МИТРА
МИТРА [рус. < авест. Miora ‘дуҫлыҡ, килешеү’] (Р.: митра; И.: Mitra; Т.: Mitra) и. миф.
(баш хәреф менән) Иран мифологияһында килешеү һәм яҡтылыҡ тәңреһе. □ Митра (бог дневного света, чистоты, покровитель мирных, доброжелательных отношений между людьми). Митраға табыныу. Митра хаҡындағы легенда.
МИТРОПОЛИТ [рус. < гр. metropolites] (Р: митрополит; И.: mitropolitan; T.: metropolit) и. дини.
Христиан дине руханийы. □ Митрополит (высшее звание православных и католических архиереев). Матрона сиркәүенең митрополиты. Митрополит менән әңгәмә.
МИТӘҺЕНЕҮ (митәһен-) (Р.: удовлетворяться; И.: content oneself (with)’, T.: memnun kalmak) ҡ. һөйл.
1. Иҫәпкә алырлыҡ һанап, нимәгәлер риза булыу; мөрхәтһенеү. □ Удовлетворяться. ■ [Баһау:] Ағайыма бер һыйырҙы бөгөндән етәкләтеп ҡайтарам. Уға ла митәһенмәһә, йылҡы нәҫеленән бер баш һайлап алһын. Ж. Кейекбаев.
2. Әҙәмгә һанау, һанға алыу; тиңһенеү. □ Уважать, почитать. Митәһенеп килеү. Бала-сағаны митәһенмәү. Ҡатын-ҡыҙҙы ми-тәһенмәй һөйләшә.
МИФ [рус. < гр. mythos ‘һүҙ’] (Р: миф; И.: myth; T.: mit) и.
1. Тәңреләр, батырҙар, эйәләр һәм ер-һыу, донъяның барлыҡҡа килеүе тураһындағы боронғо халыҡ хикәйәттәре. □ Миф. Боронғо грек мифтары. Прометей тураһындағы миф. Мифҡа ҡоролған. ■ Серле тәбиғәт донъяһын ацлатырға теләү кешеләр аңында төрлө мифтар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булған. М. Сәғитов.
2. күсм. Ысынға оҡшамаған, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмә; уйҙырма. □ Вымысел. Мифҡа ҡоролған. Яңы мифтар тыуҙырыусылар.
МИФИК (Р: мифический; И.: mythic(al); T.: mit) с.
1. Миф менән бәйле. □ Мифический. Мифик образ. Мифик сюжет. ■ Аждаһа
лар мифик заттар булыуы менән көнсығыш календарындағы башҡа хайуандарҙан айырылып тора. «Аҙна», 6 декабрь 2011. Мифик аттарҙан айырмалы рәүештә, Ҡара ат тигән ҡәрҙәше кеүек үк, Аласыбар ҙа бер ниндәй тылсымға эйә түгел, реалистик шарттарҙа, тәбиғи булмышында сығыш яһай һәм халыҡтың өмөтөн һәм ышанысын аҡларлыҡ кимәлдәге намыҫсан ат идеалы булып хәтерҙә ҡала. «Ағиҙел», № 11, 2011. Әҫәрҙә Урал батырға ярҙам иткән ыңғай мифик образдар ҙа бар. Улар — күк һәм ҡоштар батшаһы Самрау, уның ҡатындары Ҡояш менән Ай ҡыҙҙары — һомай менән Айһылыу. М. Сәғитов.
2. күсм. Ысынға тап килмәгән, дөрөҫкә оҡшамаған, уйҙырма. □ Вымышленный, неправдоподобный. Мифик көс. Мифик зат.
МИФОЛОГ [рус.] (Р: мифолог; И.: mythologist; T.: mitoloji uzmanı) и.
Мифология буйынса белгес. □ Мифолог (специалист по мифологии). Мифологтар симпозиумы. Мифологтар ҡарашы. Мифологтар өсөн йыйынтыҡ. Күренекле мифолог.
МИФОЛОГИК (Р: мифологический; И.: mythological; T.: mitoloji) с.
Мифологияға мөнәсәбәтле. □ Мифологический. Мифологик ҡараш. Мифологик уйҙырма. ■ «Аҡбуҙат», «Ҡара юрға», «Аҡһаҡ ҡола» кеүек эпостарыбыҙҙа ваҡиғалар мифологик ерлектә кәүҙәләндерелә. М. Сәғитов. Ул [Даль] башҡорт фольклорын ентекле өйрәнде, легендаларҙы, ауыҙ-тел ҡомартҡыларын, мифологик хикәйәләрҙе йыйҙы. Я. Хамматов.
МИФОЛОГИЯ [рус. < гр. mythos ‘риүәйәт’] (Р: мифология; И.: mythology; T.: mitoloji) и.
1. Мифтар (1) йыйылмаһы. □ Мифология (совокупность, собрание мифов). Я Башҡорт мифологияһында Татран — ҡолаҡ ауырыуы эйәһе. Ф. Хисамитдинова. Башҡорт мифологияһында аҡҡош изге ҡоштарҙан һанала. Башҡорт мифологияһынан.
2. Мифтарҙы өйрәнә торған фән. □ Мифология. Мифология нигеҙҙәре. ■ Романда ошо сюжет күләмле цитата (интертекст) рәүешендә бирелгән урын, хронологик яҡтан
312