Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 292 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИЛӘҮШӘ
Ҡыҫҡа һабаҡлы, ялтыр яҫы япраҡлы, көрән, һирәкләп аҡ, алһыу һәм башҡа төрлө төҫтәге сәскәле үҫемлек. □ Фиалка (лат. Viola). Ала миләушә. Алтай миләушәһе. Ми-ләушә еҫе. ■ Баҡсалағы миләушәгә һин нисек уреләһең? Әллә у ҙең, әллә һуҙең һөйкөмлө куренәһең. Халыҡ йырынан.
МИЛӘҮШӘ II [фарс. (Р.: фиолетовый; И.: violet; Т.: violet) с.
Йәйғорҙоң етенсе буйын тәшкил иткән, ҡыҙыл менән күк ҡушылмаһынан торған (төҫ)', шәмәхә. □ Фиолетовый (цвет). Миләушәгә буяу. Миләушә сәскә. Миләушә төҫөндәге яулыҡ.
МИЛӘҮШӘЛӘР (Р: фиалковые; И.: Vio-laceae; T.: menekşegiller) и. бот.
Төрлө миләүшәләрҙе үҙ эсенә алған үҫемлектәр ғаиләһенең дөйөм атамаһы; миләүшә һымаҡтар. □ Фиалковые (лат. Vıolaceae). Миләушәләр ғаиләһенә ҡарау. Миләушәләр төрлө төҫтә, ҡыҫҡа һабаҡлылар.
МИЛӘҮШӘ ҺЫМАҠТАР и. бөт. ҡар. миләүшәләр. ■ Миләушә һымаҡтар медицинала киң ҡулланыла. Интернет селтәренән.
МИЛӘШ (Р: рябина; И.: rowan; sorbus; T: üvez) и.
1. бот. Гөлйемеш сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, абаға япраҡлы һарғылт ҡыҙыл төҫтәге әскелтем емешле ағас; мышар. □ Рябина (лат. Sorbus). Ябай миләш. Себер миләше. ■ Ҡайын, саған, миләштәргә ҡарап, тындарымды алмай торамсы. «Ағиҙел», № 11, 2011.
2. Шул ағастың емеше. □ Рябина (плод). / Рябиновый. Миләш йыйыу. Миләш һуты. ■ Миләш һутын ашҡаҙан һәм бөйән эсәге яман шеше булғанда ҡулланмайҙар. «Киске Өфө», № 31,2012.
3. этн. Үҫәргән ырыуының ағасы. □ Рябина (родовое дерево усерганцев). Үҫәргән-дәрҙең ағасы — миләш, ҡошо — торна, ораны — тоҡсаба.
4. миф. Ҡара көстәрҙән һаҡлау һәм уларҙы ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә булған үҫемлек. □ Рябина (в башкирской мифологии имеет обережную и отгонную силу). ■ һаҡлау сараһы булып, бишеккә тағылған артыш,
миләш ботағы, төрлө төҫтәге суҡтар ҙа хеҙмәт иткән. Ҡуҙ теймәҫкә баланың тупыйына миләш ағасы тағып ҡуялар. Башҡорт мифологияһынан.
МИЛӘШ БИШЕК (бишеге) (Р: колыбель из рябины; И.: cradle made from rowan; T.: üvez beşik) и. диал.
Миләш ағасынан эшләнгән бишек. □ Колыбель из рябины (выполняет обережную функцию). ■ Әуәле куҙ теймәһен, ен-шайтан килмәһен тип, миләш бишек эшләйҙәр ине. Экспедиция материалдарынан.
МИЛӘШЛЕК (миләшлеге) (Р: рябинник; И.: thicket of rowan; T: üvezlik) и.
Миләш күп үҫкән урын. □ Рябинник. Яҡындағы миләшлек. Миләшлеккә барыу. Миләшлек аша юл.
МИЛӘШЛӘНЕҮ (миләшлән-) (Р: завязываться (о плодах рябины)', И.: set (of rowan berrys); T.: üvez filizlenmek) ҡ.
Сәскәһе ҡойолоп, миләшкә тумалыу.
□ Завязываться (о плодах рябины). Миләш-ләнеу осоро.
МИЛӘШ СЫПСЫҒЫ (Р: дрозд рябинник; И.: fieldfare; T: tarla ardıç kuşu) и. зоол.
Барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған, сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара буй таптар менән сыбарланған һарғылт ерән, ҡорһағы аҡ төҫтәге ҡош. □ Дрозд-рябинник (лат. Turdus pilaris). ■ Миләш сыпсығы башлыса мышар һәм балан менән туҡлана, бөжәктәр ҙә аулай. Э. Ишбирҙин.
МИМЕЙ (Р: грудь; И.: tits; bosom; T.: meme) и. бал.
Ҡатын-ҡыҙҙың күкрәгендәге түңәрәкләнеп ҡабарып торған һөт биҙҙәре; имсәк.
□ Грудь. Мимей имеу. Мимей һорау. Мимей биреп йоҡлатыу.
МИМЕС и. һөйл. ҡар. немец. ■ [Әхмәт:] «Немец» тип әйтә беләм мин, әйтәһем генә килмәй, мимес тиһәм, рәхәтерәк кеуек, — тип һуҙ уңайында ғына яуап ҡайтарҙы. Р. Ханнанов. Был мимес шулай бер кем дә еңә алмаҫлыҡ көслөмө ни? И. Ғиззәтуллин.
МИМИК (Р: мимический; И.: mimis; Т.: mimik) с.
292