Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 286 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИЛЕДИ
МИЛЕДИ [рус. < фр. milady] (Р.: миледи; И.: my lady; T.: Hanım) и.
Инглиз аристократ ҡатын-ҡыҙҙарына мөрәжәғәт һүҙе. □ Миледи (наименование английской аристократки, а также вежливо-почтительное обращение к ней).
МИЛЕК (милке) [ғәр. (Р: имущество, собственность; И.: property; belongings; T.: mülk) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер ҡарамағында булып, матди хәлде билдәләгән бөтә нәмә, бөтә байлыҡ; мөлкәт. □ Имущество, собственность. Шәхси милек. Хосуси милек. Кусмә милек. Дәуләт милке. ■ Рәсәй Һалым кодексының 220-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, милекте өлөшләтә хужа булыу хоҡуғы менән һатып була. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
2. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер биләгән ере; биләмә. □ Владение. «Алексеевка» совхозы милке. Элекке «Ағиҙел» колхозы милке. ■ Аҡҡуянҡайҡасамилкенә, Аҡбуҙатҡай ҡуймай иркенә. Халыҡ йырынан. Утрау революцияға тиклем байлығы менән тирә-яҡта дан тотҡан сауҙагәр Латиповтың милке булған. Р. Вәлиев.
МИЛЕКЛЕ (Р: имущий; И.: propertied; well-off, wealthy; T.: mülklü) c.
Мал-мөлкәтле, бай. □ Имущий. Милекле синыфтар. Бай милекле ҡатлам.
МИЛЕКСЕ (Р: собственник; И.: owner, proprietor; T.: mülkçü) и.
Хосуси милек эйәһе. □ Собственник. ■ Өфөлә энергия ресурстарын һаҡ тотоноу, нигеҙҙә, торлаҡ һәм предприятие милекселәре аҡсаһы иҫәбенә ғәмәлгә ашырылып килде. «Киске Өфө», № 28,2012.
МИЛЕКСЕЛЕК (милекселеге) (Р: соб ственничество; И.: owner ship; T.: mülk) и.
Милеккә эйә булған хәл. □ Собственничество. / Собственнический. Ваҡ милекселеккә нигеҙләнгән хужалыҡ. Милекселек килеме.
МИЛИТАРИЗАЦИЯ [рус] (Р: мили таризация; И.: militarization; T.: askerileştirme) и.
Агрессив дәүләттәрҙә бөтә иҡтисади һәм сәйәси тормоштоң илбаҫарлыҡ маҡсатына буйһондоролоуы; хәрби идара методының гражданлыҡ мөнәсәбәттәре әлкәһенә кү-серелеше. □ Милитаризация. Милитаризация сәйәсәте. Милитаризацияға ҡаршы сығыу.
МИЛИТАРИЗАЦИЯЛАНЫУ (милитаризациялан-) ҡ. төш. ҡар. милитаризациялау. страд, от милитаризациялау. Милитаризацияланып бөтөу. Милитаризациялана башлау.
МИЛИТАРИЗАЦИЯЛАУ (милитаризацияла-) (Р: милитаризировать; И.: militarize; T.: askerileştirmek) ҡ.
Агрессив дәүләттәрҙә бөтә иҡтисад һәм сәйәси тормошто илбаҫарлыҡ маҡсатына буйһондороу; милитаризация үткәреү; хәрби идара методын гражданлыҡ мөнәсәбәттәре әлкәһенә күсереү; хәрбиләштереү. □ Милитаризировать. // Милитаризация (подчинение экономической, политической и общественной жизни целям политики вооружения и подготовки к войне). Илде милитаризациялау. Сәйәсәтте милитаризациялау.
МИЛИТАРИЗМ [рус. < лат. militaris ‘хәрби’] (Р: милитаризм; И.: militarism; T.: militarizm) и.
1. Ҡайһы бер илдәрҙең ҡоралланыуға, хәрбиләшеүгә һәм баҫҡынсылыҡҡа әҙерләнеү сәйәсәте. □ Милитаризм. Милитаризм идеяһынан баш тартыу. Милитаризм сәйәсәтен көсәйтеу.
2. Ҡайһы бер илдәрҙә хәрби ҡатламдың һуғышҡа йүнәлтелгән агрессив сәйәсәте. □ Милитаризм. Милитаризмға ҡаршы көрәш. Милитаризм яҡлы булыу.
МИЛИТАРИСТ [рус.] (Р: милитарист; И.: militarist; T.: militarist) и.
Милитаризм яҡлы кеше, дәүләт; милитаризм сәйәсәте алып барған кеше, дәүләт. □ Милитарист. Милитарист илдәргә ҡаршы хартия. Милитарист булыу. ■ Япон милитаристары Алыҫ Көнсығыш сиктәребеҙгә ҡаршы ҙур көс туплаған. Ғ. Аллаяров.
286