Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 277 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕШЕҮ
□ Механик. Тракторҙар бригадаһы механи-гы. ■ Бөтә СССР-ҙы тиерлек урап сыҡҡан Сәйфулла ағай йәш сағында рефрижератор вагон механигы булған. «Киске Өфө», № 30,
2012.
МЕХАНИК II (Р.: механический; И.: mechanical; T.: mekanik) с.
1. Механика (1) тарафынан өйрәнелгән процесс һәм күренештәр менән бәйле, механикаға мөнәсәбәтле. □ Механический. Механик хәрәкәт. Механик энергия. Механик көс.
2. Механизм ярҙамында эшләнгән. □ Механический. Механик карбюратор. Механик бысҡы.
3. Машина һәм механизмдарҙы йүнәтеү, көйләү эшенә мөнәсәбәтле. □ Механический. Механик мастерской. Механик аппарат.
4. кусм. Уйламай эшләгән йә үҙенән-үҙе, өйрәнеш буйынса булған. □ Механический, непроизвольный. Механик хәрәкәт. Механик аҙымдар. ■ Кеше донъялағы мөһим өс куренеште ныҡ айыра: куҙ алдындағы йәки эске хәрәкәт куренештәрен (физик, химик, механик хәрәкәттәр). «Ағиҙел», № 9, 2008.
МЕХАНИКА [рус. < гр. mechanike] (Р: механика; И.: mechanics; mechanism; T.: mekanik) и.
1. физ. Еҫемдәрҙең арауыҡтағы хәрәкәтен һәм шул саҡтағы үҙ-ара тәьҫир итешен өйрәнә торған фән. □ Механика. Теоретик механика. Практик механика.
2. Техниканың хәрәкәт һәм көс хаҡындағы фән мәғлүмәттәрен ғәмәлдә файҙаланыу мәсьәләһе менән шөғөлләнгән бер тармағы. □ Механика. ■ Механика кинематикаға, статистика һәм динамикаға буленә. Интернет селтәренән.
3. кусм. Нимәнеңдер ҡатмарлы эске төҙөлөшө. □ Механика. Карбюратор механикаһы.
МЕХАНИК РӘҮЕШТӘ (Р: механически; И.: mechanically; T: mekanik olarak)/?.
Уйламайса, өйрәнеш буйынса. □ Механически, непроизвольно. Механик рәуештә атлау. Механикрәуештә ишек бикләу. Механик рәуештә ут һундереу.
МЕХАНИСТ [рус. < гр. тёсһапё ‘машина’] (Р: механист; И.: mechanist; T: makinist) и. фәлс.
Механицизм фәлсәфәһе яҡлы кеше.
□ Механист. Механисҡа әйләнеу. Механис-тар дәлиле. Механист менән аралашыу.
МЕХАНИСТИК (Р: механистический; И.: mechanistic; mechanical; T: mekanik) с.
Механицизм принциптарына нигеҙле.
□ Механистический. Механистик материализм. Механистик теория.
МЕХАНИЦИЗМ [рус.] (Р: механицизм; И.: mechanicalism; T: mekanikçilik) и. фәлс.
Донъяның күп төрлө ҡатмарлы күренештәрен ябай материя өлөшсәләренең механик хәрәкәтенә, ә ҡатмарлы үҫеш закондарын ябай механика закондарына ҡайтарып ҡалдырған фәлсәфәүи тәғлимәт. □ Механицизм. Механицизм фәлсәфәһе. Механицизм тәғлимәте. Механицизм буйынса әҙәбиәт.
МЕЦЕНАТ [рус. < лат. Maecenas] (Р: меценат; И.: Maecenas; T.: meçena) и.
Фән, әҙәбиәт һәм сәнғәттең үҫеүенә матди яҡтан ярҙам итеүсе кеше. □ Меценат. ■ [Кандидаттарҙың] һайлау алды сығыштарында Рәсәй граждандарына юғары сифатлы тормош, суверенлы демократияның уҫеше, меценаттарға ташламалар .. һ. б. вәғәҙә ителгән. «Ағиҙел», № 11, 2011.
МЕЦЕН АТЛЫҠ (меценатлығы) (Р: меценатство; И.: patronage of Literature, of arts; T.: meçena) и.
Меценат эше. □ Меценатство. / Меценатский. Меценатлыҡ менән шөғөлләнеу. Меценатлыҡ хәйриәте.
МЕЦЦО-СОПРАНО [рус. < ит. mezzo soprano ‘урта юғарылыҡта’] (Р: меццо-сопрано; И.: mezzo-soprano; T.: mezzosoprano) и. муз.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙағы урта юғарылыҡтағы тауыш. □ Меццо-сопрано. Меццо-сопрано менән йырлау. Меццо-сопрано өсөн яҙылған әҫәр.
МЕШЕҮ (Р: лукошко для куру та; И.: bast basket for Bashkir national product qurut, T.: kurut için kap) и. диал.
Ҡорот тубалы. □ Лукошко для курута. Мешеу тулы ҡорот. Мешеуҙә ҡорот әҙерләу.
277