МИКРОТУЛҠЫНЛЫ МЕЙЕС
структура. Металл микроструктураһы. Алтын микроструктураһы.
МИКРОТУЛҠЫНЛЫ МЕЙЕС (Р.: мик роволновая печь; И.: microwave oven; T.: mikrodalga fırını) и.
Әҙер аҙыҡ-түлекте тиҙ арала йылытыу йә бешереү өсөн ҡулайлаштырылған электр мейесе. □ Микроволновая печь. Микротулҡынлы мейестә картуф йылытыу. Микротулҡынлы мейестә ит йылытыу. Микротулҡынлы мейесте таҙартыу. ■ Төрлө инфекцияларҙың иң куп тупланған урыны булып микротулҡынлы мейестәрҙең һәм һыуытҡыстарҙың ишек тотҡалары килә. «Киске Өфө», № 21,2012.
МИКРОФИЛЬМ [рус. < лат. mikros ‘бәләкәй’ + xmrji.film ‘плёнка’] (Р.: микрофильм; И.: microfilm; T.: mikrofilm) и.
Ҡулъяҙма, баҫма йәки график документтың кино йәки фотоплёнкаға ныҡ бәләкәйләтеп төшөргән күсермәһе. □ Микрофильм. Микрофильм эшләу. Микрофильмдар курһәтеу. М Беркли университетынан мистер Ричард Перс Рәсәйгә килеп йыйған микрофильм коллекцияһын файҙаландым. Ә.-З. Вәлиди.
МИКРОФЛОРА [рус. < лат. mikros ‘бәләкәй’ + flora ‘үҫемлек’] (Р.: микрофлора; И.: microflora; T.: mikroflora) и.
Тәбиғи шарттарҙа (тупраҡта, һауала, аҙыҡта һ. б.) була торған микроорганизмдар. □ Микрофлора. ■ Ҡымыҙ, уның составында супрә йәки әсетке булыу һөҙөмтәһендә, сереткес микробтар, эсәк микрофлораһын боҙоусы бактериялар, стафилококк менән көрәшә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005. Йогурт антибиотиктар эсеуҙән зарарланған эсәк микрофлораһын яйға һала. Башҡортостан календарынан.
МИКРОФОН [рус. < лат. mikros ‘бәләкәй’ + phone ‘өн, ауаз’] (Р.: микрофон; И.: microphone; T.: mikrofon) и.
Тауыш тулҡындарын электр тулҡындарына әйләндерә торған прибор (тауышты көсәйтеу йәки алыҫҡа ишеттереу өсөн ҡулланыла). □ Микрофон. / Микрофонный. Микрофон трубкаһы. Микрофон мембранаһы. ■ Бер нисә урынға микро
фон ҡуйылған. Микрофон эргәһендәрәк бер төркөм зыялылар тора. «Ағиҙел», № 7,
2009. Азамат микрофонын ҡуйып торҙо ла йөҙөн йыйырҙы. Р. Солтангәрәев.
МИКРОФОТОГРАФИЯ [рус ] (Р: мик рофотография; И.: photomicrography; Т: mikroskopla fotoğraf çekme) и.
1. Микроскоп ярҙамында ҙурайтылған объекттың фотоға төшөрөлөүе. □ Микрофотография. Микрофотография эшләу. Микрофотография тоноҡ сыҡҡан.
2. Микроскоп ярҙамында төшөрөп алынған объекттың ҙурайтылған фотоһы. □ Микрофотография. Микрофотографияны кур-гәҙмәматериал итеп ҡулланыу. Микрофотографияны фактик материал итеп биреу.
МИКРОЭЛЕМЕНТ [рус.] (Р: микроэлемент; И.: microelement; T.: mikroeleman) и.
Үҫемлек һәм хайуан организмында бик аҙ миҡдарҙа ғына була торған химик элемент. □ Микроэлемент, а Меңьяпраҡтың составында витаминдар, микроэлементтар, фитонцид кеуек эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005. Ҡымыҙ, витаминдар менән бер рәттән, төрлө микроэлементтарға, антибиотик матдәләргә, алыштырғыһыҙ аминокислоталарға бай. Интернет селтәренән.
МИКСЕР [рус. < ингл. mixer ‘бутау, туғыу’] (Р: миксер; И.: mixer; T.: mikser) и.
1. Һыуыҡ эсемлектәрҙе тиҙ генә бутау, йомортҡа һәм башҡаларҙы туҡыу, шулай уҡ крем, коктейль яһау өсөн хеҙмәт иткән электр приборы. □ Миксер (электрический кулинарный прибор). Миксер менән ҡоймаҡ туғыу. Миксер ярҙамында бутау. ■ Хәҙер һәр бер йортта һыуытҡыс, телевизор, компьютер, кер йыуыу машинаһы, микротулҡынлы мейес, плитә, тиҫтәләгән ут яҡтыртҡыс, кеҫә һәм станционар телефондары, уларҙан ҡала фен, тостер, миксер кеуек ваҡ-төйәк. «Киске Өфө», № 38, 2012. Табаҡҡа йомортҡа, гәрсис, тоҙ һәм шәкәр ҡомо һалабыҙ һәм миксер ярҙамында туҡыйбыҙ. Башҡортостан календарынан.
2. тех. Домна мейесенән алынып артабан эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡ
284