МИКРОБИОЛОГИЯ
Микробиологияға мөнәсәбәтле. □ Микробиологический. Микробиологик лаборатория. Микробиологик асыштар. Микробиологик тикшеренеуҙәр.
МИКРОБИОЛОГИЯ [рус. < гр. mikros ‘бәләкәй, ваҡ’ + bios ‘тормош’ + logos ‘фән’] (Р.: микробиология; И.: microbiology; Т.: mikrobiyoloji) и.
Микроорганизмдарҙы өйрәнә торған фән.
□ Микробиология (наука о микроорганизмах). Микробиология менән эш итеу. Микробиологиянан уҡыу әсбаптары. М Иәнә ул [ер майы] нефть химияһы, микробиология сәнәғәте һәм стратегик юҫыҡтағы башҡа нәмәләр етештереу өсөн юғары сифатлы ҡиммәтле сеймал булып тора. Башҡортостан календарынан, һәр йоғошло ауырыу уҙенә генә хас микроб йоғоуҙан башлана. Был мөһим асыш була: «микробиология» тигән фән барлыҡҡа килә. Башҡортостан календарынан.
МИКРОБЛЫ (Р: микробный; И.: microbal; T.: mikroplu) с.
Микробҡа мөнәсәбәтле, микробтары булған. □ Микробный. Микроблы куҙәнәктәр. Микроблы бактериялар. Микроблы ауырыуҙар. ■ Фатирҙа иң бысраҡ микроблы урын булып, куптәр иҫәпләгәнсә, бәҙрәфтәге унитаз тугел, ә аҙыҡ турағыс таҡта тора икән. «Киске Өфө», № 33, 2012.
МИКРОБҺЫҘЛАНДЫРЫУ (микробһыҙландыр-) (Р: очищение от микробов особым способом; И.: special way to clear from microbes; T.: mikroplardan temizlemek) ҡ.
Махсус ысул менән эшкәртеп микробтарҙан таҙартыу, микробһыҙға әйләндереү.
□ Очищение от микробов особым способом. ■ Аҡ халаты өҫтөнән [Әмингә] мик-робһыҙландырылған һары халат кейҙерҙеләр. Р Ғабдрахманов.
МИКРОБҺЫҘЛАНЫУ (микробһыҙлан-) (Р: очиститься от микробов; И.: clear oneself of microbes; T.: mikroplardan temizlenmek) ҡ.
Микробтарҙан таҙартылыу, микробһыҙға әйләнеү. □ Очиститься от микробов. Микробһыҙланыу ысулы. Махсус шыйыҡса ярҙамында микробһыҙланыу.
МИКРОДВИГАТЕЛЬ [рус ] (Р: микродвигатель; И.: micromotor; Т.: micro motor) и.
Ниндәйҙер энергияны механик энергияға әйләндерә торған бәләкәй размерлы һәм ҡеүәтле двигатель (машина). □ Микродвигатель. Электр микродвигателе. Реактив микродвигателдәр.
МИКРОИНФАРКТ [рус. < гр. mikros ‘бәләкәй, ваҡ’ + лат. infarcire ‘тынҡыслау, тығыҙлау’] (Р: микроинфаркт; И.: microinfarct; T.: enfarktüs) и. мед.
Ҡан тамырҙары тығылып йә тарайып, ҡан йөрөшө насарланыу сәбәпле берәй ағза туҡымаһында барлыҡҡа килгән бәләкәй генә үле урын. □ Микроинфаркт. Микроинфаркт уткәреу. Йөрәк микроинфаркты.
МИКРОКЛИМАТ [рус.] (Р: микроклимат; И.: microclimate; T.: mikroiklim) и.
1. Бәләкәй генә бер ерҙең урындағы шарттар менән билдәләнгән үҙ климаты. □ Микроклимат. Микроклиматтың алы-шыныуы. ■ Улар [балаҫтар] 30 процент дымды йота, өй микроклиматы менән идара итә: булмә ҡоро икән, дымы менән булешә, еуеш икән, дымын уҙенә һура. Башҡортостан календарынан.
2. кусм. Әйләнә-тирәләге хәл, мөнәсәбәт. □ Микроклимат (обстановка, взаимоотношения в небольшом коллективе, в семье). Яҡшы микроклимат урынлаштырыу.
3. Һыуытҡыс һәм вентиляция ҡоролмалары ярҙамында бина эсендә яһалма рәүештә барлыҡҡа килтерелгән һауа режимы. □ Микроклимат. Теплицалағы микроклимат. Кондиционер ярҙамында микроклиматты уҙгәртеу.
МИКРОКЛИМАТИК (Р: микроклиматический; И.: microclimatic; Т.: mikroiklim) с.
Микроклиматҡа мөнәсәбәтле. □ Микроклиматический. Микроклиматик тикшеренеуҙәр. Микроклиматик шарттар. Микроклиматик уҙгәрештәр.
МИКРОКЛИМАТЛЫ (Р: микроклиматический; И.: microclimatic; Т.: mikroiklim) с.
Микроклимат булдырылған. □ Микроклиматический. Микроклиматлы булмә. Микроклиматлы камера.
282