Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 279 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИҘГЕЛЛЕ
3. кит. Ниҙеңдер күсеше, йөрөшө. □ Миграция, передвижение, перемещение. Химик элементтар миграцияһы. Үҫемлек күҙәнәктәренең миграцияһы.
МИГРАЦИЯЛАУ (миграцияла-) (Р.: мигрировать; И.: migrate; T.: göçmek) к. кит.
Күсеү, күсеп йөрөү; миграция яһау.
□ Мигрировать. // Миграция. Миграциялап бөтөү. Миграциялай башлау.
МИГРЕНЬ [рус. < фр. < лат. hemi ‘ярты’ + kranion ‘баш һөлдәһе’] (Р: мигрень; И.: migraine; T.: migren) и. ҡар. өйәнәк.
Ваҡыт-ваҡыт ҡуҙғала торған ҡаты баш ауырыуы. □ Мигрень. / Мигреневый. Мигрендән яфаланыу. Мигрень йонсота.
МИҒМАР [ғәр. (Р: строитель; И.: builder; T.: mimar) и. иҫк.
Бина, ҡоролмалар төҙөгән кеше; төҙөүсе. □ Строитель. Миғмар һәнәре. М [Бала] ҡулына ағас-таш алыр, өй яһар, миғмар булыр. 3. Һаҙый.
МИҒРАЖ [ғәр. (Р: мирадж; И.: religious holiday; holy day; T.: mîraç) и. дини.
1. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең күккә артылған төнө. □ Мирадж (ночь вознесения Мухаммеда на небо). Миғраж етте. Миғражды көтөү. Миғраждағы ваҡиға.
2. Шул ваҡиғаны билдәләй торған дини байрам. □ Религиозный праздник. Миғраж байрамын үткәреү.
МИҒЪЯР [ғәр. (Р: мера; И.: measure; T.: ölçü) и. иҫк.
Үлсәм, сама. □ Мера. ■ Маҡтанып, ҡарсыға байғош һеҙгә миғъяр булмаған. М. Аҡмулла.
МИДИ [рус. < ингл. midi: ‘урта’] (Р: миди; И.: mid; T.: mini ölçü) и.
Ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең урта размеры.
□ Миди (средняя длина женской одежды). Миди юбка.
МИҘАЛ [рус. < фр. medialis] (Р: медаль; И.: medal; T.: madalya) и.
1. Һүрәтле, яҙыулы металл түңәрәк рәүешендә булып, хәрби батырлыҡ йәки хеҙмәт ҡаҙанышы өсөн бирелә торған махсус билдә. □ Медаль. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы. М Мәҡәләбеҙ героиняһы — «Әсәлек даны» миҙалына эйә Римма Вәлит
ҡыҙы Ишбирҙина. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005. Биш йылдан һуң күкрәге орден-миҙалдар менән тулы атайым .. ҡайтып төштө. «Тамаша», № 2, 2001.
2. Мәктәпте бик яҡшы тамамлаған йәки төрлө конкурс һәм ярышта еңгән өсөн бирелә торған шундай уҡ билдә. □ Медаль. Алтын миҙал. Мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлау. М Медицина институтына төпкөл ауыл мәктәбен алтын миҙалға тамамлап уҡырға инде Сания. Г. Ситдиҡова. «Торос» бушҡа ғына юғары лига лидерҙары рәтенә инеп, Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал призёры булмағандыр. «Йәшлек», 6 апрель 2012.
3. Ниндәйҙер тарихи ваҡиғаға йәки күренекле эшмәкәр иҫтәлегенә сығарылған шундай уҡ билдә. □ Медаль. Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә сығарылған миҙал. ■ Ҡыҙ этник вокал номинацияһында беренсе урынға лайыҡ була һәм Болгарияның Боронғо Плисҡа көмөш миҙалы менән бүләкләнә. «Йәшлек» 6 апрель, 2012.
МИҘГЕЛ (Р: сезон; И.: season; T.: mevsim) и.
1. Йылдың тәбиғәттәге үҙгәреш менән билдәләнгән айырым бер осоро; фасыл.
□ Сезон. Йәй миҙгеле. Ҡыш миҙгеле. Яҙ миҙгеле. Көҙ миҙгеле. К Яҙ миҙгелкәйҙәрен шунан беләм: һыҙғырып та оса көйөлдө. Халыҡ йырынан. Әй, аҡ миҙгел. Күңел азат миҙгел: йәшәү насип — бәхете барҙарға. Тәү күргәндәй ҡарап торам бына аҡ ҡышыма, ынйы ҡарҙарға. М. Закиров.
2. Ниндәйҙер бер эшкә тәғәйенләнгән ваҡыт, мәл, осор. □ Пора, время, период. Бесән миҙгеле. Еләк миҙгеле. Сәсеү миҙгеле. Урып һуғыу миҙгеле.
3. Билдәле бер ваҡыт, үҙенсәлекле осор.
□ Время, определённый промежуток времени. ■ [Эбей] буш хыялдарға арбалыу арҡаһында сәғәҙәтле миҙгелдәренең ҡәҙерен белмәй, ҡәнәғәтһеҙ булып, үҙ бәхетен үҙе кәметеп йәшәгән нисәмә йылдар буйы! Г. Ситдиҡова.
МИҘГЕЛЛЕ (Р: сезонный; И.: seasonal; T: vakitli) с.
279