Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 293 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мин
Мимикаға мөнәсәбәтле. □ Мимический. Мимик хәрәкәт. ■ һәр көн иртәнсәк бит мускулдарына мимик зарядка яһарға тәҡдим ителә. Башҡортостан календарынан.
МИМИКА [рус. < гр. mimikos] (Р.: мимика; И.: mimicry; T.: mimik) и.
1. Биттең, йөҙҙөң эске тойғоларҙы сағылдырған хәрәкәте. □ Мимика. Мимика менән һөйләу. ■ Уның [баланың] йөҙөндәге мимикаға ҡарап, илауҙың яҡынса сәбәбен аңларға мөмкин. «Киске Өфө», № 10, 2013.
2. Шундай хәрәкәттәр менән эске тойғоно күрһәтеү оҫталығы. □ Мимика. Мимика менән тамашасыны таң ҡалдырыу. Мимикаға ҡоролған сәхнә әҫәре.
МИМИКРИЯ [рус. < лат. < гр. mimikos ‘ҡабатлаусы, үсекләүсе’] (Р: мимикрия; И.: mimicry; T.: taklitçilik) и.
1. биол. Ҡайһы бер йәнлек һәм үҫемлектәрҙең төҫө йәки рәүеше менән башҡа йәнлек һәм үҫемлектәргә йәки тирәләге тәбиғи нәмәләргә оҡшауынан ғибәрәт булған һаҡланыу сараһы. □ Мимикрия. Ҡуяндар, ағуналар, хамелеондар, кубәләктәр мимикрия уҙенсәлегенә эйә булыуҙары менән билдәле.
2. кусм. Кешенең бер ниндәй принципһыҙ тормошҡа яраҡлашыуы. □ Мимикрия. Мимикрия хәлендә йәшәу. Мимикрия юлы менән яраҡлашып китеу. Мимикрия рәуешендә эш итеу.
МИМОЗА [рус. < гр. mimos ‘ҡиәфәтен үҙгәртеүсе’] (Р: мимоза; И.: mimosa; acacia; T.: mimoza) и. бот.
1. Бер нәмә тейгәндә япрағын төрә торған тропик үҫемлек (ағас,ҡыу аҡ, лиана). □ Мимоза. / Мимозовый (лат. Mimosa). Мимозалар араһынан уткән һуҡмаҡ.
2. Хуш еҫле, ваҡ ҡына йомшаҡ һары сәскәле, мәңге йәшел субтропик акация төрө. □ Мимоза (акация). Мимоза гөлләмәһе. ■ Мимозаның һары сәскәһенән хушбуй саңы аңҡып бөркөлдө, япраҡтары төнгә һарылды, яратышҡан дуҫтар шикелле. С. Ҡудаш.
3. кусм. Бик нәҙберек, үтә нескә кеше. □ Недотрога, мимоза (очень чувствительный человек). Мимоза кеуек. Ҡыҙҙар мимоза була.
МИМЫЛДАТЫУ ( мимылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. мимылдау, понуд. от мимылдау. ■ Тыпыр-тыпыр трат-та-та. Мимылдатып ваҡ баҫа. Эш һуңында куңел асыу вәт килешә, исмаһам! Т. Йәнәби.
МИМЫЛДАУ (мимылда-) (Р: трястись; И.: shiver; T.: titremek) ҡ. диал.
1. Төрлө яҡҡа йөрөп, уйнаҡлап тороу (ауыҙ-моронға, итләс тәнгә ҡарата)', мыйҡылдау. □ Трястись. Мимылдап тороу. Мимылдап алыу. Мимылдап ҡуйыу.
■ Ҡурайсылар уйнай еҙ ҡурайын, матур ҡыҙҙар бейей мимылдап, кубәләктәй матур кәуҙәләре йөрөй яҙ геләндәй йымылдап. Д. Юлтый. Фәнистең куҙ алдына ауыҙҙары мимылдап торған бәләкәс теремек һецлеһе килеп баҫты. Р. Вәлиев.
2. Иркәләнеп, яй ғына һөйләшеү. □ Разговаривать тихо, нежно. В Ашханалағы сибәр ҡатындың куҙҙәре бохар бесәйенеке кеуек йәшкелт-зәңгәр, тауышы ауыҙынан мимылдап ҡына сыға. «Ағиҙел», № 8, 2009.
МИН (минең, миңә, мине, минән, миндә) (Р: я; И.: I; me; ту; myself; T: ben) зат а.
1. һөйләүсе үҙен күрһәткәндә, үҙен атағанда ҡулланыла. □ Я. ■ Мин халҡымдың сәскә куңеленән бал ҡортондай ынйы йыя-мын. Р. Ғарипов. Мин ни бирһәм, ашағыҙ, мин ни ҡушһам, эшләгеҙ. «Урал батыр».
2. Шәхес булараҡ үҙеңде атағанда һәм фәлсәфәүи төшөнсә булараҡ субъектты белдергәндә ҡулланыла. □ Я (как личность).
■ Мин — бер шәхес, йәмғиәттең тиң хоҡуҡлы ағзаһы, «бәхет» тигән усағым бар, бар уны ҡабыҙаһы. «Ағиҙел», № 11,2011.
♦ Ағай (йәки атай, апай) оло, мин ҙур оло кешегә хөрмәт күрһәтеү йәки юл биреү урынына үҙе алға сыҡҡан кешегә ҡарата әйтелә. □ Брат старше, но я — важнее (употребляется при проявлении неуважения к старшему по возрасту). Мин кем (йәки үҙем) 1) үҙен бик шәпкә һанап йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Я не я, вот я какой! ■ Бөтә байлыҡтың дурттән берен биләп, мин кем тип ятҡан Зариф байҙарҙың һырт һөйәген һындырып, колхоз төҙөнөк. И. Ғиззәтуллин; 2) үҙен кәмһетеп ҡараусы кеше. □ Кто я? Мин — мин икән, мин
293