Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 287 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИЛЛИ АҢ
МИЛИТАРИСТИК (Р.: милитаристический; И.: militaristic; T.: militarizm taraftarlığına ait) с.
Милитаризмға мөнәсәбәтле. □ Милитаристический. Милитаристик сәйәсәт. Милитаристик идея сәсеү. Милитаристик рухты юҡҡа сығарыу юлдары.
МИЛИТАРЛАШТЫРЫУ (милитарлаш-тыр-) ҡ. ҡар. милитаризациялау. Милли үҙаңды милитарлаштырыу. Халыҡ араһында милитарлаштырыу идеяларын таратыу.
МИЛИЦИОНЕР [рус.] (Р.: милиционер; И.: policeman, police officer; T.: milis) и. иҫк.
Йәмәғәт тәртибен һаҡлаусы милиция хеҙмәткәре. □ Милиционер. / Милиционерский; милицейский. Участка милиционеры. Пост милиционеры. Н Милиционерҙар егеттәргә машинаға ултырырға бойорҙо. Р. Вәлиев. Милиционерҙар кәртәнән малды ҡыуып сығара башланы. Н. Мусин.
МИЛИЦИЯ [рус. < лат. militia ‘ғәскәр’] (Р: милиция; И.: police; T.: milis) и. иҫк.
1. СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә 2011 йылға тиклем йәмәғәт тәртибен һәм именлеген һаҡлау бурысы башҡарған дәүләт органы; полиция. □ Милиция. / Милицейский. Тимер юл милицияһы. Халыҡ милицияһы. ■ Рәсүл милицияла эшләй башланы. Р. Вәлиев.
2. Шул ойошманың урындағы идараһы. □ Милиция (местное управление правоохранительных органов). Милиция начальнигы. ■ Милиция бүлегендә уларҙы урта буйлы, мыҡты кәүҙәле капитан ҡаршы алды. Р. Әхмәтов.
3. йыйн. һөйл. Милиция хеҙмәткәре; милиционер. □ Сотрудник милиции, милиционер. Милиция саҡыртыу. Милицияға хәбәр итеү. М Икенсе көндө милиция капитаны килеп төштө. «Ағиҙел», № 11,2011.
МИЛЛИ [ғәр. ^Ь] (Р.: национальный; И.: national; T: milli) с.
1. Милләткә мөнәсәбәтле. □ Национальный. Милли сәйәсәт. Милли мәсьәлә. Милли үҙаллылыҡ өсөн көрәш. М Баш ҡалалағы милли саралар республикабыҙҙы төйәк иткән халыҡтарҙың бай мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, сағыу, зауыҡлы милли
костюмдары менән таныштырҙы. «Киске Өфө», № 52, 2011. Бөгөн милли интернет ресурстары, уларҙың үҫеше, был эште нисек ойоштороу тураһында фекер алышырға тейешбеҙ. «Киске Өфө», 14, 2012.
2. Билдәле бер илгә мөнәсәбәтле. □ Национальный. Милли гимн. Милли флаг. Милли парк. ■ АҠШ-тыц Кеше геномы милли тикшеренеү институты ғалимдары кеше тәненең ҡайһы өлөшөндә бактериялар күберәк икәнлеген асыҡлаған. Интернет селтәренән. Беҙҙең илебеҙҙә бөгөн йөҙҙән ашыу ҡурсаулыҡ, тиҫтәгә яҡын милли парк бар. «Ағиҙел», № 5, 2009.
3. Милләттең үҙенсәлектәрен сағылдырған, теге йәки был милләткә хас. □ Национальный. Милли культура. Милли бейеү. Милли ғәҙәт. М Үҙ эпосыбыҙҙы уҡып сыҡҡандан һуң Уралды мин милли батырыбыҙ, тип һанайым. Интернет селтәренән.
МИЛЛИ АҘСЫЛЫҠ (аҙсылығы) (Р: национальное меньшинство; И.: national minority; T.: ulusal azınlıklar) и. сәйәси.
Илдең төп халҡы менән сағыштырғанда һан яғынан аҙсылыҡты тәшкил иткән милләт. □ Национальное меньшинство. ■ Башҡорттар милли аҙсылыҡты тәшкил иткән ҡалаларҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ милли берекмәләрен ойоштора башланы. И. Агишев.
МИЛЛИ-АЗАТЛЫҠ ХӘРӘКӘТЕ (Р: национально-освободительное движение; И.: national liberation movement; T.: bağımsızlık hareketi) и. сәйәси.
Ниндәйҙер халыҡты сит ил баҫҡынсыларынан азат итеүсе ойошма. □ Национально-освободительное движение. XX быуаттың милли-азатлыҡ хәрәкәттәре. Рәсәйҙең XXI быуат милли-азатлыҡ хәрәкәте.
МИЛЛИ АҢ (Р: национальное сознание; И.: national consciousness; T.: milli bilinç) и. сәйәси.
Ниндәйҙер бер милләт вәкилдәренең үҙҙәрен шул милләткә билдәләп, шул милләт мәнфәғәте өсөн борсолоу йә ғорурланыу тойғоһо. □ Национальное сознание. К Уҡы-
287