МИЛАДИ
суйынды ҡабул итеү һәм йыйыу өсөн булған һауыт. □ Миксер (сосуд для приёма и накопления жидкого чугуна). Миксерҙағы кайнар суйын. Домна миксеры.
МИКСТУРА [рус. < лат. mixtura ‘ҡатнашма’] (Р.: микстура; И.: mixture; T.: şurup) и. мед.
Төрлө матдәне бергә ҡушып яһаған шыйыҡ дарыу. □ Микстура. Микстура эсеу. Микстура әҙерләу. Микстура тәғәйенләу.
МИКТӘТЕҮ (миктәт-) (Р.: ослабеть; И.: weaken enervate; T: zayıflamak) к. диал.
Киңгәтеү, хәлһеҙләндереү, йонсотоу. □ Ослабеть, обессиливать. ■ Урмандарыбыҙҙа солоҡтарыбыҙ, йылғаларҙа һуҫарҙарыбыҙ, яландарҙа төлкөләребеҙ, быуаларҙа ҡондоҙҙарыбыҙ бөтмәһә, яһаҡ туләу генә беҙҙе миктәтмәҫ. Ғ. Хөсәйенов.
МИКТӘҮ (миктә-) (Р: ослабевать; И.: weaken; T.: halsiz düşmek) ҡ. диал.
Киңгәү, хәлһеҙләнеү, йонсоу. □ Ослабевать, обессиливаться. Ауырлыҡтан миктәу. Төрлө михнәттәрҙән миктәу. Үҙгәртеп ҡороуҙар мәлендә ауыл хужалығы миктәп ҡалды. ■ Ил миктәне, йәнә интеллект бөттө. «Ағиҙел», № 8, 2008. Яу-дауҙарҙан миктәп, халҡым ышыҡ тапҡан Уралда. Н. Сәлимов.
МИКӘН (Р: ли, ль; И.: whether, if; T.: mi iken) киҫ. һөйл.
Һөйләмдең йөкмәткеһенә өҫтәмә мәғәнә үҙенсәлеге биреп килгән ярҙамлыҡ һүҙ, һорау киҫәксәһе. □ Ли, ль. Оҙаҡҡа микән? Тағы курешербеҙ микән? ■ Ҡара нәмә куренгән болот микән, тау микән? «Урал батыр».
МИҠАН и. диал. ҡар. мыйылдаҡ. Миҡан булыу. Миҡан хәлде алып йөрөй.
МИҠДАР [ғәр. (Р: количество; И.: quantity, number; amount; T: miktar) и.
1. Нимәнеңдер иҫәбе, күләме. □ Количество, содержание, объём. Миҡдарын бил-дәләу. Миҡдар һаны. ■ Тигеҙ миҡдарҙа йукә япрағы һәм сәскәһе, ер еләге, ҡыҙыл көртмәле япраҡтары ҡатнашмаһын сәй бешереу сәйнугенә һалығыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005. Кавказда дымдың миҡдары йылына ике мең ярым миллиметрға барып баҫа. «Киске Өфө», № 19,2012.
2. Сама менән билдәләнгән ваҡыт.
□ Время. ■ Мөслим старшина ауылында дурт йыл миҡдары ғалимлыҡта торҙом. «Батыршаның хаты»нан.
МИҠДАРЛЫ (Р: мерный; И.: measuring; T.: miktarlı) с.
Миҡдарға мөнәсәбәтле. □ Мерный. Миҡдарлы һауыт. Миҡдарлы быяла стакан.
МИЛ [рус. миля < ингл. mile] (Р: миля; И.: mile; Т.: mil) и.
1. Диңгеҙ эшендә ҡулланылған юл үлсәү берәмеге. □ Миля. ■ Карап тау-тау булып кутәрелгән тулҡынға ҡаршы кукрәген киреп бара, сәғәтенә егерме биш-утыҙ мил саба башлай. А. Таһиров.
2. Төрлө, ғәҙәттә, инглиздәргә бәйле булған илдәрҙә төрлө иҫәп менән йөрөтөлгән юл үлсәү берәмеге. □ Миля. М Ҡыҫҡаһы, төрлө ҡитғаларҙа йәшәусе автор менән тәржемәсене меңәр саҡрымдар — милдәр айырып торһа ла, улар, хәҙерге техник ҡаҙаныштарҙы файҙаланып, бер өҫтәл артында ултырып эшләгән һымаҡ ижад итә ала. Р Бикбаев.
МИЛАД [ғәр. (Р: день рождения пророка; И.: Prophet’s birthday; T: milat) и. дини.
Ғайса пәйғәмбәр тыуған тип иҫәпләнгән көн. □ Милад (день рождения пророка Тайсы). Ҡабләл милад. Бәндел милад.
МИЛАДИ [ғәр. <5^?*] (Р: летоисчисление по христианскому календарю; И.: Christian era; T: miladi) и.
1. Ғайса пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнән иҫәпләнгән хәҙерге календарь йылы. □ Летоисчисление по христианскому календарю. ■ Милади буйынса 92 йылда һундар башҡорт ерҙәренән киттеләр. «Ағиҙел», №3, 2012.
2. Христиандарҙа ҡабул ителгән йыл иҫәбе. □ Христианское летоисчисление. ■ Табылған әҫәрҙәрҙең иң мөһимдәре — милади IX һәм X быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән мәшһур ғәрәп географы Ибн әл-Фәҡиһ әҫәре һәм уға ҡушып төпләнгән Ибн Фадлан, Әбудулаф исемле ике сәйәхәтсенең яҙмалары. Ә.-З. Вәлиди.
285