Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 304 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИР II
шәриғәт ҡанундары буйынса эш итергә кәрәк! «Ағиҙел», № 8, 2008.
МИР II [ғәр.] (Р.: әмир; И.: ameer; T.: emir) и.
Көнсығыш мосолман илдәрендә ғәскәр башлығы йәки хаким титулы һәм шул титулды йөрөткән кеше (әлкә йәки дәуләт башлығы)} әмир. □ Әмир. Бохара мире. Мысыр мире. Көнсығыш илдәренән килгән мир. Мир кәңәшсеһе.
МИРАБЕЛЬ [рус. < фр. mirabelle] (Р: мирабель; И.: mirabelle plum; T.: sarı erik) и. бот.
1. Емеш ағасы, сливаның бер төрө; ваҡ һары слива. □ Мирабель (сорт сливового дерева с мелкими плодами жёлтого цвета). / Мирабелевый, мирабельный (лат. Prunus domestica var syriaca). Мирабель ағасы. Мирабель сәскәһе.
2. Шул ағастың емеше. □ Плоды мирабелевого дерева. Мирабель һуты.
МИРАБИЛИТ [рус. < лат. mirabilis] (Р: мирабилит; И.: white mineral species; T.: sodyum sülfat) и. мин.
Аҡ төҫтәге кристаллик минерал; глаубер тоҙо. □ Мирабилит (кристаллический минерал белого цвета). Мирабилит ҡулланыу. ■ Мирабилит медицинала, быяла һәм химия сәнәғәтендә ҡулланыла. Интернет селтәренән.
МИРАЖ [рус. < фр. mirage] (Р: мираж; И.: mirage; T.: serap) и.
1. Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; монар, сағым, һағым. □ Мираж, марево. Мираж куреу. ■ [Татар әбей:] Мираж тип атала ундай куренештәр, башҡортса — һағым инде, дөрөҫөрәге — сағымдыр әле, сағыла бит. Е Яҡупова. Сулдә мираж куреп мең алдандым. М. Ғәли.
2. кусм. Ерлекһеҙ хыял. □ Воображение, мираж. Мираждарға сумыу. Мираж артынан ҡыуыу. ■ Әҙәм балаһының тәбиғәтенә бәйле бер хис, аңлағанға таяныс, әгәр инде аҡылдан алда йөрөй башлаһа, бары тик мираж, һағыш. А. Мағазов.
МИРАН и. диал. ҡар. бирән 1. Миран менән ауырыу. К Бисмилланы әйтмәй ашай башлаһаң, миран ашағаныңды йотоп тора. Экспедиция материалдарынан.
МИРАҪ [ғәр. ^’j-| (Р: наследство; И.: inheritance, legacy; fortune; T.: miras) и.
1. Үлгән кешенән кемдеңдер ҡарамағына күскән мал-мөлкәт, байлыҡ. □ Наследство. / Наследственный. Мираҫ кусереу. Мираҫ алыу. Мираҫ биреу. Мираҫ итеп ҡалдырыу. Бай мираҫ. ■ Һуҙ сурытып тормай, автор шуның менән ата мираҫын булгәндә өлөшһөҙ ҡалған Әхмәдиҙең көнләшеу, упкәләу, асыу, ус тойғолары кисерергә ерлеге барлығын әйтә лә бирә. «Ағиҙел», № 11, 2011. Сәлмән ҡарт улгәс, уландар араһында мираҫ булешеу булды. Ж. Кейекбаев.
2. Үткән быуындарҙан ҡалған сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт байлығы; ҡомартҡы.
□ Наследие. Әҙәби мираҫ. Бейеу мираҫы.
■ Йола — миллилекте һаҡлай торған иң тотороҡло мираҫ. Р. Солтангәрәева. Атай менән әсәй уларға иң оло хәҡиҡәтте — ир менән ҡатындың бер-береһенә һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға тейешлеген — мираҫ итеп ҡалдырҙы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
3. кусм. Быуындан быуынға күсеп килгән үҙенсәлек, нәмә (физиологик һыҙаттар, характер һ. б. ҡарата). □ Наследство. ■ Атаһынан шат куңеллелекте, әсәһенән уңғанлыҡты мираҫ итеп алған [Джафар]. Ә. Бикчәнтәев.
МИРАҪЛАУ (мираҫла-) (Р: передавать в наследство; И.: hand down inherit; T.: miras bırakmak) ҡ.
Мираҫ итеп ҡалдырыу, мираҫ итеү.
□ Оставлять, передавать в наследство. Фатир мираҫлау. Булған мөлкәтте мираҫлау.
■ Мостафа бай байлығын Асанбайға тугел, ә кесе улына мираҫларға уйлай. И. Кинйәбулатов.
МИРАҪЛЫҠ (мираҫлығы) (Р: наследство; И.: heredity; T.: miraslık) и.
1. Мираҫҡа тәғәйенләнгән; мөлкәт.
□ Наследство (предназначенный для наследства). / Наследственный. Мираҫлыҡ тапшырыу. Мираҫлыҡ фатир. Мираҫлыҡ мал. Мираҫлыҡ ер. Мираҫлыҡ машина.
2. мед. Нәҫел үҙенсәлектәрен киләһе быуынға тапшырыу һәләте. □ Преемственность, наследственность. Мираҫлыҡты ку-
304