Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 270 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕТАФИЗИКА
Метафизикаға нигеҙләнгән. □ Метафизический. Метафизик ҡараш. Метафизик материализм. Метафизик метод.
МЕТАФИЗИКА [рус. < гр. metata рһу-sika ‘физиканан һуң’] (Р.: метафизика; И.: metaphysics; T.: metafizik) и.
1. Диалектикаға ҡапма-ҡаршы булараҡ күренештәрҙе уларҙың үҙ-ара бәйләнешенән һәм үҫеш процесынан башҡа ҡараған танып белеү методы. □ Метафизика. ■ Физика фәне ғалимдары алға шундай ҙур аҙым яһаны, хатта элек метафизика тип иҫәпләнгән концепциялар хәҙер физика сиктәрендә тороп ҡалды. «Киске Өфө», № 49, 2011. [Галилео Галилей] уҙ хеҙмәттәрендә Аристотелдец метафизикаһынан баш тарта һәм эксперименталь физикаға нигеҙ һала. Интернет селтәренән.
2. фәлс. Донъялағы бөтә нәмәнең нигеҙе һәм башланғысында матди булмаған юғары рух тора тип иҫәпләгән идеалистик философик тәғлимәт. □ Метафизика (идеалистическое учение философии). ■ Матди тормоштан ситтә нимә ятҡанын анҙшр өсөн «метафизика» төшөнсәһен ҡулланырға мөмкин. «Киске Өфө», № 49, 2011. Метафизика ысынбарлыҡтың, йәшәйештең һәм донъяның төп булмышын өйрәнә, космология менән онтология тармаҡтарына буленә. Интернет селтәренән.
3. кусм. Абстракт, аңлайышһыҙ фекер. □ Метафизика (абстрактное суждение). Метафизикаға бирелеу. Метафизикаға кусеп китеу.
МЕТАФОРА [рус. < гр. metaphora ‘күсереү’] (Р.: метафора; И.: metaphor; T.: istiare) и. әҙ.
Оҡшатыу һәм сағыштырыу нигеҙендә һүҙҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылышы (мәҫәлән, алтын ҡул, ҡорос беләк). □ Метафора. Метафора ҡулланыу. Шағирҙың метафоралары. ■ Ғ. Ибраһимов әҫәрҙәрендә ике меңләп сағыштырыу, ике меңләп метафора бар. С. Поварисов. М. Закировтың «Ҡайын шаулай» шиғыры эпитеттарға, метафораларға, сағыштырыуҙарға бай. «Ағиҙел», № 9, 2008.
МЕТАФОРИК (Р: метафорический; И.: metaphoric(al); T.: mecazi) с. әҙ.
Метафора рәүешендә ҡулланылған, метафораға нигеҙле. □ Метафорический. Метафорик мәғәнә. Метафорик алым.
МЕТАФРАЗА [рус. < лат. metaphrasis ‘тәржемә итеү, һөйләү’] (Р: метафраза; И.: metaphrase; T.: aynen tercüme) и. лингв.
Әҙәби тексты һөйләү йәки юлма-юл тәржемә. □ Метафраза (дословный перевод). Шиғырҙың метафразаһы. Поэманың мета-фразаһы.
МЕТЕОПАТИЯ [рус. < лат. < гр. meteoros ‘һауалағы’ + pathos ‘ауырыу’] (Р: метеопатия; И.: meteopathy; T.: iklim şartlarının sebep olduğu herhangi bir hastalık) u.
Ғәҙәти климат шарттары үҙгәрешенең һаулыҡҡа тәьҫир итеүе. □ Метеопатия. Метеопатиянан йонсоу. Метеопатияға бәйле йөрәкһеу.
МЕТЕОР [рус. < лат. meteoron < гр. meteö-ros] (Р: метеор; И.: meteor; T.: meteor) и.
1. Ҡаты киҫәксәләрҙең — метеорик еҫемдәрҙең Ер атмосфераһына бик ҙур тиҙлек менән килеп инеүе сәбәпле бөтөнләй тарҡалып, ут хәленә әйләнеүенән ғибәрәт булған күренеш. □ Метеор. Метеор ағымы. Метеор саңы. ■ 3 ғинуарҙа «Квандранти-да» метеор ағымының иң көслө мәле. Бер сәғәт дауамында 100-гә тиклем метеорҙы куреп була. Башҡортостан календарынан.
2. кусм. Кемдең йәки нимәнеңдер бик тиҙ эш итеүе, күренеү һәм юғалыу эффекты. □ Метеор (очень быстрый: о ком-то, о чём-то). ■ Гәҙәттә, метеор кеуек теремек Рая ни эшләптер бындай осрашыуҙарҙа гел һуҙһеҙ генә тыңлап торорға ярата ине. И. Абдуллин.
МЕТЕОРИК (Р: метеорический; И.: meteoric; Т.: meteor) с.
Метеоритҡа бәйле. □ Метеорический, метеоритный. Метеорик ямғыр. Метеорик есемдәр.
МЕТЕОРИТ [рус. < фр. < лат. meteoron < гр. meteoros] (Р: метеорит; И.: meteorite; Т.: meteortaşı) и.
Атмосферала тулыһынса тарҡалмайынса йыһан арауығынан ергә төшкән тимер йәки таш есем. □ Метеорит. / Метеоритный. Метеорит ямғыры. Метеорит төшөу ҡурҡынысы. ■ Ошо сағыу һәм дәу йондоҙ
270