минонос
өҙәбеҙ. Риза бул», — тибеҙ. Башҡорт мифологияһынан.
МИН Л ЕК Л ӘҮ (минлеклә-) ҡ. ҡар. миндекләү. ■ Пахомыч көндөҙ һәр ваҡыт умарталыҡта Гөлнисаныц минлекләп бәйләп ҡуйған муйыл сыбыҡтары аҫтында йоҡлап ала. Ж. Кейекбаев.
МИН-МИНЛЕК (мин-минлеге) (Р.: зазнайство; высокомерие; И.: conceit; arrogance; T.: benlik) и.
1. Кешенең үҙ-үҙен ҙурға, шәпкә ҡуйыуы; маһайыусанлыҡ, тәкәбберлек, һауалылыҡ. □ Зазнайство, спесь, высокомерие; себялюбие. Мин-минлектәре йөҙҙәренә сыҡҡан әҙәмдәр. ■ Кәрим ағай үҙенең тиҫкәрелеген, мин-минлеген еңә алмай, выжданы менән һуғышып йөрөй. И. Ғиззәтуллин.
2. Үҙен башҡаларҙан өҫтөн күреү, үҙе файҙаһын, мәнфәғәтен генә ҡайғыртыу хәле. □ Эгоизм. Мин-минлекте ҡуҙғытыу. Мин-минлекте аҡлау. ■ Турайған һынды ла мин-минлек йыш ике йөҙләндерә. «Ағиҙел», № 9, 2008.
МИН-МИНЛЕКЛЕ (Р: спесивый; высокомерный; И.: arrogant, conceited, haughty, lofty; T.: bencil) c.
Үҙ-үҙен ҙурға, шәпкә ҡуйыусан, үҙен генә уйлаусан; маһайыусан. □ Спесивый, высокомерный, эгоистичный. Мин-минлекле малай. ■ Донъяла .. мин-минлекле кеше менән бергә тороп, тереклек итеү ҡәҙәр ауыр эш бик әҙ була. М. Ғафури.
МИН-МИНЛӘНЕҮ (мин-минлән-) (Р: проявлять зазнайство, высокомерие; И.: show conceit; T.: bencil olmak) ҡ.
Үҙеңде ҙурға, шәпкә ҡуйыу; үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн һанау; маһайыу, тәкәбберләнеү. □ Проявлять зазнайство, спесь, высокомерие. // Зазнайство. Мин-минләнеп йөрөү. Һәр саҡ мин-минләнә. Мин-минләнеп тороу.
МИННӘТ [ғәр. (Р: требование признательности, благодарности за оказанную помощь; И.: demand of gratitude; T.: minnet) и. иҫк.
1. Күрһәткән яҡшылығыңды кешенең иҫенә төшөрөп, төртөп әйткән һүҙ. □ Требование признательности, благодарности за оказанную помощь. ■ Булдыҡһыҙ яуыздарға юлдаш булһаң, әҙ генә нәмәһенә ҡылыр миннәт. М. Ғафури. • Миннәт менән ҡоймаҡ ашауҙан миннәтһеҙ таяҡ ашау яҡшыраҡ. Мәҡәл.
2. Рәхмәт йөҙөнән кешегә күрһәткән яҡшылыҡ; изгелек. □ Любезность, признательность, благодарность (за услугу). Миннәт күрһәтеү. ■ Һәр һиммәттең мин-нәте бар: һине йәмәғәт кеше итешкән икән, үҙең шуның игелеген икеләтә ҡайтарырға бурыслыһың, һәр хәлдә, хәлеңдән килгәнсә. Ғ. Хөсәйенов. • Һәр ҡиммәттең миннәте бар. Әйтем.
3. Кешегә файҙа итеү; ярҙам. □ Помощь, содействие. Миннәт итеү. • Эймә кеше миннәтен, эй ҡулыңдың хеҙмәтен. Әйтем.
МИННӘТСЕЛ (Р: требующий благодарности; И.: demanding gratitudes T: çıkarcı) c.
Ҡылған яҡшылығына яҡшылыҡ көтөү-сән. □ Корыстный. Миннәтсел кеше. Байҙар миннәтсел була. • Миннәтселдән ярҙам һорама. Мәҡәл.
МИНОМЁТ [рус.] (Р: миномёт; И.: mortar, trench mortar; T.: havan) и. хәрби.
Шыма кәбәкле ултыртмалы туп. □ Миномёт. / Миномётный. Миномёт взводы. Ми-номёттан атыу. ■ «Ҡарак»ты 469-сы миномёт полкында разведчик хеҙмәтен үтәгән Карабанов тота. «Ағиҙел», № 4, 2010. Миномёттың һәр минаһы 16 килограмм. Интернет селтәренән. Фашист һалдаттары түҙмәне, артҡа сигенде һәм, әүәлге позицияларына еткәс, миномёттарҙан атырға тотондолар. Я. Хамматов.
МИНОМЁТСЫ (Р: миномётчик; И.: marker; T.: havan topçusu) и. хәрби.
Миномёт ғәскәрендә хеҙмәт иткән хәрби кеше; миномёттан атыусы. □ Миномётчик. Миномётсылар взводы. ■ Мәгәр Мәхмүттең миномётсы булырлыҡ рәте юҡ. «Ағиҙел», № 4,2010.
МИНОНОС [рус.] (Р: миноносец; И.: warship having torpedos; T.: torpido) и. хәрби.
299