МЕТИЛЕН
Углеродтың бер атомы менән водородтың өс атомынан тороп, органик берләшмәләр эсенә ингән төркөм. □ Метил. / Метиловый. Метил эфиры. Метил ҡушылған.
МЕТИЛЕН [рус. < фр. methylene] (Р.: метилен; И.: methylene; T.: metilen) и. хим.
Углеродтың бер атомы менән водородтың ике атомынан тороп, органик берләшмәләр эсенә ингән төркөм. □ Метилен. Метилен-дар төркөмө. Метилендарҙың физик үҙенсәлеге. Метилендарҙың химик үҙенсәлеге. Метилендарҙың ҡулланылыш даирәһе.
МЕТИЛ СПИРТЫ (Р: метиловый спирт; И.: methanol; T.: metanol) и. хим.
Еҫе этил спиртын хәтерләткән төҫһөҙ шыйыҡлыҡ (көслө ағыу). □ Метиловый спирт. Метил спирты ҡатнашмаһы. Метил спиртын ҡушыу. Метил спиртының төҙөлөшө.
МЕТИЛ ТЕРЕГӨМӨШӨ (Р: метил-ртуть; И.: methylmercury; T.: metil cıva) и. хим.
Терегөмөштөң металлоорганик ҡушылмаһы. □ Метилртуть. Метил терегөмөшө менән ағыуланыу. ■ Метил терегөмөшө -минамат ауырыуын тыуҙырыусы ағыулы химик ҡушылма. Интернет селтәренән.
МЕТИС [рус. < фр. metis ‘ҡушылма’] (Р: метис; И.: mestizo; half-breed; metis; T.: melez) и.
1. Метислаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән мал йәки үҫемлек. □ Метис. / Метисный. Метис быҙау. Метис булып тыуыу.
2. Ике раса кешеһенән тыуған бала. □ Метис (ребёнок, рождённый от брака между людьми разных рас, преимущественно между белыми и индейцами). ■ Индеец менән европеоид раса кешеһенән тыуған балалар йәки шундай метистар тыуыуы йышайған. Интернет селтәренән. [Ярём-ченко — Фәтиховҡа:] Метистар талантлы була. И. Абдуллин.
МЕТИСАЦИЯ [рус. < фр. metisation < лат. miscere ‘ҡушыу’] и. биол. ҡар. метислаштырыу. Метисация үткәреү.
МЕТИСЛАШТЫРЫУ (метислаштыр-) (Р: скрещивать; И.: crossbreed; T: melezle-mek) ҡ. биол.
Тоҡомдо йәки сортты яҡшыртыу маҡсатында төрлө тоҡомдан булған малды йәки төрлө сорттан булған үҫемлекте ҡатнаштырыу. □ Производить метисацию. // Метисация (скрещивание). Юртаҡ аттарҙы метислаштырыу. Мамыҡ кәзәләрен метислаштырыу. Юғары сортлы бойҙайҙарҙы метислаштырыу.
МЕТӨД [рус. < гр. methodos ‘ысул, алым’] (Р: метод; И.: method; T: metod) и. ҡар. алым.
1. Тәбиғәтте йәки йәмғиәтте өйрәнеү, танып белеү ысулы. □ Метод (способ познания). Диалектик метод. Сағыштырма метод. Эксперименталь метод. ■ Гегель үҙенең диалектик методы менән кешелектең сәйәси, тарихи, дини, әхләҡи мәсьәләләренә бер юлы яуап бирергә, донъяның, йыһандың бөтә серҙәренә яуап эҙләргә тырыша. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ниндәйҙер эшмәкәрлек әлкәһендә ҡулланылған алым, алымдар системаһы. □ Метод (комплекс способов в определённой области). Уҡытыу методы. Эш методы. Тәрбиәләү методы. ■ Әмир Әминевтең «Бер кәмәлә» повесы яҙыусының башлыса ҡырыҫ реализм методына таянып элегерәк ижад ителгән повестарынан айырылып тор [а]. С. Поварисов. Башҡорт фонетикаһын тикшергәндә дөйөм тел белемендә әһәмиәтле урын алған сағыштырма-та-рихи методты ҡулланыу ғалимға [Ж. Г. Ке-йекбаевҡа] әһәмиәтле һығымталар яһарға мөмкинлек бирә. Э. Ишбирҙин.
МЕТОДИК (Р: методический; И.: methodical; T: metodik) с.
Методикаға мөнәсәбәтле. □ Методический. Методик ярҙам. Методик ҡулланма. Методик берекмә. ■ Район һәм ауыл китапханаларының эшен яҡшыртыуҙа республика китапханаһының методик һәм библиографик ярҙамы ҙур әһәмиәткә эйә. Ф. Ғөбәйҙуллина.
МЕТОДИК РӘҮЕШТӘ (Р: методически; И.: methodically; T: yöntemli)/?.
272