Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 273 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕТР
Билдәләнгән тәртип буйынса, эҙмә-эҙлекле рәүештә, һәр ваҡыт. □ Методически, методично (всегда, последовательно, по определённому порядку). Эште методик рэуештэ башҡарыу.
МЕТОДИКА [рус. < гр. methodike ‘методтар йыйылмаһы’] (Р.: методика; И.: methodology; T.: metot) и.
1. Эш барышында ҡулланылған ысулдар йыйымы. □ Методика (совокупность используемых методов). Ғилми тикшеренеу методикаһы. ■ Н. К. Дмитриев экспедиция эшендә op-яцы методика ҡулланырға тәҡдим итә. Э. Ишбирҙин. Уҡытыусы уҡыу-сыларҙыц логик фекерләуен уҫтереу эшендә ғәмәли-эҙләнеу методикаһын киц ҡуллана. «Башҡортостан», 6 апрель 2012.
2. Теге йәки был фәнде уҡытыу алымдары тураһындағы тәғлимәт. □ Методика (учение о методах преподавания какой-н. науки). Әсә телен уҡытыу методикаһы. Сит телдәрҙе уҡытыу методикаһы. Йыр уҡытыу методикаһы.
МЕТОДИСТ [рус.] (Р.: методист; И.: methodologist; T: metodoloji uzmanı) и.
Уҡытыу методикаһы буйынса белгес. □ Методист. Методистар курсы. Методист кәцәше. Методист менән әцгәмә. ■ Таисия Алексеевна — иц тәуҙә һәйбәт методист. Р. Камал.
МЕТОДОЛОГ [рус.] (Р: методолог; И.: methodologist; T: metodoloji uzmanı) и.
Методология буйынса белгес. □ Методолог. Методолог фекере. Методолог яҙмалары.
МЕТОДОЛОГИК (Р: методологический; И.: methodological; T: metodolojik) с.
Методологияға нигеҙләнгән. □ Методологический. Методологик анализ. Методологик тикшеренеу. Методологик ҡулланма. ■ Ошо кондәрҙә Башҡортостан Фәндәр академияһы, республиканыц танылған тарихсыларын, философтарын һәм политолог-тарын йыйып, «Башҡортостан Республикаһында тарих фәненец хәҙерге торошо һәм методологик проблемалары» тигән темаға туцәрәк ҡор уткәрҙе. «Киске Өфө», № 16, 2012.
МЕТОДОЛОГИЯ [рус. < лат. methodos ‘тикшереү ысулы’ + logos ‘фән’] (Р: методология; И.: methodology; T: metodoloji) и.
1. Айырым бер фәндә ҡулланылған тикшереү алымдары. □ Методология. Әҙәбиәт методологияһы. Тарих методологияһы.
2. Донъяны ғилми яҡтан өйрәнеү һәм үҙгәртеп ҡороу методы хаҡындағы тәғлимәт. □ Методология. ■ Был әҫәр, Шәреҡ һәм Европа сығанаҡтарын бөгөнгө ғилми методологияға яраҡлы тикшереп, төрөк-тәрҙец тарихи яҙмышын тасуирлаусы тулы бер әҫәр сифатында баһаланды. Ә.-З. Вәлиди.
МЕТОНИМИК (Р: метонимический; И.: metonymical; T.: düzdeğişmeceli) с. әҙ.
Метонимияға нигеҙле, метонимияға мөнәсәбәтле. □ Метонимический, метонимичный. Метонимик әйтем. Метонимик һуҙбәй-ләнеш.
МЕТОНИМИЯ [рус. < гр. metönymia ‘исемен үҙгәртеү’] (Р: метонимия; И.: metonymy; T.: düzdeğişmece) и. әҙ.
Ике аралағы бәйләнеш нигеҙендә бер нәмәнең икенсе нәмә исеме менән аталы-уы (мәҫәлән, «урамдағы халыҡ шаулай» урынына «урам шаулай» тип әйтеу), һәм шул рәүештә ҡулланылған һүҙ. □ Метонимия. Метонимия ҡулланыу. ■ Кешеләр тәбиғәтте һәм уҙҙәрен нығыраҡ төшөнә барған һайын, образдар ҙа ҡатмарлаша барған. Йәнәшәлек, йәнләндереу, аллегория, метонимия кеуек бай ассоциацияға ҡоролған алымдар хасил булған. К. Әхмәтйәнов. Мик-ротопонимдарға топонимик метонимия хас. Л. Хөсәйенова.
МЕТР I [рус. < фр. metre < гр. metron ‘үлсәм’] (Р: метр; И.: meter; Т.: metre) и.
1. Халыҡ-ара берәмектәр системаһында нигеҙ итеп ҡабул ителгән йөҙ сантиметрға тиң оҙонлоҡ үлсәү берәмеге. □ Метр. ■ Ҡурай еләге — ике йыллыҡ ҡыуаҡ, бейеклеге 1,5 метрға етә. Интернет селтәренән.
2. Шундай оҙонлоҡта сантиметр бүлемдәре төшөрөлгән линейка. □ Метр (линейка). ■ Мастер кеше, уцған кеше, метр элгән иценә. Т. Арслан.
273