МИРТЕК
МИРТЕК II (Р.: пища, собираемая с сорока домов для заговаривания надорвавшегося или укушенного бешеной собакой человека; И.: kind of Bashkir mythical ritual; T.: bel ağrısını tedavi etmek için kırk evden toplanılmış yemek) и. миф.
Эттән тешләнгән йә билен имгәткән, ауырттырған кеше өсөн ҡырҡ өйҙән йыйылған аш. □ Пища, собираемая с сорока домов для заговаривания надорвавшегося или укушенного бешеной собакой человека. Миртек икмәге. Миртек ашы. Мир-тек биреу. ■ Эт тешләһә, миртек йыйып ашатҡандар. Картотека фондынан.
МИРТТАР (Р.: миртовые И.: eugenia; T.: mersingiller) и. бот.
Мәңге йәшел ағастар ғаиләһенең дөйөм атамаһы. □ Миртовые (лат. Myrtaceae). Баҙыян ағасы ла мирттар ғаиләһенә ҡарай.
МИРТ ҺЫМАҠТАР и. бот. ҡар. мирттар. ■ Мирт һымаҡтарға мирт, эвкалипт, баҙыян ағасы инә. Интернет селтәренән.
МИРШӘ [рус. верша] (Р: верша; И.: fishing basket, fish trap; T.: sepet) и. диал.
Ҙур мурҙа. □ Верша, морда. Миршә һалыу. Миршә уреу. Миршә менән балыҡ тотоу. Тал миршә.
МИРӘЙЕТ [рус. мироед] (Р: мироед; И.: extortioner, bloodsucker; T.: kazıkçı) и. иҫк.
Илде иҙеп, халыҡты имеп байыған кеше. □ Мироед. ■ Волоска старшина һайлауға бер йыл ҡалды тигәс тә, ул [Ныязғол], уҙенең бөтә сәйәсәтен, оҫталығын юлға һалып, байлығын йәлләмәй, һигеҙ ауылдан йыйыласаҡ һайлаусы кешеләрҙе, мирәйеттәрҙе уҙ яғына ауҙарырға тырышты. Һ. Дәүләтшина.
МИС (Р: бурдюк из козьей шкуры; И.: water-skin made of goat’s skin; T: keçe derisinden yapılmış tulum) и. этн. диал.
Тотошлай туналған кәзә тиреһенең аяҡ-ҡул урынын бәйләп, муйын урынын ауыҙ итеп, эсен ыҫлап яһаған ҡымыҙ һауыты (ҡымыҙҙы юлда йөрөтөу өсөн). □ Бурдюк (сделанный из козьей шкуры для перевозки кумыса). Ҡымыҙ мисын йыуыу. Миска ҡымыҙ ҡойоп алыу.
МИСЕК (мисеге) [ғәр. (Р: мускус; И.: musk; T: misk) и.
1. Ҡайһы бер йәнлектәрҙең биҙҙәре тарафынан эшләп сығарылған, шулай уҡ ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тамырында йәки орлоғонда булған хуш еҫле матдә. □ Мускус. / Мускусный. ■ Батыр Бабсаҡ ҙур бер тауға еткән шунда; ғуд-ғәмбәр, мисек, йофар, гәуһәр, яҡут, алтын, көмөш, аҫыл таштың бары шунда. «Күҫәк бей».
2. Составына шундай матдә ҡушылған хушбуй. □ Духи. ■ Нисек уҫкән [сәскә] ғәжәп матур, уҙендә төрлө төҫтәр бар; гуйә, мисек кеуек аңҡыр, уҙендә төрлө еҫтәр бар. М. Ғафури.
МИСЕК-ҒӘМБӘР [ғәр. (Р: душистые вещества; И.: sweet-scented matter; T.: misk amber) и. йыйн.
Хуш еҫле матдәләр. □ Благоухающие, душистые вещества. ■ Мисек-ғәмбәр менән мисәтләнгән шешәләр, шуларҙағы төрлө шараптарҙы ожмах әһелдәре әсәләр. М. Ғафури. Мисек-ғәмбәр еҫе аңҡый, ғәнбор, һиндә куҙ алдыңды ҡосоп торған йәм бар һиндә, мөхәббәтле, эҫе, көслө ҡан бар һиндә, уҙ алдына осоп торған йән бар һиндә. Ш. Бабич.
МИСКӘ [рус. миска] (Р: бочка; И.: barrel, cask; tu(b); T: fıçı) и.
Бер башы төпләнгән, икенсе башы асыҡ ҙур йомро һауыт. □ Бочка. Ағас мискә. Тимер мискә. Мискә ҡоршауы. ■ Складтарҙа һаҡланған дарылы мискәләрҙе, он һалынған тоҡтарҙы, башҡа аҙыҡ-тулекте, ҡурғаш һәм баҡыр запастарын урыҫ һалдаттарынан, пугачёвсыларҙан айырым тотолған арестанттарҙан ташыталар. Б. Рафиҡов. Мискә ҡырсалыр ҡоршау менән, бай ҡырсалыр фарман менән. Ҡобайырҙан.
♦ Араҡы мискәһе араҡы эсергә яратҡан кеше; эскесе. □ Алкоголик. Араҡы мискәһенә әйләнгән. Араҡы мискәһе булыу.
МИСКӘЛЕ (Р: бочечный; И.: cask; Т: fıçılı) с.
Мискәгә һалынған, мискәһе булған. □ Бочечный, бочковый. Мискәле һыра. Мискәле кәбеҫтә. Мискәле бал. ■ Бары тик
306