МИХЫЛДАУ
ҡарағанда, халыҡтың аңы әле мифологик һәм мифологияға нигеҙләнгән фольклорға фекерләүҙән азат булмаған дәүергә тап килә. «Ағиҙел», № 11, 2011.
МИХНӘТ [ғәр. (Р.: страдание; И.: suffering; T.: mihnet) и.
Баштан кисерелгән ауырлыҡ; ғазап, яфа. □ Страдание, мучение. Һуғыш михнәте. Михнәт күреү. Михнәт сигеү. Я «һуғыш балалары» ла бөгөнгө көндә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды (1935—1945 йылдарҙа тыуғандар), сөнки күптәре күргән михнәттәрҙән һуң үлеп бөтөп баралар. «Ағиҙел», № 2,2010. • Һәр михнәттең бер рәхәте бар. Әйтем.
МИХНӘТ ЙОТОУ (михнәт йот-) ҡ. ҡар. михнәт кисереү. Михнәт йотоп йөрөү. Михнәт йотоп йәшәү.
МИХНӘТ КИЛТЕРЕҮ (михнәт килтер-) (Р.: причинять страдания; И.: torment; T.: mihnet çektirmek) ҡ.
Яфалау, интектереү. □ Мучить, причинять страдания. Оло быуынға, беҙҙең олатай-өләсәйҙәргә һуғыш бик күп михнәт килтерҙе.
МИХНӘТ КИСЕРЕҮ (михнәт кисер ) (Р: жить в страданиях; И.: be in torment; T.: mihnet çekmek) ҡ.
Ғазап сигеп, ыҙаланып йәшәү. □ Мучиться, жить в страданиях. Михнәт кисереп йәшәү. Михнәт кисереп ҡайтыу.
МИХНӘТ КҮРҺӘТЕҮ (михнәт күрһәт-) ҡ. ҡар. михнәт килтереү. Етемлек төрлө михнәттәр күрһәтте. ■ [Атаһы — Фаилға:] Әле ошо йәшеңдә, уҡырға төшмәҫ борон, беҙгә күпме ҡайғы килтерәһең, михнәт күрһәтәһең, үҫә төшкәс, һинән тағы нимә көтөргә? Р. Әхмәтов.
МИХНӘТЛЕ (Р: мучительный; И.: poignant, agonizing; T.: mihnetli) с.
Яфалы, ғазаплы, ауыр. □ Мучительный. Михнәтле тормош. Михнәтле яҙмыш. ■ Мөхәммәтша Буранғолов үҙенең бөтә михнәтле, ләкин емешле тормошо буйынса йөрәгендә туған халҡының аманатын һаҡланы — быуындарҙың күсәгилешлелек ебен юғалтмаҫҡа, туған телде һаҡларға,
милли дәрәжәне төшөрмәҫкә, хәҡиҡәткә тоғро булырға өйрәтте. X. Ғиләжев.
МИХНӘТЛӘНЕҮ (михнәтлән-) (Р: страдать; И.: suffer; T.: mihnet çekmek) ҡ.
Ауырлыҡ, ғазап кисереү; яфаланыу. □ Страдать, мучиться, испытывать страдания. Михнәтләнеп йәшәү.
МИХНӘТ СИГЕҮ (михнәт сик-) ҡ. ҡар. михнәт кисереү. Михнәт сигеп йөрөү. М Заводта эшләгән кешеләр аслы-туҡлы йәшәп, михнәт сиккәндәр, утыҙ-ҡырҡ йәштә хәлдән тайып, ҡартайып, ҡара гүргә ингәндәр. Ә. Байрамов.
МИХРАП (михрабы) [ғәр. (Р:
михраб; И.: mihrab; T.: mihrap) и. дини.
1. Мәсеттә мулла намаҙ уҡый торған махсус урын. □ Михраб (ниша во внутренней стене мечети, указывающая направление к Мекке). ■ Был мәсеттә [пәйғәмбәребеҙ мәсетендә] тәүҙә ҡибланы күрһәтеп торған михрабы ла булмай. Һижри иҫәп менән 89— 91 йылдарҙа ғына өмәүиҙәр хәлифәһе Вәлид ибн Гәбделмалик мәсеткә михрап эшләтә. Башҡортса дини календарҙан.
2. күсм. Изге урын. □ Святое место. Атайым ҡорған нигеҙ, күпме йылдар үтһә лә, беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә «михрап». Михрап булып ҡалды тәүге тәпәй баҫҡан тыуған тупрағым.
♦ Күңел {йәки күкрәк) михрабы күңел түре. □ Михраб души. Уйламағанса, күңелем михрабын яуланы. Сихри һүҙҙәрең күңел михрабымда ғына һаҡлана. Н Йәшерен мөхәббәттәр, изге уйҙар күңелем михрабына тулдылар. X. Ғәбитов. Күкрәгемдең михрабында ултыра шәфҡәт яндырып, нурлы шәфҡәттән яралған бер мәләктән саф ҡатын. Ш. Бабич.
МИХЫЛДАУ (михылда-) (Р: говорить некрасивым, тихим голосом; И.: speak in а low impolite voice; snuggle up; T.: çirkin bir ses ile konuşmak) ҡ. диал.
1. Йәмһеҙ, шым тауыш менән һөйләшеү. □ Говорить некрасивым, тихим голосом. К Нәҫел-нәсәп эҙләү ошоноң менән тамам тигәндә, Вәлетдин михылданы. М. Кәрим.
313