Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 276 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕХАНИЗАТОР
Иләнгән йәнлек тиреһе. □ Мех. / Меховой. Яһалма мех. Мехтан тегелгән итек. ■ [Рәмзил] куҙҙәренә ук төшөп торған һары сәс өлтөгөн башын сайҡап ҡырын һалды ла мех яғалы кун курткаһының кеҫәһенән болгар сигареты килтереп сығарҙы. Д. Бүләков.
МЕХАНИЗАТОР [рус.] (Р.: механизатор; И.: mechanization expert; T.: makineleştirme uzmanı) и.
1. Механизация буйынса белгес. □ Механизатор. / Механизаторский. Механизаторҙар курсы. ■ Атайыбыҙ курше ауылда мәктәпте тамамлағандан һуң механизаторҙар әҙерләу курсында уҡый. «Киске Өфө», № 49,
2011.
2. Машиналарҙы һәм механизмдарҙы хеҙмәтләндергән эшсе (ғәҙәттә, ауыл хужалығында). □ Механизатор. ■ [Фаил] бушы-раҡ саҡтарында тимерлектә механизатор булып эшләгән ололарға булыша, кәрәк-яраҡ йомоштарға йугерә. Р. Әхмәтов. [Механик механизаторҙарҙың] уҙҙәре кеуек ук ябай һөйләшә, кейеме менән дә башҡа механизаторҙарҙан бер айырылмай. Ф. Иҫәнғолов. Бабай баҫыуҙа башҡа механизаторҙар менән ярышып ер һөрә. «Киске Өфө»,№ 49,2011.
МЕХАНИЗАЦИЯ [рус.] (Р: механизация; И.: mechanization; T.: makineleştirme) и.
1. Хеҙмәттең машина һәм механизмдар менән тәьмин ителеше. □ Механизация. Комплекслы механизация. Механизация ут-кәреу. Сөгөлдөр эшкәртеу тулыһынса механизация менән тәьмин ителгән.
2. һөйл. Билдәле бер эш тармағында ҡулланылған машина һәм механизмдар йыйымы. □ Механизация (система механизмов в определённой отрасли). Тимерлектәге механизация. Самолёт канаты механизацияһы.
МЕХАНИЗАЦИЯЛАНЫУ (механизациялан-) ҡ. төш. ҡар. механизациялау. страд, от механизациялау. Механизацияланған хужалыҡ. ■ Ауыл янына әллә ниндәй һаҙлыҡ киптереусе механизацияланған кусмә колонна килә икән, тип һөйләйҙәр ине. Д. Бүләков.
МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ (механизацияла-) (Р: механизировать; И.: mechanize; Т.: makineleştirmek) ҡ.
Хеҙмәтте машина һәм механизмдар менән тәьмин итеү. □ Механизировать. // Механизация. Хеҙмәтте механизациялау. Элекке һөт эшкәртеу заводын өр-яңынан механизациялау.
МЕХАНИЗАЦИЯЛАШТЫРЫУ (механизациялаштыр-) ҡ. ҡар. механизациялау. Хеҙмәтте механизациялаштырыу. Хәҙер завод-фабрикаларҙа эшләуе еңел, бөтә нәмә механизациялаштырылған.
МЕХАНИЗМ [рус. < гр. тёсһапё ‘ҡорал’, ‘машина’] (Р: механизм; И.: mechanism; Т.: mekanizma) и.
1. Машина һәм төрлө аппараттың көс тәьҫирендә тейешенсә хәрәкәтләнгән үҙ-ара бәйле өлөштәре. □ Механизм. Сәғәт механизмы. Станок механизмы. Тирмән механизмы.
2. Билдәле бер эш өсөн тәғәйенләнгән махсус машина, ҡулайлама. □ Механизм (специальное оборудование или машина для определённой работы). Ер ҡаҙыу механизмы. Кирбес сығарыу механизмы. Алтын таҙартыу механизмы.
3. кусм. Нимәнеңдер эске төҙөлөшө, системаһы. □ Механизм (внутренняя система или строение). Дәуләт механизмы. Төҙөлөш механизмы. Субсидиялау механизмы. ■ Яңы закон халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы курһәтеуҙән баш тартмай, киреһенсә, яңы механизмдар һәр пациентҡа кәрәкле медицина ярҙамы курһәтергә мөмкинлек бирә. «Киске Өфө», № 49, 2011.
4. Физик, химик, физиологик һәм башҡа төрлө күренеште хасил иткән хәл һәм процестар. □ Механизм (процесс физических, химических, физиологических явлений). Фекер итеу механизмы. Кан әйләнеше механизмы. Үҙеңде һаҡлау, яҡлау механизмы. ■ Амнезия, насар хәтерҙең сәбәбе — ҡурҡыу. Был организмдың уҙ-уҙен һаҡлау механизмы. «Йәшлек», 6 апрель 2012.
МЕХАНИК I (механигы) [рус.] (Р: механик; И.: mechanic; mechanical engineer, mechanician; T.: makine uzmanı) и.
1. Механика (1) буйынса белгес. □ Механик.
2. Машиналар төҙөклөгөн күҙәтеү, уның эшен ойоштороу менән шөғөлләнгән кеше.
276