Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 295 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИНЕКЕ
МИНАҺЫҘ Л АТЫУ (минаһыҙлат-) ҡ. йөкм. ҡар. минаһыҙлау, понуд. от минаһыҙлау. Урман аша уткән һуҡмаҡ минаһыҙла-тылды.
МИНАҺЫҘЛАУ (минаһыҙла-) (Р.: разминировать; И.: clear of mines; T.: mayından temizlemek) ҡ.
Миналы урындарҙы минанан таҙартыу. □ Разминировать. // Разминирование. Яланды минаһыҙлау. Куперҙе сапёр минаһыҙланы.
МИНДАЛИНА [рус. < гр. amygdale] (Р: миндалина; И.: tonsil; T.: badem) и. анат.
Йотҡолоҡтоң ян-яғында урынлашҡан лимфоид туҡымалар тупланмаһы; тамаҡ биҙе, баҙам биҙе, боғаҡ. □ Миндалина. Ауырыуҙың миндалиналары ҙурайған. Йотҡолоҡ миндалинаһы. Аңҡау миндалина-һы. ■ Миндалиналар ауырыу таратыусы микробтар инеуҙән һаҡлай һәм ҡан яһау функцияһын утәй. Интернет селтәренән.
МИНДАЛЛЕ (Р: миндальный; И.: almond; T.: bademli) с.
Миндаль ҡатнаштырылған, миндале булған. □ Миндальный, с миндалём. Миндалле кәнфит. Миндалле печенье. Миндалле ҡайнатма.
МИНДАЛЬ [рус. < гр. amygdale] (Р: миндаль; И.: almond; T.: badem) и. бот.
1. Миндаль сливалар ғаиләһенә ҡараған алһыу аҡ сәскәле, тал япраҡлы, емешле көньяҡ ҡыуағы. □ Миндаль (лат. Prunus dulcis)-, миндальное дерево. Миндаль сәскәһе. Миндаль ағасы. Тәпәш миндаль. ■ Миндаль кальцийға бай ташлы ерҙәрҙә уҫә. Интернет селтәренән.
2. Шул ағастың емеше. □ Миндаль (плод). / Миндальный. Миндаль майы. Миндаль сәтләуеге. Миндаль һөтө. ■ Мөғәззи бадам — туҡлыҡлы миндаль. «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы» нан. Миндаль сәтләуеге, ҡара бөрлөгән япрағы һәм емештәре куҙҙәр өсөн файҙалы. «Киске Өфө», № 8, 2012.
МИНДЕК (миндеге) (Р: веник; И.: bunch of green birch twigs; besom; T.: venik) u.
1. Сабыныу өсөн бәйләнгән ҡайын йә башҡа ағастар япрағы; япраҡ. □ Веник.
Миндек бәйләу. Миндек бешереу. Йукә миндеге. ■ Өй ҡабырғаһына һайғау менән аҫып ҡуйылған баулы баландар, миндектәр бәуеләләр. Ж. Кейекбаев.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, ауырыу, сырхау, сихыр, боҙомдарҙы ҡыуыусы. □ Веник (по представлениям башкир, веник имеет отгонную силу).
■ Ауырыу баланы сапҡан миндекте тәндәк аша ташлайҙар, ауырыу китһен тип. Ышаныуҙар буйынса, миндек, һыу менән бергә баланың ауырыуы, зәхмәте китә. Башҡорт мифологияһынан.
МИНДЕК АЛЫУ (миндек ал ) (Р: заго товка веников для бани; И.: kind of Bachkir mythical rite; T: venik hazırlamak) ҡ.
1. Мунсала сабыныу өсөн миндек әҙерләү.
□ Заготовка веников для бани.
2. миф. Шифалы миндек әҙерләү. □ Заготовка веника для бани, ритуализированное действие. ■ Миндек алғанда бисмилла тимәһәң, ағас яманы һуға. Башҡорт мифологияһынан.
МИНДЕКЛӘҮ (миндеклә-) (Р: сделать, вязать, как веник; И.: bunch up; make besomlike; T: venik gibi bağlamak) ҡ.
1. Миндек һымаҡ итеү. □ Сделать, вязать как веник. Төрлө уләндәрҙе миндекләп бәйләп киптереу. Йыла йыйып миндекләргә кәрәк. Кышҡылыҡҡа мал аҙығы миндекләп әҙерләу.
2. диал. Миндек менән сабыу. □ Парить кого-л. веником. Миндекләп мунса сабыу. Ауырыуҙы миндекләу. Аяҡ-ҡулдарҙы миндекләу.
МИНЕКЕ (Р.: мой, моя, моё, мои; И.: my; mine; T: benim) эйл. а.
1. Теге йәки был нәмәнең беренсе зат исеменән һөйләүсегә ҡарағанын белдерә.
□ Мой, моя, моё, мои. Китап минеке.
■ Купте кисергән куңелем, әйтерһең дә, минеке тугел. «Ағиҙел», № 3, 2012. Ҡыҙ — минеке. Вәссәләм. Мөхәббәт көслөләрҙе ярата! Р. Әхмәтов. Ҡарт Тарғынға килә лә: «Әуәлге киҙәк минеке, һуңғы киҙәк һинеке». «Мәргән менән Маянһылыу».
295