МИР
ғас ҡаш, эйәге-бите уйылған, һул битенең уртаһы күҙ ҡараһындай миңләнгән. «Урал батыр».
МИҢРӘТЕҮ (миңрәт-) (Р.: сделать глупым; тупым; И.: do smb stupid, silly; T.: sersemleştirmek) ҡ.
Миңрәүгә әйләндереү, миңрәү итеү. □ Сделать глупым, тупым. ■ [Ғариф:] Юҡ менән башымды ҡатырмағыҙ, миңрәтмәгеҙ. Ғ. Хәйри. Бөркөү һауа тәнде әлһерәтә, башты миңрәтә. В. Нафиҡов.
МИҢРӘҮ I (миңрә-) (Р: глупеть; тупеть; И.: grow stupid / foolish; T.: sersemleşmek) ҡ.
Ауыр тормоштан, ауырыуҙан, ҡаты ҡайғынан иҫ, аҡыл томаланыу. □ Глупеть, тупеть. ■ Гөлйөҙөмдөң төн йоҡоһо күрмәй миңрәгән башы был һорауға яуап бирә алмай. Ф. Иҫәнғолов.
МИҢРӘҮ II (Р: глупый; И.: foolish, stupid, silly; T.: sersem) c.
Иҫ, аҡыл томаланып, фекер асыҡлығы юйылған; аңра. □ Глупый, тупой. Миңрәү кеше. ■ Йосоп, миңрәү кешеләй, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Н. Мусин.
МИҢРӘҮ III (Р: дурак; И.: fool, silly person; T.: sersem) и.
Иҫ, аҡыл томаланып, фекер асыҡлығы юйылған, аңра кеше, иҫәр. □ Дурак, глупец, тупица. Миңрәүгә әйләнеү. Миңрәү булыу. Тыумыштан миңрәү. ■ Әлфиә капитандың ниңә тартмаҫҡа булыуын аңланы, әлбиттә, миңрәү түгел дә. И. Абдуллин. Ҡасимов миңрәү кеүек ишекле-түрле йөрәнәлә, берәүгә лә өндәшмәй, сығып китте. Ғ. Хисамов.
МИҢРӘҮЛӘНЕҮ (миңрәүлән-) (Р: тупеть, глупеть; И.: grow stupid foolish; T.: sersemleşmek) ҡ.
Миңрәүгә, аңраға әйләнеү. □ Тупеть, становиться бестолковым. Миңрәүләнеп ҡалыу. Миңрәүләнеп йөрөү. ■ [Гәүһәрҙең] күҙ алдары ҡараңғыланып, башы әйләнеп китте лә, байтаҡ ваҡыт миңрәүләнеп ултырҙы. И. Ғиззәтуллин.
МИҢРӘҮЛӘТЕҮ (миңрәүләт-) (Р: делать тупым, глупым; И.: do smb stupid; T.: sersemletmek) ҡ.
Миңрәүгә, аңраға әйләндереү. □ Делать бестолковым, тупым, глупым. Башына
һуғып миңрәүләтеү. Ҡурҡытып миңрәүләтеү. ■ [Саматтың әсәһе:] Боҙҙолар баламды, .. миңрәүләттеләр. Йә инде, уҡымай белә торған бала «ике» алып ҡайта башланы. К. Мәргән.
МИҢҺЕҘ (Р: без родинки; И.: without a birthmark; T.: bensiz) c.
Тәндә тире төҫөнән айырылып торған таптар, миңдәре булмаған. □ Без родинки. ■ Миңһеҙ ҡара ҡуйҙар бар, ялт-йолт иткән яуҙар бар. Ҡобайырҙан.
МИОКАРД [рус. < гр. mys (myos) ‘тарамыш’ + kardia ‘йөрәк’] (Р: миокард; И.: myocardium; T: kâlp kası) и. анат.
Йөрәктең төп массаһын тәшкил иткән ит ҡатламы. □ Миокард. Миокард инфаркты. ■ Был осор [магнит өйөрмәһе булғанда] айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сире менән яфаланыусылар һәм бигерәк тә миокард инфаркты, мейеһенә ҡан һауыу кисергәндәр өсөн хәүефле. «Киске Өфө», № 11, 2012. Ҡөндөҙ йоҡлап алырға яратҡан 65 йәштән олораҡ кешеләрҙә миокард инфаркты һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары проблемалары хәүефе ҙурыраҡ була. Интернет селтәренән.
МИОКАРДИТ [рус.] (Р: миокардит; И.: myocarditis; T: kâlp kası iltihabı) и. мед.
Йөрәк итенең, миокардтың сире. □ Миокардит. Миокардит менән сирләү. Миокардитты профилактикалау.
МИОМА [рус. < гр. mys (myos)} (Р: миома; И.: mioma; T: miyom) и. мед.
Йомшаҡ ит тарамыштары араһында (йышыраҡ ҡатын-ҡыҙ аналығында) барлыҡҡа килгән шеш. □ Миома. Миоманы алдырыу. Миома ҙурлығы. ■ Миоманың үҫеү тиҙлеге юғары булғанда тиҙ арала уны операци-он юл менән алдыртырға кәрәк. Интернет селтәренән.
МИР I [рус.] (Р: люди; народ; общество; И.: society; T.: cemaat) и. һөйл.
Йәмәғәт, халыҡ, ил халҡы. □ Человеческое общество, народ, люди. ■ Кооператив башлығы Сәмиғулланы хөкөм итәләр, мир аҡсаһын ашаған. М. Кәрим. [Моратша:] Туҡтағыҙ, тим бит. Мир хөкөмөнсә түгел,
303