Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 311 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИТҠАЛ
■ Усман Мәсәлимов XIX быуат аҙағында Дыуан-Табын олоҫо старшинаһы булып эшләгән. Олоҫ үҙәге Күлләр ауылында булып, Усман Һарт-Шишмәнән мисәүле ат егеп йөрөгән. «Ағиҙел», № 2, 2010. Табылдынан колхоз идараһы ағзаларын тейәп, Фәруҡша мисәүле аттар менән Баҡыйға юлға сыҡты. С. Ильясов. Күҫәк батыр үҙенекеләр менән Хохлов ғәскәренең ҡойроҡ яғына йомолдо, мисәүле аттар тартҡан туптар шунда ине. Н. Мусин.
МИСӘҮЛӘТЕҮ (мисәүләт-) ҡ. йөкм. ҡар. мисәүләү, понуд. от мисәүләү. ■ Үҙемдең ҡулдан килмәгәс, күрше ағайҙан аттарҙы мисәүләтеп сығып киттем. Экспедиция материалдарынан.
МИСӘҮЛӘҮ (мисәүлә-) (Р.: запрягать пристяжным; И.: harness an outrunner; T.: yedeklemek) ҡ.
Мисәүгә егеү; мисәү. □ Припрячь, запрягать пристяжным. Мисәүләп егеү. Am мисәүләү. ■ Алдан ике һыбайлы елә, улар артында өс ат мисәүләп егелгән ҙур көймәле карета сайҡала. Н. Мусин.
МИҪАЛ [ғәр. (Р.: пример; И.: example, instance; T.: misal) и.
1. Кемдер өсөн үрнәк, өлгө булырлыҡ эш йәки күренеш. □ Пример, образец. Батырлыҡҡа миҫал. Йомартлыҡҡа бер миҫал. Изгелек миҫалы. Татыулыҡтың сағыу миҫалы. • Эшлекле миҫалға ҡарар, эшлекһеҙ мыҫҡалға ҡарар. Мәҡәл.
2. Нимәгәлер тап килеп, һүҙҙе, фекерҙе асыҡларлыҡ йәки дөрөҫләрлек үрнәк. □ Пример, иллюстрация. Миҫалға алыу. Миҫал килтереү. Миҫал өсөн. ■ Әгәр яҙыусы үҙенең әҫәренә, ысынлап та, өлкән дуҫы хаҡындағы көләмәсте яйлаштырһа, был миҫал уның фольклорҙы, айырым әйткәндә, уның кесе жанрҙарын, төрлөсә һәм мотлаҡ ижади файҙаланыу оҫталығына тағы бер дәлил. «Ағиҙел», № 11, 2011. Түбәндәге таблицала хаҡтар 4 апрелгә ҡарата баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бирелгән. «Йәшлек», 6 апрель 2012.
3. Нимәлер менән сағыштырып оҡшатҡанда әйтелә. □ Как, наподобие, подобно.
■ [Әбей:] Етмеш ете йыл оҙонлоғондағы ғүмер ептәрен тағатып уйланһам, йәшәгәнмен икән ҡартым өсөн аҫыл биҙәк миҫалында. «Ағиҙел», № 3, 2012. Бармаҡтарың һинең — һары ҡамыш, аҡ көмөшкә миҫал тырнағың. Халыҡ йырынан.
4. мат. Математик ғәмәл, күнекмә. □ Пример, задача. Миҫалды эшләү. Үҙ аллы эш өсөн миҫалдар. М Зөһрә Миңлебаевна үҫмерҙәрҙең йәйге ялын һораштырып ултырҙы ла таҡтаға миҫалдар яҙа башланы. Р. Байбулатов.
МИҪАЛЛЫ (Р: с примером; И.: having examples; T.: misalli) с.
Миҫалы булған. □ С примером. Ябай миҫаллы. Дәреслек ҡатмарлы миҫаллы.
МИҪЛЕ [ғәр. J4 (Р: словно; И.: as if; T.: sanki) бәйл. иҫк. кит.
һымаҡ, шикелле; оҡшаш. □ Подобно, словно, похоже. ■ Борон заман башҡорттарҙың торған ере булған, тиҙәр, миҫле донъя йыһанылай. Д. Юлтый. Даръя миҫле туп-тулылыр ер йөҙө мәхлүк илә. Ғ. Соҡорой. Был донъяҡайҙарҙың ғүмере фани, миҫле ҡояш сығып байыуы. Халыҡ йырынан.
МИТИНГ [рус. < ингл. meeting ‘йыйылыш’] (Р: митинг; И.: meeting, rally; T.: miting) и.
Көн үҙәгендәге мөһим, күбеһенсә сәйәси мәсьәлә буйынса ойошторолған күмәк йыйылыш. □ Мнхтс.Тантаналььмитинг. Траур митингыһы. Митинг үткәреү. И Э юғары кластар дәррәү директорға, уның урынбаҫарҙарына ҡаршылар. Мәктәптә уларҙың йыйылыштары, митингылары үтә. М. Хафизов. Күпселек митинг буласаҡ майҙанға ағыла. Интернет селтәренән.
МИТҠАЛ [фарс. (Р: миткаль; И.: printed cotton; T.: pamuklu bez) и. туҡ.
Беше итеп һуғылған йоҡа ситса. □ Миткаль (плотный тонкий ситец). / Миткалевый. Аҡ митҡал. Күлдәклек митҡал. Митҡал күлдәк. Митҡал япма. ■ [Зәйнәп — ҡарт тураһында:] Тере сағында ни етте, шуны кейеп йөрөгәне еткән, үлгәс, исмаһам, аҡ митҡалға төрөнөп ятһын. И. Ғиззәтуллин.
311