Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 300 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИНОР
XIX быуаттың икенсе яртыһында һәм XX быуат башындағы торпедолар менән ҡоралланған хәрби карап. □ Миноносец (военный корабль с торпедным вооружением). Миноноста хеҙмәт итеу. Минонос морягы. Миноностағы команда.
МИНОР [рус. < лат. minor ‘кесе’] (Р.: минор; И.: minor key; T.: minör) и.
1. муз. Бәләкәй терцияға ҡоролоп, моңло, ҡайғылы бер көй хасил иткән берҙәм тауыштар теҙеме; киреһе — мажор. □ Минор. / Минорный. ■ Ҡурай тубән минор ноталарға кусте. Ә. Чанышев.
2. кусм. Моңһоу кәйеф. □ Минор, грусть.
МИНОРАТ [рус. < лат. minor ‘кесе’] (Р.: минорат; И.: ultimogeniture; T.: en küçük oğlu varis olarak kabul eden sistem) u.
Мираҫ тапшырыу йолаһы. □ Минорат (в гражданском праве форма наследования недвижимости). Минорат буйынса мираҫ ҡалдырыу. ■ Минорат буйынса мираҫ иң кесе мираҫсыға ҡала. Интернет селтәренән.
МИНОРЛЫ (Р: минорный; И.: minor; Т.: minör) с. муз.
Минор тауыш теҙмәһенә нигеҙләнгән. □ Минорный. Минорлы аккорд. Минорлы гамма.
МИНОТАВР [рус. < лат. < гр. minotauros] (Р: Минотавр; И.: mythical bull's name; T.: yarı insan yarı boğa) и. миф.
(баш хәреф менән) Үгеҙ башлы, кеше кәүҙәле йән эйәһе. □ Минотавр. ■ Грек мифологияһы буйынса, Минотаврҙы Тесей ултерә. Интернет селтәренән.
МИНТАЙ I [рус.] (Р: минтай; И.: Alaska pollock or wall-eye pollock; T.: Alaska mezgit) и. зоол.
Тымыҡ океандың һыуыҡ ағымдарында үрсеүсе пелагикаль йыртҡыс балыҡ (промысла балығы). □ Минтай. / Минтаевый (лат. Theragra chalcogramma). ■ Минтай һыуыҡ һыуҙа 300 метр тәрәнлектә 15—16 йылға саҡлы йәшәй. Интернет селтәренән.
МИНТАЙ II (Р: глупый; И.: ninny; foolish; T: aptal) с. диал.
Тейешенсә уйлау, фекер йөрөтөү һәләтенән мәхрүм; аҡылы самалы; иҫәр; аңра.
□ Глупый. Минтай кеше. Минтайға әй-ләнеу. Минтай әҙәм.
МИНУАРЦИЯ [рус. < лат. Minuartia] (Р: минуарция; И.: minuartia ог sandwort; Т: kum otu) и. бот.
Ҡәнәфер сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, аҡ сәскәле бер йәки күп йыллыҡ үлән.
□ Минуарция или минуартия (лат. Minuartia). Гельм минуарцияһы. Крашенников ми-нуарцияһы.
МИНУС [рус. < лат.] (Р.: минус; И.: minus; T: eksi) и. мат.
1. Алыу ғәмәлен йәки ике һан араһында икенсеһенең тәүгеһенән алынғанын күрһәтер өсөн ҡулланылған тамға [—]; киреһе — плюс. □ Минус (знак —). Биш минус өс. Ун минус бер.
2. Математикала кире һан, кире дәүмәлде күрһәтә торған билдә. □ Минус (знак отрицательной величины; отрицательное число). Минус ике. Минус өс. Минус ҡырҡ.
3. Температураның нулдән түбән булыуын белдергән тамға. □ Минус (показатель температуры ниже нуля). Минус 20 градус. И Тупраҡта температура минус 10—12 градусҡа төшөп, тамырға һыуыҡ тейҙеме — ағастарға, ҡыуаҡтарға йәшәу бөттө тигән һуҙ. Башҡортостан календарынан. Ерҙә иц тубән температура — минус 88,3 °C — Антарктидала «Восток» поляр станцияһында теркәлгән. Интернет селтәренән.
4. Уҡыусының белем һәм тәртип кимәлен баһалағанда тейешле баһанан ҡайтышыраҡ билдә. □ Оценка с минусом (в учёбе). Минус биш ҡуйыу.
5. кусм. һөйл. Берәй кешеләге, эштәге тиҫкәре яҡ; кәмселек. □ Недостаток, минус. Эштәге минустарҙы бөтөрөу. Һәр кем уҙ минусына иғтибар итһен. Холоҡтағы минустарҙы кәметеу.
МИНУСЛЫ (Р: минусовой; И.: negative; T: eksi) с.
1. һөйл. Нулдән түбән, һыуыҡ (температура тураһында). □ Минусовой, холодный (о температуре). Минуслы һауа торошо. Минуслы көндәр көтөлә. Минуслы температура башлана.
300