МИСӘТЛЕ
гөлләмәһе булмә эсен ҡара көстәрҙән һаҡлай. Экспедиция материалдарынан. Мисубәк 35—40 көн буйына шау сәскәлә ултыра, ҡорттар уның татын һәм һеркәһен яратып йыялар. Мисубәк шулай уҡ дарыу уҫемлеге лә. Интернет селтәренән.
МИСҮӘК I (мисүәге) [ғәр. ] (Р.: си-вак; И.: toothpick; T.: misvak) и. иҫк.
Бер яҡ башынан әҙ генә ҡабығын һыҙырып, бумала һымаҡ итеп яһалған теш таҙартҡыс сыбыҡ (борон хаждан алып ҡайта торған булғандар). □ Сивак (зубочистка из ветвей и корней дерева, растущего в Аравии). ■ Сыпсыҡ һиҙиәт менән Кәкре Сәйет мисуәктәрен ташлап, тештәрен порошок менән таҙарта башлаған. М. Ғафури.
МИСҮӘК II (мисүәге) [ғәр. (Р: мордовник; И.: glob-thistle; T.: mavidünya) и. бот. ҡар. терпекәй үлән.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, сәнскәк япраҡлы, ваҡ ҡына өлпө сәскәле, селеккә оҡшағаныраҡ күп йыллыҡ үлән. □ Мордовник (лат. Echinops). Мисуәк сәскәһе. Мисуәк йыйыу. ■ Мисуәк — аҡһыл миләушә төҫөндәге йөҙләгән ваҡ сәскә өйкөмөнән торған тумалаҡ башлы, баллы уҫемлек. Интернет селтәренән.
МИСӘЛЕҮ (мисәл-) ҡ. төш. ҡар. мисәү I. страд, от мисәү I. ■ Туйға барыу өсөн һәр санаға өсәр ат мисәлде. Картотека фондынан.
МИСӘТ [рус. печать} (Р: печать; И.: real stamp; T.: mühür) и.
1. Баҫҡанда яҙыуы йәки тамғаһы ҡала торған махсус нәмә һәм шул нәмәнән төшкән яҙыу йәки тамға (документты дөрөҫләу, нығытыу өсөн ҡулланыла)', мөһөр. □ Печать. Табип мисәте. Хәстәхана мисәте. Ту-ңәрәк мисәт. Герблы мисәт. Мисәт һуғыу. ■ Ҡәләме лә алтынға мансылды, телефоны ялтыраны, яҙыр ҡағыҙында абруйлы мисәт хасил булды, ҡара кун креслоһына килгәндә инде, ул хужаһыныҡынан башҡа артты белмәй. Р. Вәлиев.
2. һөйл. Предметтың атамаһы күрһәтелгән һүрәтле ҡағыҙ; этикетка. □ Этикетка.
Сәй мисәте. Майканың мисәтен алып ташлау.
3. кусм. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаның һаҡланған эҙе. □ След (отпечаток какого-л. события). ■ Аҙым һайын, уҡый белһәң, ҡанлы көрәш, яуҙар мисәте. Р. Назаров. [Иван:] Ә һеҙҙең кемлекте әйтмәһәгеҙ ҙә беләм. Пуга-чёвсылар, тегенән, батша мисәттәре әйтеп тора. Б. Рафиҡов.
4. Нығытып, ябып бикләнгән ҡапҡас йәки тығын. □ Закупорка. Шешәнең мисәтен асыу. Дарыу ҡабының мисәтен асыу.
5. у март. Тулы кәрәҙ өҫтөнә бал ҡорто һылап ҡуйған йоҡа ғына балауыҙ ҡаты.
□ Восковой слой сотового мёда (запечатанный сверху). ■ Бал ҡорттары балдарын мисәт менән ҡаплай башлаған. Экспедиция материалдарынан.
МИСӘТ БАҪЫУ (мисәт баҫ-) (Р: ставить печать; И.: real stamp; T: mühürlemek) ҡ.
1. Теге йәки был рәсми ҡағыҙҙы иҫбатлап, ойошма мисәтен ҡуйыу; мисәтләү. □ Ставить печать. Документҡа мисәт баҫыу. Справкаға мисәт баҫыу. Йунәлтмәгә мисәт баҫыу.
2. кусм. Һүҙҙе ҡәтғи итеп әйтеү; кемдеңдер һүҙен дөрөҫләү; йөпләү. □ Подтверждать; соглашаться, одобрять, һәр әйткәнгә мисәт баҫып тороу. ■ [Шахныяз — Ҡәләмдиргә:] Нимәһе һин минең һуҙҙәргә мисәт баҫып тораһың? Ә. Мирзаһитов.
3. кусм. Ниндәйҙер хәлде нығытыу.
□ Наложить печать. Бала саҡ баҫҡан мисәт. ■ Мулла никах уҡып баҫа ине уға [ҡыҙға]мәңге ҡоллоҡ мисәтен. М. Ғафури.
МИСӘТЛЕ (Р: с печатью; И.: having a stamp; T: mühürlü) с.
1. Мисәт баҫылған. □ С печатью, удостоверенный печатью. Мисәтле ҡағыҙ. Мисәтле хат. Мисәтле документ. ■ Ырымбур хәрби губернаторы Перовскийҙан мисәтле хат та килеп төштө. 3. Ураҡсин. Үҙ ҡарамағындағы өс ҡыҙылармеец менән бергә аҙна эсендә йөҙләп баш арыу ғына менге туплап, хужаларына аҡса урынына мисәтле ҡағыҙ
309