчивый; И.: changeable; unsteady; fickle; T.: başkalaşım) c.
Үҙгәреүгә һәләтле. □ Изменчивый, мета-морфозный. ■ [Г.Юнысованыңшиғырҙары] .. йәшәйештең куп яҡлы, ҡатмарлы, метаморфозалы, парадокслы һәм матур гармониялы куренештәрен сағылдырған фекер-ләуҙәргә һәм кисерештәргә ҡоролған. «Ағиҙел», № 8, 2009.
МЕТАН [рус. < фр. methane] (Р: метан; И.: methane; T.: metan) и. хим.
Углерод менән водородтың ҡатышмаһынан торған төҫһөҙ газ. □ Метан. / Метановый. Метан газы. Метан етештереу. ■ Сатурн башлыса водородтан һәм гелий, һыу, метан, аммиак ҡатнашмаларынан тора. Интернет селтәренән. Газ яғыулығы атмосфераны углерод окисы, метан булмаған углеводтар һәм башҡа ауыр матдәләр менән бысратыуҙы һиҙелерлек кәметәсәк. «Ағиҙел», № 4,2013.
МЕТАНОЛ [рус. < лат. methanol] (Р: метанол; И.: methanol; wood naphtha; T.: metanol) и. хим.
Бер атомлы иң ябай спирт (төҫһөҙ, көслө шыйыҡ ағыу). □ Метанол, метиловый спирт, древесный спирт. Метанолдың кеше өсөн улемесле дозаһы — 30—110 мл. Метанол ярҙамында нефть эшкәртеу. Метанолдан ағыуланыу. Ағастан метанол ҡыуыу.
МЕТАСТАЗ [рус. < гр. metastasis ‘күсеү’] (Р: метастаз; И.: metastasis; T.: metastaz) и. мед.
Сирҙең ҡан йәки лимфа менән күсеүе нәтижәһендә яңынан икенсе урында көсәйеп барлыҡҡа килеүе. □ Метастаз. Рак метастазы. Бауыр метастазы. Яман шеш метастазы.
МЕТАТЕЗА | рус. < гр. metathesis ‘күсереп ҡуйыу’] (Р: метатеза; И.: metathesis; Т.: metatez) и. лингв.
Әйтелешен еңелләштереү өсөн һүҙ составындағы өндәрҙе йәки өн ҡушылмаларын алмаштырып ҡуйыу. □ Метатеза, һуҙынҡылар метатезаһы. Тартынҡылар мета-тезаһы. ■ һуҙынҡы өндәрҙең һуҙҙәге урындарына һәм бер-береһенә йоғонтолары нигеҙендә уҙгәрештәре (редукция, протеза, эпентеза, метатеза, элизия, ассимиляция, диссимиляция һ. б.) башҡорт теле уҙенсәлек-тәренән сығып бик ентекле тикшерелде.
Э. Ишбирҙин.
МЕТАТЕЛ (Р: метаязык; И.: metalanguage; T.: dilötesi) и. лингв.
1. Бер телде һүрәтләгәндә ҡулланылған икенсе тел. □ Метаязык. Метател ярҙамы. Метател аша һурәтләу.
2. Тел билдәләренән торған (вербаль) билдәләр системаһы. □ Метакод. Метател термины. Метателгә билдәләмә.
МЕТАФИЗИК I (метафизигы) [рус.] (Р: метафизик; И.: metaphysicist; T: metafizikçi) и.
Метафизика яҡлы кеше. □ Метафизик. Инанған метафизик. Метафизик ҡарашы.
МЕТАФИЗИК II (Р: метафизический; И.: metaphysical; T.: metafizik) с.
269