МИКРОСТРУКТУРА
МИКРОКОСМОС [рус. < гр. mikrokosmos ‘бәләкәй донъя’] (Р.: микрокосмос; И.: microcosmos; Т.: mikrokosmos) и.
Иң ваҡ есемдәр (атомдар, электрондар һ. б.) донъяһы. □ Микрокосмос. Атомдар микрокосмосы. Куҙәнәктәрҙең микрокосмосы.
МИКРОМЕТР [рус. < лат. mikros ‘бәләкәй’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р.: микрометр; И.: micrometer; T.: mikrometre) и.
Иң бәләкәй оҙонлоҡ үлсәмен дөрөҫ итеп билдәләй торған ҡорал. □ Микрометр. Микрометр ярҙамында асыҡлау. Микрометр ҡулланыу. Шыма микрометр.
МИКРОМЕТРИК (Р.: микрометрический; И.: micrometrical; T.: mikrometre) с.
Микрометрға мөнәсәбәтле. □ Микрометрический. Микрометрик улсәм. Микрометрик иҫәплэуҙәр.
МИКРОМЕТРИЯ [рус. < гр. mikros ‘бәләкәй’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р: микрометрия; И.: micrometry; T.: mikrometri) и.
Иң бәләкәй оҙонлоҡтарҙың һәм өлөшсәләрҙең үлсәме. □ Микрометрия. Микрометрия берәмектәре.
МИКРОН [рус. < лат. mikros ‘бәләкәй’] (Р: микрон; И.: micron; T.: mikron) и.
Миллиметрҙың миллиондан бер өлөшө. □ Микрон (миллионная часть миллиметра). / Микронный. Өс микрон. Хәҙерге техника схемалары микрондар менән улсәнә. М Был юлы Вишняков та рас-чёттарҙы айырата ентекләп тикшерҙе һәм: «Бына бит, микронды тугел, ярты миллиметрға яңылышыуҙы ла курә алмағанһың, технолог», — тине. Ә. Байрамов.
МИКРООРГАНИЗМ [рус.] (Р: микроорганизм; И.: microorganism; T.: mikroorganizma) и.
Ябай күҙ менән күренмәй торған үҫемлек йәки хайуан организмы. □ Микроорганизм. Йоғошло микроорганизм. Микроорганизмдарҙы куҙәтеу. ■ Нервылар туҡымаһын ҡандағы токсин һәм микроорганизмдар һаҡлай. «Киске Өфө», № 28,2012.
МИКРОРАЙОН [рус.] (Р: микрорайон; И.: micro-district; T.: semt) и.
Район бүленешендә иң бәләкәй бер өлөш.
□ Микрорайон. / Микрорайонный. Көньяҡ микрорайон. «Көмөш шишмә» микрорайоны. ■ Кустарёвское куле эргәһендәге микрорайон урамдарының береһе куренекле архитектор һәм ғалим Барый Кәлимуллин исемен йөрөтәсәк. «Киске Өфө», № 28,2012.
МИКРОСКОП (микроскобы) [рус. < лат. mikros ‘бәләкәй’ + skopeo ‘ҡарайым’] (Р: микроскоп; И.: microscope; T.: mikroskop) и.
Ябай күҙ менән күренмәгән бик ваҡ нәмәләрҙең йәки уларҙың киҫәксәләрен ҙурайтып күрһәтә торған махсус ҡорамал.
□ Микроскоп. / Микроскопный. Электрон микроскобы. Микроскоп быялаһы. Микроскоптан ҡарау. Н Тәкәләр ҡул аҫтында булғанда сығып ҡандарын алдың, микроскоп аша ҡараның — бөтә нәмә асыҡ. Интернет селтәренән.
МИКРОСКОПИК (Р: микроскопический; И.: microscopical; T.: mikroskopluk) с.
1. Микроскоп ярҙамында эшләнә торған. □ Микроскопический. Микроскопик анализ. Микроскопик тикшеренеуҙәр.
2. Бик бәләкәй, микроскоп аша ғына күренмәле. □ Микроскопический. Микроскопик уҫемлек. Микроскопик киҫәксәләр. И Бер микроскопик йәнле куҙәнәк вулкандарҙан көслө, башҡа килгән бөйөк идея геологик алмашыныуҙарҙан ҡеуәтле икәнен тоябыҙ. «Ағиҙел», № 9, 2008.
МИКРОСКОПИЯ [рус.] (Р: микроскопия; И.: microscopy; T.: mikroskopla tetkik) и.
1. Ябай күҙ менән күренмәй торған бик ваҡ нәмәләрҙе күҙәтеү ысулдарының дөйөм атамаһы. □ Микроскопия. / Микроскопический. Микроскопия ярҙамында операция яһау.
2. Микроскоптың төҙөлөшө, ҡулланылышы һәм микроскопик препараттарҙың әҙерләнеше тураһындағы практик фән.
□ Микроскопия (наука о строении и функциях микроскопа).
МИКРОСТРУКТУРА [рус.] (Р: микроструктура; И.: microstructure; T.: mikroyapı) и. махс.
Ҡаты еҫемдәрҙең микроскоп аша ғына күренгән иң ваҡ эске төҙөлөшө. □ Микро-
283