МЕШКӘ
МЕШКӘ (Р.: мошкара; И.: midges; gnat; T.: cibin) и. диал.
Ваҡ ҡына себен; һуҡыр себен; ләпәкәй. □ Мошка, мошкара. Туғайҙа мешкә һырый. Мешкә ҡыуыу. Малды мешкә йонсота.
МЕШӘ и. диал. ҡар. бешә. Мешә баҫҡан. Мешә араһынан һуҡмаҡ.
МЕШӘ Л ЕК (мешәлеге) и. диал. ҡар. бешәлек. Я Алыҫтин ҡарай күренгән, яным ай, Күксәтауҙыц мешәлеге, яным ай. Ҡобайырҙан.
МЕЩАН [рус.| (Р.: мещанин; И.: petty bourgeois; philistine; T.: küçük burjuva) u.
1. тар. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә ҡалалағы ваҡ сауҙагәрҙәрҙән, һөнәрселәрҙән һәм хеҙмәткәрҙәрҙән торған ҡатлам вәкиле. □ Мещанин (в дореволюционной России: лицо городского сословия, состоявшего из ремесленников, мелких торговцев и служащих). Сығышы менән мещан. Мещан ғаиләһендә тыуыу. Я Бәләбәй ҡалаһы — сыуаштар, суҡындырылған крәҫтиәндәр һәм улар менән бергә йәшәгән сауҙагәрҙәр, мещандар, отставкалағы һалдаттар һәм уларҙыц кесе йәштәге балаларыныц биләмәһе. А. Камалов. Ҡалала [Өфөлә] мещандарҙан тыш отставкаға сыҡҡан һалдатттар һәм казактар йәшәй. Башҡортостан календарынан.
2. күсм. иҫк. Үҙ файҙаһын ғына күҙәтеп, үҙе өсөн генә йәшәй торған тар маҡсатлы кеше. □ Мещанин, обыватель (человек смелкими интересами и узким кругозором). Мещан сифаттары. Мещанға әйләнеү. ■ Мещан бәхете менән ғүмер итеү тере мәйет яһай үҙецде. М. Хәй.
МЕЩАНЛЫҠ (мещанлығы) (Р.: мещанство; И.: philistinism; lower middle classes; T.: maddecilik) и. иҫк.
Мещандарға (2) хас һыҙат. □ Мещанство, обывательство. / Мещанский. Мещанлыҡҡа төшөү. ■ Япраҡтары ялтыр гигант — фикусты оҙаҡ ваҡыт мещанлыҡ билдәһе тип яманланылар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005. Шағирә мещанлыҡтан, күцел ярлылығынан, формаллектән, мона-фиҡлыҡтан, ҡуштанлыҡтан, талаш-тартыштарҙан, яуызлыҡтан әсе көлгән. «Ағиҙел», № 8, 2009.
МЁРИНГИЯ [рус. < лат. moehringia] (Р: мёрингия; И.: Moehringia; Т.: moehringia) и. бот.
Ҡәнәферҙәр ғаиләһенә ҡараған, ваҡ аҡ сәскәле күп йә бер йыллыҡ үлән. □ Мёрингия (лат. Moehringia). Өс епсәле мёрингия. Ян сәскәле мёрингия. Н Рәсәйҙец таулы райондарында ике төрлө мёрингия таралған. Интернет селтәренән.
МИ (Р.: ми; И.: mie; T.: mi notası) и. муз.
Музыкаль гамманың өсөнсө тауышы һәм шуны белдергән нота. □ Ми (музыкальная нота). Ми нотаһына тиклем көйләү.
МИВӘ [фарс. <*и] (Р_: фрукты; И.: fruit(s); T.: meyve) и. иҫк.
Еләк, емеш. □ Фрукты, ягоды. Мивә менән һатыу итеү. Киптерелгән мивә һатып алыу.
МИГРАНТ [рус. < лат. migratio ‘күсеү’] (Р: мигрант; И.: migrant, immigrant; T.: göçmen) и.
Билдәле бер илгә күсеп килгән сит ил гражданы. □ Мигрант. Мигранттарҙы ҡабул итеү.
МИГРАЦИОН (Р: миграционный; И.: migratory; T.: göçmen) с.
Миграция менән бәйле; күсмә. □ Миграционный. Миграцион ойошма. Миграцион хеҙмәт.
МИГРАЦИЯ [рус. < лат. migratio ‘күсеү’] (Р: миграция; И.: ethnic migration; T.: göç) и.
1. Халыҡтарҙың бер ил эсендә йәки бер илдән икенсе илгә күсеүе. □ Миграция (эт-ническая). Эске миграция. Халыҡ-ара миграция. ■ Федераль миграция хеҙмәтенец БР буйынса идаралығы 16 төрҙән ашыу дәүләт хеҙмәте күрһәтә. «Киске Өфө», № 29, 2012. Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре төрлө социаль объекттарҙа патруллек алып бара (сауҙа, сәнәғәт майҙандары, торлаҡ участкалары). Интернет селтәренән.
2. биол. Йәшәү шарттарының үҙгәреүе йәки үҫеш циклының үтеүе сәбәпле йәнлектәрҙең һәм ҡоштарҙың урындан урынға күсеүе. □ Миграция (биологическая). Ҡоштар миграцияһы. Балыҡтар миграцияһы.
278