МИСТЕ
1. иҫк. Тура, тигеҙ һыҙыу һәм ҡайһы бер нәмәләрҙең оҙонлоғон билдәләү өсөн тәғәйенләнгән ҡулайлама; линейка. □ Линейка. Ағас мистар. Утыҙ сантиметрлым мистар. Мистар менән оҙонлоҡ улсәу.
2. Тура яҙыу өсөн аҡ ҡағыҙ аҫтына һалына торған ҡара һыҙыҡлы ҡағыҙ; транспарант. □ Транспарант. Аҡ бит аҫтынан мистар һалып яҙыу. Нәҙек буй мистар. Оло буй мистар.
МИСТЕ (Р.: бурдюк; И.: waterskin for koumiss made of goat’s skin; T: tulum) и.
Кәзә тиреһенән яһалған ҡымыҙ һауыты. □ Бурдюк (из козьей шкуры). Мис-теләге ҡымыҙ. Юлға мисте менән ҡымыҙ алыу.
МИСТЕР [рус. < ингл. Mister ‘әфәнде’] (Р.: мистер; И.: mister, Mr.; Т: mister) и.
Англия һәм Америкала ир кешенең исеме йәки фамилияһы алдынан әйтелә торған хөрмәтләү һүҙе; мырҙа. □ Мистер (обращение к мужчине в Англии и Америке). Мистер Блек. Мистер Абома.
МИСТЕРИЯ [рус. < гр. ту stenon ‘сер’] (Р: мистерия; И.: mystery; T: ortaçağ dini piyesi) и.
1. Боронғо Греция, Рим һәм Көнсығыш илдәрендә: изге кешеләр генә ҡатнаша алған йола. □ Мистерия (обычай в Греции, Риме и восточных странах, где могли участвовать только посвящённые). Изгеләр мистерияһы. Мистерияла ҡатнашыусы руханиҙар.
2. Урта быуатта Көнбайыш Европала: Библия сюжетына ҡоролған дини драма. □ Мистерия (средневековая драма на библейские темы). Мистерия сюжеты. Мистерия ҡараусы тамашасылар.
МИСТИК (мистигы) [рус.] (Р: мистик;
И.: mystic; T: sufi) и.
Мистицизмға бирелгән, мистицизм яҡлы кеше, мистицизм менән бәйле. □ Мистик. / Мистический. Мистикҡа әйләнеу. Мистик менән аралашыу. Мистик фильм. Мистик тәғлимәт. Мистик ҡараш.
МИСТИКА [рус. < гр. mystika] (Р: мистика; И.: mysticism; T.: mistik) и.
1. Фантастик көстөң булыуына, төрлө тылсым ярҙамында кешенең шул көстәр менән мөнәсәбәткә инә алыуына ышанған ҡараш. □ Мистика. Урта быуат мистикаһы. ■ Атайым «Келам» белгесе тугел, белгәне һәм уҡытҡаны һәр саҡ әхлаҡ, фикһ һәм мистика өйрәтеуҙән ғибәрәт булды. Ә.-З. Вәлиди. Һигеҙ саҡрымдағы Һайран ауылыныц хәҙрәте Бикбулат ислам мистикаһы тәғлимәтендә бик ҙур остаз булды. Ғ. Хөсәйенов.
2. кусм. һөйл. Аңлашылмаған серле нәмә. □ Мистика, таинственность. Мистикаға ҡоролған әҫәр. Сихри аңлашылмау-сылыҡты мистикаға бәйләйҙәр. Мистикаға ышаныу. ■ [Мәликә — Әйупкә:] Бындай ку-ренештәргә һеҙ бит хөрәфәт, мистика тип ҡарайһығыҙ. Т. Гарипова.
МИСТИФИКАЦИЯ [рус. < фр. mysti-fication
Кешене яҙлыҡтырыу, хата фекергә төшөрөү өсөн юрамал эшләнгән алдаҡ. □ Мистификация (намеренное введение в обман и заблуждение). Мистификацияға бирелеу.
МИСТИФИКАЦИЯЛАУ (мистификацияла-) (Р: мистифицировать; И.: mystify; hoax; T.: aldatmak) ҡ. кит.
Хата фекергә төшөрөү өсөн юрамал алдау. □ Мистифицировать. Үҙ файҙаһына мистификациялау. Ваҡиға мистификациялап аңлатылды. Һәр нәмәне мистификациялау.
МИСТИЦИЗМ [рус.] (Р: мистицизм; И.: mysticism; T.: mistisizm) и. кит.
Мистикаға нигеҙләнгән дини идеалистик ҡараш һәм ысын булмышты аҡыл менән түгел, ә интуитив сара менән генә белеп була тип иҫәпләгән тәғлимәт. □ Мистицизм. ■ Ғәҙел булмаған социаль тормоштоң асылына төшөнә алмаған бер ҡатлы кешене мистицизм уҙенә ҡаратҡан, уҙ ҡоло иткән. Ә. Харисов.
МИСҮБӘК (мисүбәге) и. бот. диал. ҡар. мисүәк П. ■ Ышаныуҙар буйынса, мисубәк
308