Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 302 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИНҺЕҮ
ниңә? — Минһенгән арыҫлан айға һикерер, тим. Ғ. Ибраһимов.
2. ҡар. минһеү. ■ Ете ят кешеләргә ярҙам итһә итте, уҙ араһын минһенмәне. Ә. Хәкимов.
МИНҺЕҮ (минһе-) ҡ. ҡар. өнәү 1. ■ Аптырағаны йәнә шул: бығаса динде, муллаларҙы артыҡ минһемәгән атаһы ни эшләп улын муллалыҡҡа уҡытыу уйына килде икән? Ә. Хәкимов.
МИҢ (Р.: родинка; И.: birthmark, mole; T.: ben) и.
1. Тәндәге тыумыштан булған тап йәки төйөрсөк. □ Родинка, родимое пятно. Ҡара миң. Ҡыҙыл миң. ■ Ҡарттың йомро башындағы шырт, ҡыҫҡа сәстәре ҡышҡы бәҫтәй ап-аҡ, һул ҡолағы төбондә ҡара урмәкселәй ҙур миңе бар. Р. Вәлиев.
2. миф. Кеше тәненә тәбиғәттән һалынған серле билдә, мөһөр. □ Родинка, родимое пятно (в башкирской мифологии особый знак, отметина). ■ Боронғо ырым буйынса, ошо миң аҙмаһын өсөн уны Миңлебай тип атағандар. 3. Биишева.
3. Яһалма рәүештә биткә ҡуйылған тап. □ Мушка. ■ Йөҙө сибәр, һул яҡ бит осона миң төрткән. Ә. Байрамов.
♦ Миң булып ҡалыу {йәки булыу) ныҡ урын алып, онотолмаҫлыҡ, бөтмәҫлек булып ҡалыу. □ Врезаться в память (крепко). ■ Һуҙе батырҙың миң булып ҡалды иленә. «Ҡараһаҡал». Ил телендә маҡталып, йырҙарында йырланып, йөрәгендә миң булып, исеме мәңге һаҡланып, быуаттар буйы юғалмаҫ. Ҡобайырҙан.
МИҢГЕР (Р: обруч; И.: hoop; T: çember) и.
Өлөштәрҙән торған нәмәне йыйып, ҡыҫа, нығыта торған дүңгәләк; ҡоршау. □ Обруч. Тимер миңгер. Мискәгә миңгер һуғыу. Миңгер менән уратыу. Миңгер менән нығытыу.
МИҢГӘК БУЛЫУ (миңгәк бул-) (Р: получать осложнение; И.: get or develop complication; T: tekrar hastalanmak) ҡ. диал.
Шәбәйеп етмәйенсә ҡабаттан ауырып китеү; өҙлөгөү. □ Получать осложнение (после болезни). // Осложнение. Ауырып
бөтмәй йөрөп йәнә миңгәк булыу. Баланан һуң ялан аяҡ йөрөп миңгәк булыу.
МИҢГӘРЕЛЕҮ (миңгәрел-) ҡ. төш. ҡар. миңгәреү, страд, от миңгәреү. Бик ҙур эш миңгәрелде. Йомоштоң миңгәрелеуе.
МИҢГӘРЕҮ (миңгәр-) (Р: справляться; И.: finish hard, important work; T.: başarmak) ҡ.
Ҙур, ауыр эш-хәлде эшләп бөтөү, еңеп сығыу, атҡарыу. □ Справляться. ■ (Бабай:] Эште йылыраҡ саҡта миңгәреп ҡалырға, ҡышҡа бик ныҡ әҙерләнергә кәрәк. А. Игебаев. [Ҡарамырҙа:] Ай-Һай, бик ҙур эш миңгәрҙең, бына кур инде куҙең менән. X. Ғәбитов.
МИҢГӘТЕҮ (миңгәт-) ҡ. диал. ҡар. миктәтеү. Ҡолоҡай артҡы тояғын миң-гәткән.
МИҢГӘҮ (миңгә-) ҡ. диал. ҡар. миктәү. Миңгәп йөрөу. Ҡаты миңгәгән. ■ Ғарифулла ҡарт ауырыуҙан миңгәп йығылған. Н. Мусин.
МИҢЛЕ (Р: с родинкой; И.: having a birthmark; T.: benli) с.
Миңе булған. □ С родинкой. Миңле ҡыҙ. ■ Зинка йоҡо аралаш ниҙер әйтте лә салҡан әйләнде һәм миңле һул яҡ сикәһен сирылтып йылмайҙы. Я. Хамматов. Миңле кеше бай була. Башҡорт мифологияһынан.
МИҢЛЕ ИСЕМ (Р: имя с компонентом «миң» (родинка); И.: name with a birthmark element; T.: «ben» parçalı isim) и. миф.
Бала тәнендә ябай миңдәр һәм ҡыҙыл миңдәр булһа, таралып аҙып китмәһен өсөн, баланың исеменә «миң» һүҙе ҡушылған ҡурсалаусы исем. □ Обережное имя с компонентом «миң» (по представлениям башкир, если не дать такое имя, родинка может разрастись). ■ Мшҫле исем ҡушһаң, миң боҙолмай. Башҡорт мифологияһынан. Ҡешегә миң ҡалҡһа, уға миңле исем ҡушҡандар. Башҡорт мифологияһынан.
МИҢЛӘНЕҮ (миңлән-) (Р: покрываться родимыми пятнами; И.: get covered with birthmarks; T.: ben çıkmak) ҡ.
Миң баҫыу, миң барлыҡҡа килеү. □ Покрываться родимыми пятнами. // Появление родимого пятна. ■ Ҡуңыр һылыу, ҡый
302