Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 307 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИСТАР
Биктимер генә башҡаларға эйәрә алманы. Мискәле һөйрәткеһе менән ул артта ҡалды. К. Мәргән. Ике ат, мискәле арба бирҙеләр. Т. Ғарипова.
МИСКӘЛӘП (Р.: бочками; И.: by the barrel; T.: fıçı ile) p.
Мискә иҫәбенән сығып, мискә-мискә итеп. □ Бочками. Мискәләп алып килеу. Мискәләп һатыу. ■ Ғариф ҡарт колхоз фермаһына мискәләп һыу ташый. Б. Бикбай.
МИСКӘСЕ (Р: бондарь; И.: cooper; Т.: fıçıcı) и.
Мискә яһаусы. □ Бондарь. Мискәсе ҡарт. Мискәсенән мискә эшләтеу. Мискәсе һәнәре. Мискәсе булыу.
МИСРАҒ [ғәр. £1 (Р: мисра; полусти-
шие; И.: hemistich; T.: mısra) и. әҙ. кит.
1. Шиғырҙың тулы фекер биргән өлөшө. □ Мисра, полустишие, часть стихотворения. Төп идея мисрағҡа һалынған. ■ «Ирҙәрҙең маҡсаты булмаҡ талапта», — тигән мисрағ тура килмәҫ китапта. М. Ғафури.
2. Шиғыр строфаһы; куплет. □ Куплет. ■ Абруй ханым Сәғит Рәмиевтең «Кулдәк йыры» исемле шиғырынан мис-рағтарын йырлағанда ҡайһы бер ҡартыраҡ һалдаттарҙың куҙ йәштәре һығылып сыға ине. Ш. Хоҙайбирҙин.
МИСС [рус. < ингл. miss] (Р: мисс; И.: Miss; T.: mis) и.
1. Англияла һәм Америкала кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙың исеме йәки фамилияһы алдынан әйтелә торған һүҙ. □ Мисс (вежливое обращение к девушкам, незамужним женщинам в Англии и Америке). Мисс Уайт. Мисс Роуз.
2. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә дворяндар ғаиләһендә гувернантка-тәрбиәсе инглиз ҡатын-ҡыҙы. □ Мисс (в дореволюционной России англичанка-гувернантка). Мисс Нона тәрбиәһендә.
МИССИОНЕР [рус. < фр. missionaire] (Р: миссионер; И.: missionary; T.: misyoner) и.
Башҡа диндәге халыҡтар араһына үҙ динен таратыу өсөн ебәрелгән кеше. □ Миссионер. / Миссионерский. ■ Мосолман мис
сионерҙары Еәрәбстандан, Персиянан, Бол-гариянан, Урта Азиянан уҙҙәре менән ғәрәп графикаһындағы ҡулъяҙма дини әҙәбиәт килтерә. «Ағиҙел», № 11, 2011. Израиль риуәйәттәрен теләһә ҡайһы ваҡыт һәм шулай уҡ хәҙерге көн өсөн хәҡиҡәт тип ышандырырға тырышыусы христиан миссионерҙары хаҡһыҙ. Ә.-З. Вәлиди.
МИССИОНЕРЛЫҠ (миссионерлығы) (Р: миссионерство; И.: missionary work; T.: misyonerlik) и.
Миссионер эшмәкәрлеге. □ Миссионерство. Миссионерлыҡ итеу. Миссионерлыҡ менән шөғөлләнә башлау. Миссионерлыҡ эше алып барыу.
МИССИС [рус. < ингл. missis] (Р: миссис; И.: Mrs; T.: misis) и.
Англия һәм Америкала кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ исеме йәки фамилияһы алдынан әйтелә торған һүҙ. □ Миссис (вежливое обращение к замужней женщине в Англии и Америке). Миссис Смит. Миссис Уайт.
МИССИЯ [рус. < лат. missio] (Р: миссия; И.: mission; T.: misyon) и.
1. Кемдеңдер өҫтөнә төшкән яуаплы эш. □ Миссия (ответственная работа, роль, поручение). Оло миссия. Миссияны утәу. Миссияны атҡарып сығыу.
2. Кемдең йәки нимәнеңдер өҫтөнә төшкән яуаплы юғары бурыс. □ Высокий долг. Шағирҙың миссияһы. Шәриғәттең бөйөк миссияһы. Университеттың миссияһы.
3. Башында илсе йәки вәкил булған даими дипломатик вәкиллек һәм шул вәкиллек урынлашҡан бина. □ Посольство; здание посольства. Грецияның Мәскәуҙәге миссияһы. Өфөлә Ирандың ике кешенән торған миссияһы теркәлгән.
4. Билдәле бер маҡсат менән сит илгә ебәрелгән вәкәләт. □ Миссия, консул, полномочие. Хәрби миссия. Сауҙа миссияһы. ■ Бер ук ваҡытта француз миссияһы по-езына адмирал Колчак һәм уға яҡын Иванов-Ринов һымаҡ монархия рухлы генералдар саҡырылды. Р. Байымов.
МИСТАР [ғәр. А-] (Р: линейка; И.: ruler; T.: mıstar) и.
307