Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 296 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИНЕҢ
2. һөйл. Ир — ҡатыны, ҡатын ире тураһында. □ Мой, моя (о своей жене или о своём муже). Минеке өйҙә юҡ.
3. купл. Һөйләүсе кешенең ғаиләһе. □ Мои (по отношению к своей семье). Мине-келәргә сәләм әйт. Минекеләргә ҡуҙ-ҡолаҡ булып тор. ■ [Юлсы:] Хоҙайым, минекеләр иҫән генә булһа ярар ине инде. «Ағиҙел», № 8, 2008.
МИНЕҢ эйл. а. ҡар. минеке. Минең ғаиләм. Минең тормошом. Минең балаларым. ■ Хоҙайҡайым, ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән ҡаршылаһын нигеҙем, һинән бар теләгем ошо минең. «Ағиҙел», № 8, 2008. Батша: «Был егетте бығаулап, минең янға оҙатығыҙ». «Урал батыр».
МИНЕҢСӘ I (Р.: по-моему; И.: in my way as I want / wish; T.: bence) p.
Мин ҡушҡанса, мин өйрәткәнсә. □ По-моему (как я научил, как я велел). Минеңсә эшлә. Минеңсә йырла. Минеңсә әйт.
МИНЕҢСӘ II (Р.: по-моему; И.: in my opinion; T.: bence) мөн. һ.
Һөйләүсенең үҙ фекеренә, үҙ тәжрибәһенә таянып һөйләүен белдерә. □ По-моему, по мне. ■ Наркомания һәм алкоголизм, минеңсә, сир тугел, улар — аҙғынлыҡ һәм яманлыҡ эҙемтәһе. Интернет селтәренән. Минеңсә, мәҙәниәт — ул кешеләр тарафынан барлыҡҡа килтерелеп, кешелек йәшәйеше хаҡына йунәлтелгән ғәмәл һәм уның һөҙөмтәһе. «Киске Өфө», № 11, 2012.
МИНЕРАЛ [рус. < лат. minare ‘ҡаҙыу’] (Р: минерал; И.: mineral; T.: mineral) и. геол.
Тау тоҡомо, руда, метеорит эсенә инеп, химик составы һәм физик үҙенсәлеге менән бер төрлөрәк булған тәбиғи есем. □ Минерал. Минерал ятҡылығы. Минералдар тупланмаһы. Минералдар музейы. ■ Составында хром булған минералдар, ғәҙәттә, йәшел төҫлө була. Мәҫәлән: зөбәржәт, малахит, гранит, ҡыр шпаты. Интернет селтәренән. Әлеге көндә Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейында 3 меңдән ашыу руда, ҡаҙылма байлыҡ, минерал өлгөләре ҡуйылған. М. Моталов.
МИНЕРАЛЛАНЫУ (минераллан ) (Р: минерализироваться; И.: mineralize; Т.: та-denleştirmek) ҡ. геол.
Минераль тоҙҙарға туйыныу. □ Минерализироваться. // Минерализация. Шишмәләрҙең минералланыу ы. Тупраҡтың минералланыры.
МИНЕРАЛЛАУ (минералла ) (Р: минерализировать; И.: mineralize; T: mineralleştirmek) ҡ.
Минераль тоҙҙар менән туйындырыу. □ Минерализовать; насыщать минеральными солями. Минераллап бөтөрөу. Минерал-лап тороу. Минераллап сығыу.
МИНЕРАЛЛАШЫУ (минераллаш-) I (P: минерализироваться; И.: mineralize, dissolve solids // dissolved Solids; T: mineralleştirmek) ҡ.
1. Һыу тәьҫирендә шыйыҡ хәлгә килеү, иреү (органик һәм органик булмаған матдәләр хаҡында). □ Минерализироваться. // Минерализация. Башҡортостан сығанаҡтарында кальций, магний һәм сульфид минераллаша. Диңгеҙҙең минераллашыу кимәле.
2. Минералдар менән туйыныу. □ Минерализоваться, обогащаться минералами.// Минерализация. Тупраҡтың минераллашыры. Һыу сығанаҡтарының минераллашыу ы. ■ Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең һыу температураһы даими (16—16,5 °C), ҡышын да туңмай, радиоактивлы һәм минераллашҡан. Интернет селтәренән.
3. Минералға әүерелеү, сереү (органик матдәләргә ҡарата). □ Минерализироваться (процесс полного разложения органических веществ). // Минерализация. Кальцийҙың минераллашыры. Магнийҙың һыуҙа минераллашыры.
4. Сереү, тарҡалып минералға әүерелеү (мәйет, уләкһәләр хаҡында). □ Минерализироваться. // Минерализация (процесс разложения трупа на отдельные химические элементы и простые химические соединения). Үләкһәләр минераллаша. Минераллашыу ваҡыты. Минераллашыу тиҙлеге. Минераллашыу температураһы.
МИНЕРАЛЛЫ (Р.: минеральный; И.: mineral; T.: mineral) с.
296