Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 275 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕХ
МЕТРЛАУ (метрла-) (Р.: измерять метрами; И.: measure in meters; T.: metre ile ölçmek) ҡ.
Метр ярҙамында нимәнеңдер оҙонлоғон билдәләү; метрға һалыу. □ Измерять метрами. Бүлмәне метрлағанда ауырға тура килде. Метрлаһаҡ, яҡшыраҡ булыр.
МЕТРЛЫ (Р.: метровый; И.: metre; Т.: metreli) с.
1. Метрлап үлсәнә торған. □ Метровый. Метрлы таҫтамал. Метрлы ҡулъяулыҡ. Метрлытаҫма. ■ Уның [Сәрбиямалдың] өй алдын ғына бүлеп яһалған кескәй лавкаһында метрлы тауар ҙа, сәй-шәкәр ҙә, муйынса, йөҙөк-беләҙек тә — бөтәһе бергә буталып ята. 3. Биишева.
2. Бер метр оҙонлоғондағы. □ Метровый (длиною в метр). Метрлы утын ағасы. Метрлы бүкәндәр. Алты метрлы бура ағасы. ■ Баҡса бөтә яҡтан да ике метрлы ҡойма менән уратып алынған. И. Абдуллин.
МЕТРЛЫҠ (метрлығы) (Р: ...метровка; метр; И.: ...metrelong; T: metrelik) и.
1. Майҙандың ҙурлығын йә оҙонлоғон билдәләүсе күрһәткес. □ Метровка. Марафон — 42 километр 195 метрлыҡ йүгереү арауығы. ■ Биш айҙа республикала дөйөм майҙаны 568,3 мең квадрат метрлыҡ 6000 фатир файҙаланыуға тапшырылған. «Киске Өфө», № 28,2012.
2. Оҙонлоҡто йәки киңлекте үлсәй торған ҡулайлама, үлсәгес. □ Метр (линейка).
МЕТРО [рус. < фр. metropolitain] и. ҡар. метрополитен. Мәскәү метроһы. Метро менән барыу. Метрола йөрөү. ■ Мин [сәйәс-мән]трамвайға, метроға ултырам — халыҡты күрермен. «Йәшлек», 6 апрель 2012. Ул [Ғилман] шулай берсә ғәжәпләнеү, берсә ҡыуаныу интонациялары менән Мәскәү, Мавзолей, метро хаҡында һөйләп үтте. 3. Биишева.
МЕТРОВКА [рус.] и. ҡар. метрлыҡ 2.
МЕТРОВКАЛАУ (метровкала ) (Р: ме-тровать; И.: meter; T.: metre ile ölçmek) ҡ.
Игендең уңышын тамырында саҡта билдәләү өсөн бер квадрат метр ерҙә нисә бөртөк ашлыҡ булғанын билдәләү. □ Ме-тровать (определение урожайности на одном квадратном метре). Юғары сортлы бойҙайҙы метровкалау.
МЕТРОЛОГ [рус.] (Р: метролог; И.: metrologist; T.: metroloji uzmanı) и.
Метрология буйынса белгес. □ Метролог (специалист по метрологии). Метролог һәнәре. Метролог булып эшләү.
МЕТРОЛОГИК (Р: метрологический; И.: metrological; Т.: metroloji) с.
Метрологияға мөнәсәбәтле. □ Метрологический. Метрологик тикшеренеүҙәр. Метрологик үҙенсәлектәрен өйрәнеү.
МЕТРОЛОГИЯ [рус. < гр. metron ‘үлсәм’ + logos ‘фән’] (Р: метрология; И.: metrology; Т: metroloji) и.
Үлсәүҙәрҙе, уларҙың бер төрлөлөгөнә ирешеү методтарын һәм талап ителгән аныҡлыҡты өйрәнеүсе фән. □ Метрология (наука об измерениях). Метрология һөҙөмтәләре. Метрология ғилеме. Метрологияның бүлектәре.
МЕТРОНОМ [рус. < гр. metron ‘үлсәм’ + nomos ‘закон’I (Р: метроном; И.: metronome; T.: metronom) и.
Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ваҡыт араларын тыҡылдап билдәләп бара торған маятниклы прибор (музыканың һәм башҡа нәмәнең темпын билдәләү өсөн ҡулланыла). □ Метроном. Метрономдың тыҡылдауы. Пианинола уйнағанда метрономдан ҡалышмай темп тотоу.
МЕТРОПОЛИТЕН [рус. < фр. metropolitain] (Р: метрополитен; И.: underground railway; subway; T.: metropoliten) и.
Ҙур ҡала эсендәге электрлы тимер юл (ғәҙәттә, ер аҫтынан үткәрелгән була). □ Метрополитен. Мәскәү метрополитены картаһы. Метрополитенға төшөү.
МЕТРОПОЛИЯ [рус. < гр. metropolis] (Р: метрополия; И.: mother country; T.: metropol) и. тар.
Дәүләттең үҙенең колонияларына ҡарата исеме. □ Метрополия (государство по отношению к своим колониям, эксплуатируемым территориям). ■ Тарих һөйләүенсә, империя колонияны үҙенә хеҙмәт иттерергә хаҡлы булған шикелле, метрополия уны үҙ кимәленә яҡынайтырға тырышырға ла тейештер. Ғ. Хөсәйенов.
МЕХ [рус.] (Р: мех; И.: fur; T.: kürk) и. һөйл. ҡар. тире.
275