Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 294 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИНА
кем икән ҡар. мин кем 1. ■ «Мин — мин икән, мин кем икән!» тигән һымаҡ, мәсет менән ярышып, ауыл уртаһында ҡуҡрайып ултырған өй, нигеҙе сереүҙән, бер яҡҡа ян-тая бара. Ф. Иҫәнғолов. Мин әйтәм кем менәндер икәү-ара булған хәбәрҙе башҡа кешегә һөйләгәндә ҡыҫтырыла торған инеш һөйләм. □ Я говорю. ■ [Ғариф:] Ашыҡмай тор, мин әйтәм, тәүҙә аҡыл үҫтер. Б. Бикбай. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе берәй эште урынына еткереп эшләмәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Делать кое-как, через пень-колоду. Миңә ҡалһа үҙ фекереңде әйткәндә ҡулланыла. □ Что касается меня. Миңә ҡалһа, мин ҡуш ҡуллап риза. Миңә тимәгәйе әһәмиәте юҡ, барыбер, тигән мәғәнәлә, кире мөнәсәбәтте белдерә. □ Мне-то что; мне всё равно. Уларға эш булһа булды, аръяғы, миңә тимәгәйе, сәсрәп китһен, һин дә мин яҡшы ғына, арыу уҡ, ярарлыҡ. □ Тихо, мирно, дружно. М Шулай аҡылым менән һин дә мин йәшәнек. Ғ. Хөсәйенов. Сәлимә менән Ҡасим һин дә мин эшләп алдылар ҙа киттеләр. Ф. Иҫәнғолов.
МИНА I [рус. < фр. mine] (Р.: мина; И.: mine; T: mayın) и. хәрби.
1. Һыуға йәки ергә ҡуйыла торған шартлатҡыс матдәле снаряд. □ Мина. / Минный. Аҫмалы мина. Мина ҡуйыу. Мина эҙләү. К Донъя күргән шофёр халҡы нәҡ ошондай юлды «мина баҫыуы» тип йөрөтә. Р. Әхмәтов. Оборонаның алғы өлөшө сәнскеле тимер сыбыҡтарға сырмалған, танкылар уҙа алмаҫлыҡ нығытмалар ҡуйылған, һанһыҙ миналар менән тултырылған. Я. Хамматов.
2. Минометтан ата торған шартлатҡыс снаряд. □ Мина (разрывной снаряд для стрельбы из миномёта). Ярсыҡлы мина. ■ Унда-Һанда ярылған миналарға иғтибар итмәй, ҡола ялан буйлап йүгерәм. М. Кәрим. Полк миномётының һәр минаһы 16 килограмм. «Ағиҙел», № 4, 2010. Имәнес тауыш менән олоп, миналар ярыла, пулялар выжлап оса, һаҫыҡ ҡара төтөн аша бер ни күрерлек түгел. Ә. Хәкимов.
МИНА II [рус.] и. ҡар. сырай. Минаһы юҡ. Минаһы ҡасҡан.
МИНА КӘРТӘҺЕ (Р: минное заграждение; И.: mine barrier; T: mayın barajı) и. хәрби.
Дошман юлына миналар ҡуйып яһаған ҡаршылыҡ. □ Минное заграждение. Мина кәртәһен имен-аман үтеү. ■ Урман аша сығып булмай, мина кәртәһе ҡуйылған. Экспедиция материалдарынан.
МИНАЛАНЫУ (миналан-) ҡ. төш. ҡар. миналау, страд, от миналау. Урман алды миналанды. Ашлыҡтар миналанған. ■ Дошман килер юлдар миналанды, тимерсыбыҡ үткәрелде. С. Әлибаев.
МИНАЛАТЫУ (миналат-) ҡ. йөкм. ҡар. миналау, понуд. от миналау. Баҫыу минала-тылды. Миналатырға ҡушыу. Миналатып сығыу.
МИНАЛАУ (минала-) (Р: минировать; И.: mine; T.: mayınlamak) ҡ.
Мина һалыу, мина ҡуйыу. □ Минировать, заминировать. // Минирование. Юлды миналау.
МИНАЛАУСЫ и. ҡар. минасы. Миналаусылар взводы. Миналаусылар өсөн көндәлек күрһәтмәләр әйтелде. Миналаусылар урман ситен миналап сыҡты.
МИНАЛЫ (Р: минный; И.: mine; Т: mayın) с.
1. Мина ҡуйылған. □ Минный, заминированный. Миналы ялан. Миналы танк. Миналы күпер.
2. Минаһы булған. □ Минный. Миналы шартлатҡыс. Миналы торпедолар. Миналы крейсер.
МИНАСЫ (Р: минёр; И.: mine layer; T: mayıncı) и.
1. Урын-ерҙе йәки ниндәйҙер объектты миналау һәм минаһыҙлау, шулай уҡ дошман нығытмаларын шартлатыу өсөн ер аҫтынан ҡаҙып инеү эштәре менән шөғөлләнгән белгес; минёр. □ Минёр (сапёр). Минасылар төркөмө. ■ Командир алдан юл әрсеп барған минасылар .. менән бергә атланы. Ә. Ихсан.
2. Карапта мина ҡоралдары менән эш иткән белгес. □ Минёр.
МИНАҺЫҘЛАНДЫРЫУ (минаһыҙ-ландыр-) ҡ. төш. ҡар. минаһыҙлау, страд, от минаһыҙлау. Сапёрҙар яланды минаһыҙ-ландырҙы. Минаһыҙландырып бөтөү.
294