Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 290 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИЛЛИОНЕРЛЫҠ
милек хужаһы. □ Миллионер. Миллионерҙар исемлеге. Миллионерҙар ҙа зарлана.
■ Элекке миллионер шағир Закир Рәмиевте лә Ырымбурға ошо килгәндәме, әллә йәйен икенсе тапкыр килгәндәме, барып курҙем. Ә.-З. Вәлиди.
2. һөйл. Миллион йәки миллионлаған километр юл үткән кеше. □ Миллионер (человек, прошедший миллион километров). Юл ғазабын куреусе миллионер. Миллионер сәйәхәте. Миллионер йәйәу донъя гиҙә.
МИЛЛИОНЕРЛЫҠ (миллионерлығы) (Р.: миллионерство; И.: position of a millionnaire; T.: milyoner olma durumu) u.
Миллионер булыу хәле. □ Миллионерство (поведение, роль миллионера). Миллио-нерлыҡҡа таянып эш итеу.
МИЛЛИОНЛАҒАН (Р: миллионы; И.: near a million; about some millions; T.: milyonlarca) сама һ.
Бер нисә миллион тирәһе. □ Миллионы; миллионный; в большом количестве. Миллионлаған баш һарыҡ. Миллионлаған кеше. ■ Батша хөкумәте Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйында миллионлаған гектар ҡаҙаҡ ерен тартып алып, ҡаҙаҡтарҙы ул тирәнән ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Ә.-З. Вәлиди. Ҡарышлауыҡтарҙы кәкуктәр ашамаһа, икенсе йылға улар бөтә ер өҫтөн ҡаплар, ә урмандар шыр яланғас төрөп ҡалыр ине. Башҡортостан календарынан.
МИЛЛИОНЛАП (Р: около миллиона; И.: about a million; T: milyon civarında) сама һ.
Миллион тирәһе, миллионға яҡын. □ Около миллиона. Миллионлап кеше. Миллионлап килеп алыу. Миллионлап иҫәпләу.
■ Аҙна һайын Голландиянан миллионлап розалар килтерелә. «Йәшлек», 6 апрель 2012.
МИЛЛИОНЛЫ (Р: миллионный; И.: millionstrong; T.: milyonluk) с.
Миллионға тиң; миллионды үҙ эсенә алған. □ Миллионный. Миллионлы ҡала. Куп миллионлы. ■ Фажиғә, әйтеуебеҙсә, миллионлы ҡаланың бөтә иғтибарын һурып алды, һорашыусылар ҙа, төбәшеуселәр ҙә артҡандан-арта барҙы. Т. Сәғитов.
МИЛ Л ИОНЫНСЫ (Р: миллионный; И: the millionth; T.: milyonuncu) рәт һ.
Урын тәртибе миллион менән билдәләнгән. □ Миллионный. Миллионынсы бала тыуыуы. Миллионынсы проект. Миллионынсы булыу.
МИЛЛИ ҮҘАҢ (Р: национальное самосознание; И.: national (self-) consciouness; T.: milli bilinç) и. сәйәси.
Ниндәйҙер милләткә ҡарата үҙеңдең әһәмиәтеңде, үҙеңдең ролеңде тулыһынса аңлау хәле. □ Национальное самосознание. ■ Халҡыбыҙ рухлы, тәуәккәл һуҙгә сарсағайны шул. Милли уҙаң көсәйгән саҡтар. «Ағиҙел», № 9, 2008. Тарихи документаль әҫәрҙәргә, мемуаристикаға иғтибарҙың артыуы ла йәмғиәттәге рухи эҙләнеуҙәрҙе, тарихи хәтерҙең тәрәнәйеуен, милли уҙаңдың уҫешен сағылдыра. Р. Бикбаев.
МИЛЛӘТ [ғәр. (Р: нация; И.: nation; Т: millet) и.
1. Теле, ере, иҡтисади тормошо, психологик үҙенсәлектәре, мәҙәни һәм көнкүреш уртаҡлығы менән бергә берләшкән, тупланған, тарихи ваҡиғалар ағымында бер бөтөн булып ойошҡан халыҡ. □ Народ, нация. Башҡорт милләте. Рус милләте. ■ Төрлө милләт вәкилдәре өсөн ҡалабыҙҙа Рәсәй буйынса тиңе булмаған 12 йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә. «Киске Өфө», № 52, 2011. Һәр милләт уҙенсә матур, һәр милләттән нимәгәлер өйрәнергә була. Интернет селтәренән.
2. Дәүләт, ил. □ Государство, страна.
МИЛЛӘТ-АРА (Р: межнациональный; И.: inter-ethnic; international; T: milletlerarası) с.
Милләткә мөнәсәбәтле, бәйле, милләттәр араһында булған, барған. □ Межнациональный. Милләт-ара мөнәсәбәттәр элек-электән республикабыҙ етәкселегенең иғтибар уҙәгендә булды, һәм бығаса беҙҙә бер ҡасан да милләт-ара ыҙғыштар тыуманы. «Башҡортостан ҡыҙы», №3, 2011. Башҡортостанды хәҙер Рәсәйҙән ситтә лә милләт-ара татыулыҡ өлгөһө итеп ҡабул итәләр. «Киске Өфө», № 23, 2009.
290