МИҘГЕЛ-МИҘГЕЛ
Билдәле бер ваҡыт араһы менән сикләнгән; ваҡытлы. □ Сезонный, периодический. Миҙгелле эш. Миҙгелле емеш-еләк.
МИҘГЕЛ-МИҘГЕЛ (Р.: временами; И.: at times, now and then, now and again, from time to time; T.: zaman zaman) р.
Ҡайһы бер ваҡыттарҙа; ваҡыты-ваҡыты менән. □ Временами, периодически, время от времени. ■ Һыу батшаһы, Аҡбуҙатты менеп, миҙгел-миҙгел Урал буйына сығып әйләнә торған булған. «Аҡбуҙат».
МИҘГЕЛ ТЕЛӘҮ (Р.: обряд вызывания хорошей, ясной погоды; И.: rite to call clear weather; T: güzel hava dileme geleneği) и. миф.
Матур, сыуаҡ көндәр теләү йолаһы.
□ Обряд вызывания хорошей, ясной погоды. Әбейҙәр миҙгел теләугә сыға. И Бала-сағаның миҙгел теләуе шаулы уйындарҙы хәтерләтә. Экспедиция материалдарынан.
МИҘГЕЛҺЕҘ I (Р: ненастный; И.: untimely; T.: fena hava) с.
Яуым-төшөмлө, йонсоу (мәл, көн, ваҡыт).
□ Ненастный. Миҙгелһеҙ көндәр. Көҙгө миҙгелһеҙ ваҡытта йөрөу. М Ялҡытҡыс һоро ямғырҙар тымған, тәбиғәттең йәй менән ҡыш араһында зарыҡҡан миҙгелһеҙ ваҡыты. Ә. Хәкимов.
МИҘГЕЛҺЕҘ II (Р: несвоевременно; безвременно; И.: untimely; T.: vakitsiz)/?.
Уңайһыҙ, теләһә ниндәй ваҡытта; ваҡытһыҙ. □ Несвоевременно; безвременно, не вовремя. Миҙгелһеҙ йөрөу. Миҙгелһеҙ башлау. • Торлаҡһыҙ уҫкән ҡолан миҙгелһеҙ юшап, миҙгелһеҙ утлар. Әйтем.
МИҘӘ [фарс. (Р.: наслаждение; И.: delight, enjoyment; T.: zevk) и.
Тәм, тат, ләззәт. □ Наслаждение, удовольствие. Миҙәһен курсу. М Бер һурәт надир һин, кис ҡаршымда хазир һин, уян килһәм, янда юҡ, ни хәсрәтле миҙә һин? «Әл-ҡисса Буҙйегет».
МИҘӘТ (Р: здоровье, сила; И.: health; T: sağlık) и. диал.
Сәләмәтлек, көс. □ Здоровье, сила. Аяғымдың миҙәте юҡ. Һәр нәмәлә лә миҙәт кәрәк. ■ Ситтәгеләр көлдө, ауылдаштары
миҙәт бирҙе, тик көтөусе генә бер нәмәгә ҡолаҡ һалманы, таҫтамалды алды ла, хатта ниндәйҙер яҡшылыҡ теләгәндәй, тыныс ҡына ҡиәфәт менән ҡунаҡ егеткә ҡараны. Р. Солтангәрәев.
МИҘӘТЛЕ (Р: здоровый; И.: healthy; Т: sağlıklı) с. диал.
Сәләмәт, көслө. □ Здоровый, сильный. Миҙәтле булыу. ■ Яҡындағы сағылда ыласын ултыра икән, ул, ҡоҙғондо куреу менән,.. ҡояшҡа ҡарап осто, куктә, бейектә миҙәтле ҡанаттарын йәйеп, бер аҙ талпынып торҙо. Ә. Ихсан.
МИҘӘТҺЕҘ (Р: больной; слабый; И.: sick; T: hasta) с. диал.
Сырхау, кәрһеҙ. □ Больной, слабый. Миҙәтһеҙ бала. Миҙәтһеҙ ҡарт. Миҙәтһеҙ хәлдә ҡалыу.
МИЖНӘК [рус. межник] (Р: землемер; И.: land-surveyor; T: messah) и. иҫк. һөйл.
Ер үлсәүсе. □ Землемер. ■ Суҡмар, ку-ҫәк, һалмауырҙар менән ҡоралланған ирҙәр кутәрелеп сығып, мижнәктәргә ташланды. Ш. Шәһәр.
МИЗАН I [ғәр. û'j^] (Р: весы; И.: balance; scale; scales; T.: mizan) и. иҫк.
1. Ауырлыҡты үлсәй торған ҡорамал; үлсәү, бизмән. □ Весы. Мизан табағы. Мизанға һалып улсәу. • Кеше ғәйебен мизанға һалып улсәп булмай. Әйтем.
2. кусм. Баһалау өсөн нигеҙ булған сама; үлсәм. □ Мера, измерение. Хәҡиҡәт мизаны. • Һәр нәмәнең уҙ мизаны. Әйтем.
♦ Бер мизан да бер тамсы ла. □ Нисколько, ни одного грамма. Бер мизан да ғәйебе юҡ. Бер мизан да ҡалманы. Мизанға һалыу нимәнеңдер ыңғай, кире яҡтарын сағыштырыу. □ Сравнить. Мизанға һалып ҡарау. Мизанға һалып билдәләу.
МИЗАН II [ғәр. J (Р: зодиакальное созвездие Весы; И.: Libra; T: Mizan) иҫк. астр.
1. (баш хәреф менән) Ун ике бөрөждөң береһе; Сөмбәлә һәм Ғәҡрәп бөрөждәре уртаһында урынлашҡан Үлсәү йондоҙлоғо.
280