МЕТР
МЕТР II [рус. < лат. metron ‘үлсәм’] (Р.: метр; И.: meter; T.: prozodi) и.
1. әҙ. Шиғырҙа баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙең билдәле рәүештә теҙе-леүе. □ Метр. Шиғыр яҙғанда метр һаҡлау. Метр буйынса ижектәр һанын булеу.
2. муз. Музыкаль тактта төрлө өлөштәрҙең дөрөҫ сиратлашыуы. □ Метр (равномерность чередования сильных и слабых долей в такте). Музыкаль әҫәрҙең метрын боҙмау. Рок-н-ролл метры.
МЕТРАЖ [рус. < фр. metrage] (Р.: метраж; И.: length in metrec; T.: metraj) и.
1. Нимәнеңдер погон метр менән үлсәнгән оҙонлоғо. □ Метраж. Туҡыманың метражы. Ковролин метражы.
2. Бүлмәнең квадрат метр менән үлсәнгән майҙаны. □ Метраж. Булмәнең метражын улсәу. Фатир метражына документ әҙерләу.
МЕТРАЖЛАП (Р: метражом; И.: by metric area; T.: metrelerce) p.
Погон метр иҫәбе менән үлсәп. □ Метражом. Метражлап балаҫ һатып алыу. Баҫыуҙы метражлап улсәу. Метражлап туҡыма һатыу.
МЕТРАЖЛЫ (Р: метражный; И.: length (in metres); footage; T.: metrajlı) с.
Метражға нигеҙләнгән. □ Метражный. Кыҫҡа метражлы. Бәләкәй метражлы. Метражлы таҫтамалдарҙы ҡырҡып әҙерләп ҡуйыу. ■ Айсыуаҡ Йомағоловтоң «Баш-ватҡыс» ҡыҫҡа метражлы фильмында төп ролдәрҙе Илшат Йомағолов, Сара Буранбаева башҡарасаҡ. «Киске Өфө», № 9, 2013.
МЕТРДОТЕЛЬ [рус. < фр. maître d’hotel ‘ҡунаҡхана хужаһы’] (Р: метрдотель; И.: headwaiter; T.: metrdotel) и.
1. Ресторанға йә ҡунаҡханаға килеүселәрҙе кәрәкле кимәлдә ҡабул итеп хеҙмәтләндереүҙе алып барған һәм официанттар эше менән идара итеүсе кеше. □ Метрдотель. Метрдотель эше. Метрдотель булып эшкә урынлашыу.
2. Байҙар йортондағы аш-һыу, йоҡо бүлмәләрен тәртипкә килтереп, башҡа йорт эштәрен алып барыуҙы ойоштороусы өлкән хеҙмәтсе. □ Метрдотель. Метрдотелдең бурыстары. Метрдотель өсөн курһәтмәләр.
МЕТРИК (Р: метрический; И.: metric; metrical; T.: metrik) с. әҙ.
Метрикаға (I) мөнәсәбәтле, метрикаға нигеҙле. □ Метрический.
МЕТРИКА I [рус. < гр. metrike ‘үлсәм тураһындағы фән’] (Р: метрика; И.: metrics; T.: ölçübilim) и. әҙ.
Шиғыр үлсәме һәм төҙөлөшө тураһындағы тәғлимәт; үлсәм йәһәтенән шиғырҙарҙың төҙөлөшө. □ Метрика (учение о стихосложении и стихотворном размере). Метрика — шиғыр улсәмдәре йыйылмаһы. Маяковский метрикаһы. Р. Назаров метрикаһы. ■ Силлабо-тоник шиғыр — хәҙерге рус поэзияһындағы топ метрикаларҙың береһе. К. Әхмәтйәнов.
МЕТРИКА!! [рус. < пол. < лат. matricula ‘исемлек’] (Р: метрика; метрическая книга; И.: birth certificate; T: hüviyet cüzdanı) и. иҫк.
1. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ. □ Метрика. Метрика кусермәһе. Метрика алыу. ■ Иван бабаһы йәшәгән Белоретты яҙҙырҙы ла ҡуйҙылар метрика алғанда. Д. Бүләков.
2. Тыуыу, үлеү, өйләнешеү акттарын теркәп бара торған төп кенәгә. □ Метрическая книга. ■ Мулланың бер аҙ кәйефе китте, шикелле, Талиптың фамилияһын һораша башлағайны ла, мин әйтәм, һиңә ни нәмәгә кәрәк уның фамилияһы, кәрәк булһа, мулла метрикаһынан барып ҡара, тинем. А. Таһиров.
МЕТРИКА КЕНӘГӘҺЕ и. ҡар. метрика II. Метрика кенәгәһенә теркәу. Метрика кенәгәһен тышлау. Метрика кенәгәһендәге исемлекте ҡарап сығыу.
МЕТРИК ШИҒЫР ТӨҘӨЛӨШӨ (Р: метрическое стихосложение; И.: metric versification; T: ölçübilim) и. әҙ.
Оҙон һәм ҡыҫҡа ижектәрҙең сиратлашып килеүенә нигеҙләнгән шиғыр төҙөлөшө. □ Метрическое стихосложение. ■ Силлабо-тоник шиғырҙа баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙең килеу тәртибе метрик (антик) шиғыр төҙөлөшөндәге оҙон һәм ҡыҫҡа ижектәрҙең сиратлашыу рәуешен бик ныҡ хәтерләтә. К. Әхмәтйәнов.
МЕТРЛАП р. ҡар. метражлап. Метрлап иҫәпләу. Аҙымы сама менән метрлап барҙыр. Таҡтаның оҙонлоғон метрлап улсәу.
274