Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 301 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИНҺЕНЕҮ
2. мат. Нулдән түбән, нулгә тиклем һул яҡтың дәүмәле, кире (һандар тураһында). □ Минусный, отрицательный (о числах). Минуслы кәсер һандары. Минуслы һандар менән тигеҙләмә эшләу.
МИНУТ [рус. минута < лат. minutus ‘бәләкәй’] (Р.: минута; И.: minute; T.: dakika) и.
1. Сәғәттең алтмыштан бер өлөшөнә тигеҙ булған ваҡыт берәмеге, 60 секунд. □ Минута (единица измерения времени). / Минутный. Минут һайын. Минут эсендә. ■ Яңы йыл башланырға һанаулы ғына минуттар ҡалғас, бөтә булған уйҙарҙы туҡтатып, бар ығы-зығыны артта ҡалдырырға һәм эстән генә утеп барған йылдың яҡшылыҡтары өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк. «Аҙна», 6 декабрь 2011. Бер нисә минут ҡыҙҙырғандан һуң, һыу өҫтәргә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2003.
2. Бик ҡыҫҡа ваҡыт. □ Минута (короткое время). Бер минут эсендә. Биш минут та утмәне. Минуттар менән йәшәу. ■ Теуәл аңлап етмәне Марбо императорҙы, шул минутта башынан йөҙ уй утте, шулай ҙа полковник ҡаршы төштө. «Ағиҙел», № 3, 2012.
3. Билдәле бер ваҡыт, саҡ. □ Минута (определённое время, пора). Бәхетле минуттар. һанаулы минуттар. Һуңғы минуттар. ■ Таяныр, яҡлашыр, ғәҙеллек даулашыр кешеләр хәл иткес минуттарҙа данлыҡлы Ҡола янында булмай сыға. Г. Гәрәева.
4. махс. Мөйөш һәм дуғаны үлсәү берәмеге (градустың 1/60 өлөшөнә тиң). □ Минута (единица измерения углов или дуги). Мөйөш минутын иҫәпләу.
МИНУТЛАП (Р: по минутам; И.: by minutes; T.: dakikalarla) р.
1. Минут иҫәбенән сығып. □ По минутам. Минутлап көтөу. Минутлап бил-дәләу. ■ Хәрби караптағы кеуек вахтаны минутлап ҡабул итәһең. Ә. Бикчәнтәев.
2. Минут самаһы, минут тирәһе. □ Около минуты. Егерме биш минутлап ваҡыт утте. Ун биш минутлап ваҡыт бар. ■ Тағы ун-ун биш минутлап төрлө варианттар уйлап һөйләшкәс, Богданов уҙенең ҡарарын әйтте. Д. Исламов.
МИНУТЛЫ (Р: минутный; И.: minute; momentary; T.: dakikalık) с.
Минут эсендә башҡарыла торған. □ Минутный. Минутлы эш. Минутлы осрашыу.
МИНУТЛЫҠ I (Р: минутный; И.: minute; T.: dakikalık) с.
1. Күпмелер минутҡа иҫәпле. □ Минутный. Бер минутлыҡ тынлыҡ. Ун биш минутлыҡ кәңәшмә. Утыҙ минутлыҡ төшкө аш ваҡыты. ■ Радиола ике минутлыҡ тәнәфес ине. С. Агиш. Ашыҡмай ғына барғанда, куп тигәндә, егерме-егерме биш минутлыҡ юл. И. Абдуллин.
2. Бик ҡыҫҡа ваҡытлы. □ Моментальный. Ярты минутлыҡ эш. Ике минутлыҡ юл. ■ Был бер минутлыҡ эш тугел. Р. Ғабдрахманов.
МИНУТЛЫҠ II (минутлығы) (Р: минутная стрелка часов; И.: minute; T.: dakikalık) и.
Сәғәттең минут иҫәбен күрһәтә торған теле. □ Минутная стрелка часов. Сәғәттең минутлығы биштә тора. Минутлығы ҡуҙғалмай, сәғәттең батарейкаһы бөткән.
МИНУТ ҺАЙЫН (Р: ежеминутно; И.: at every instant; T.: her dakika) р.
Бер туҡтауһыҙ. □ Ежеминутно, каждую минуту, беспрестанно. Минут һайын телефон шылтырай. Минут һайын кереп сыға.
МИНУТЫНДА (Р: моментально; в минуту, тотчас; И.: instantly; in a moment; T.: bir anda) р.
Шул уҡ мәлдә, бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә. □ Моментально, за короткое время. Минутында уҡ эшләп бирһендәр. Минутында барып етеп булһа ине. ■ Малайҙар Кәлиҙе шул минутында уҡ куҙәтеу аҫтына алдылар. И. Ғиззәтуллин.
МИНУТЫ-СӘҒӘТЕ МЕНӘН р. ҡар. минутында. ■ Йөклө ҡатын уғата хәуефлә-неусән була, һәм кәйефе лә минуты-сәғәте менән уҙгәрә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4,
2010.
МИНҺЕНЕҮ (минһен-) ҡ.
1. ҡар. мин-минләнеү. ■ Әммә һин бигерәк тә эшем эйәһе булып киткәнһең, — тип әйтә һалды Кинйә. — Артыҡ минһенәһең. — Әлибай ғәрләнеуҙән урһәләнеп алды. — Ниңә,
301