МИНИАТЮРА
Минералы булған, минералға туйынған. □ Минеральный. Минераллы һыу. Минераллы шишмә. Минераллы тупраҡ.
МИНЕРАЛОГИК (Р.: минералогический; И.: mineralogical; T.: mineralojik) с.
Минералогияға мөнәсәбәтле. □ Минералогический. Минералогик өлгөләр.
МИНЕРАЛОГИЯ [рус. < лат. minera ‘руда’ + logos ‘фән’] (Р.: минералогия; И.: mineralogy; T.: mineraloji) и.
Минералдар тураһындағы фән. □ Минералогия. / Минералогический. Минералогия музейы. Минералогия буйынса журнал. ■ Бируни (972—1048) — бөйөк ғалим, математика, астрономия, физика, ботаника, география, геология, минералогия, этнография, тарих фәндәренә ғәйәт ҙур өлөш индергән. Ә.-З. Вәлиди.
МИНЕРАЛЬ (Р: минеральный; И.: mineral; T: mineral) с.
Минералдан торған; составында минералдар булған, минераллы. □ Минеральный. Минераль ашлама. Минераль тоҙҙар. Минераль һыу. ■ Ҡурай еләге составында шәкәр, пектин, алма, ҡырмыҫҡа кислоталары, минераль тоҙҙар, В, РР, С витаминдары, каротин һ. б. биологик актив матдәләр бар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005. Кальций сәтләу ектәрҙә, көнбағышта, минераль һыуҙа, балыҡта куп. Интернет селтәренән.
МИНЕРОЛОГ [рус.] (Р: минеролог; И.: expert in mineralogy; T.: mineraloji uzmanı) u.
Минералогия буйынса белгес. □ Минеролог (специалист по минералогии). Мине-рологтар асышы. Минерологтар ҡарашы. Минерологтар куҙәтеуҙәре.
МИНЁР [рус. < фр. mineur] и. ҡар. минасы. Минёр курсын тамамлау. Минёрҙар мина яланын таҙартып бөттө. Минёр бер тапҡыр ғына хаталана.
МИНЗӘЛӘ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тәлтем ырыуына ҡараған аймаҡ атамаһы. □ Родовое подразделение башкир-тальтимцев. Минзәлә ерҙәре. Минзәлә аймағы тирмәһе. Минзәлә аймағы тамғалары.
МИНИ [рус.] (Р.: мини, маленький; И.: mini; T: mini) с.
Ҡушма һүҙҙәрҙең ‘бәләкәй, ваҡ’ төшөнсәһен аңлатҡан беренсе өлөшө; бәләкәй; киреһе — макси. □ Мини (первая часть сложных слов со значением ‘очень маленький, мелкий’). □ Маленький. Мини-спектакль. Мини-маркет.
МИНИАТЮР [рус. миниатюрный] (Р: миниатюрный; И.: tiny, diminutive; petite; T: minyatür) с. сәнғ.
1. Миниатюраға (1, 2) мөнәсәбәте булған. □ Миниатюрный. Миниатюр картиналар. Миниатюр хәреф. Миниатюр әҫәр.
2. Бик бәләкәй. □ Миниатюрный. Миниатюр сувенир. Миниатюр статуэтка.
3. Бәләкәй һәм нәфис. □ Миниатюрный, маленький, изящный. Миниатюр кәуҙә. Миниатюр ҡатын. Миниатюр ҡулдар.
МИНИАТЮРА [рус. < фр. miniature < ит. miniatura < лат. minium] (Р: миниатюра; И.: miniature; T.: minyatür) и. сәнғ.
1. Боронғо ҡулъяҙма китап биттәрендә эстәлекте иллюстрациялау йәки ҡулъяҙманы биҙәү өсөн буяп эшләнгән бәләкәй һүрәт йәки баш хәреф. □ Миниатюра (маленький рисунок или заглавная буква в старинных книгах и древних рукописях). ■ Ә. Вәлиди Туған бөтә ғумере буйына төрлө илдәрҙең, ҡалаларҙың көнсығыш ҡулъяҙмалары архив фондтарында һаҡланған боронғо һурәттәрҙең, биҙәкле миниатюраларҙың фотокусермәләрен алдыра һәм ҙур альбом төҙөй. Ғ. Хөсәйенов.
2. Оҫта һәм нәфис эшләнгән бәләкәй генә картина йәки шул сәнғәт атамаһы. □ Миниатюра. Билдәһеҙ рәссам миниатюралары.
3. Бик бәләкәй күләмле әҙәби йәки музыкаль әҫәр. □ Миниатюра (небольшое музыкальное или литературное произведение). Шуберт миниатюралары. Чехов миниатюралары. ■ Г. Юнысованың .. тормошто раҫларға һәм матурларға ынтылыуы шиғри миниатюраларында айырыуса куҙгә ташлана. «Ағиҙел», № 8, 2009.
297