МЕТИЛ
[Кояш] тирәләй башка есемдәр: планеталар һәм уларҙың юлдаштары, кәрлә планеталар, астероидтар, метеориттар, кометалар һәм йыһан саңы әйләнеп-уралып йөрөй. Башҡортостан календарынан. Тәбиғәттә тимер таҙа хәлдә тимер-никель метеориттарында ғына осрай. Интернет селтәренән.
МЕТЕОРОГРАФ [рус. < гр. meteoros ‘һауа торошо’ + graphö ‘яҙам’] (Р.: метеорограф; И.: meteorograph; T.: meteograf) и. махс.
Һауаның баҫымын, температураһын һәм дымлылығын яҙып бара торған прибор. □ Метеорограф (прибор для записи давления, влажности и температуры воздуха). Метеорограф күрһәтмәләре. Метеорограф материалдары.
МЕТЕОРОЛОГ [рус.] (Р: метеоролог; И.: meteorologist; T.: meteoroloji uzmanı) и.
Метеорология буйынса белгес. □ Метеоролог. Көн торошо тураһында метеоролог һығымталары. ■ Эҫе көндәр аркаһында йылғалар һайыккандан-һайыға барыу сәбәпле метеорологтар һәм экологтар һыу кулланыуға бәйле кыйынлыктар хакында әйтте. «Киске Өфө», № 29,2012.
МЕТЕОРОЛОГИК (Р: метеорологический; И.: meteorological; T.: meteoroloji) с.
Метеорологияға мөнәсәбәтле. □ Метеорологический. Метеорологик күҙәтеүҙәр. Метеорологик шарттар. Метеорологик иҫкәртмәләр. ■ Өфөлә, Достоевский һәм Ленин урамдары мөйөшөндә, юл билдәләрен кабатлаған инновацион билдәләр химик һәм метеорологик тәьҫиргә тулыһынса ярак-лаштырылған. «Киске Өфө», № 32, 2012.
МЕТЕОРОЛОГИЯ [рус. < гр. meteörologia ‘һауа торошо хаҡында фән’] (Р: метеорология; И.: meteorology; T.: meteoroloji) и.
1. Ер атмосфераһының төҙөлөшө, үҙенсәлектәре һәм ундағы процестар тураһындағы фән. □ Метеорология. Метеорология менән шөғөлләнеү. Метеорология мәғлүмәттәре.
2. Һауа хәле һәм уны алдан белеү ысулдары тураһындағы тәғлимәт. □ Метеорология. Метеорология станцияһы. 23 март — Бөтә донъя метеорология көнө.
МЕТЕОСПУТНИК (метеоспутнигы) [рус. метеорологический спутник] (Р: мете
оспутник; И.: weather satellite; T.: meteoroloji uydusu) и.
Метеорологик күҙәтеүҙәр өсөн тәғәйенләнгән яһалма спутник. □ Метеоспутник (спутник для метеорологических исследований). Метеоспутник осороу. Метеоспутник мәғлүмәттәре. Метеоспутник һөҙөмтәләре.
МЕТЕОСТАНЦИЯ [рус . метеорологичес -кая станция] (Р: метеостанция; И.: weather station; T.: meteoroloji istasyonu) и.
Метеорология станцияһы. □ Метеостанция. Метеостанция хәбәр итеүенсә. Метеостанция мәғлүмәттәре буйынса. ■ Үҙҙәренең метеостанциялары булыуы юлсыларға һауа шарттары тураһында тулыракмәғлүмәт алырға, һәр төрлө үҙгәрештәргә әҙер булырға мөмкинлек бирә. «Киске Өфө», № 12, 2012.
МЕТЕР (Р: звукоподражание хрусту; И.: imitative word of breaking; crunch; crackle; T.: kıtır) окш.
Ҡаты мурт нәмәне ҡыҫып ватҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Звукоподражание хрусту. Метер итеп калыу.
МЕТЕРЛӘҮ (метерлә-) (Р: хрустеть; И.: crunch; crackle; T.: kıtırdamak) к.
Ватылғанда, онталғанда метер-метер иткән тауыш сығарыу; метер-метер килеү. □ Хрустеть. // Хруст. Метерләй башланы. Метерләп тороу. Туктауһыҙ метерләне.
МЕТЕР-МЕТЕР (Р: хруст-хруст; И.: imitative word of breaking; crunch; crackle; T.: kıtır kıtır) окш.
Ҡабат-ҡабат метер иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Слово, обозначающее повторяющийся хруст: хруст-хруст. Метер-метер итеү. Метер-метер килеү.
МЕТИЗ [рус. металические изделия] (Р: метизы; И.: hardware; T.: hırdavat) и. тех.
Төрлө кәрәк өсөн тимерҙән эшләнгән ваҡ-төйәк нәмә (тимерсыбыҡ, табаклы тимер, каҙау, шөрөп һ. б.). □ Метизы (разные металлические изделия общего назначения). / Метизовый. Метиз заводы. Метиз етештереү.
МЕТИЛ [рус. < фр. methy ‘бал’ + hyle ‘ағас’] (Р: метил; И.: methyl; T.: metil) и. хим.
271