МИҺЕР
2. Иркәләнеү, боршаңлау. □ Ластиться. Михылдап күңелде арбау. Йүнһеҙлегенә барып, ир-ат ҡаршыһына сығып михылдай.
МИҺЕР [фарс. j^] (Р.: доброта; И.: kindness, goodness; T.: mihir) и. иҫк.
1. Яҡшы мөнәсәбәт, кешегә эшләнгән изгелек; шәфҡәт. □ Доброта. Миһер ҡылыу. Миһер итеү.
2. Кешегә булған йылы тойғо; дуҫлыҡ.
□ Доброжелательность. Миһер тойғоһо. Таныш-тоношҡа ҡарата миһер күрһәтеү. Миһер йөҙөнән рәхмәт әйтеү.
3. күсм. Йылылыҡ сығанағы; ҡояш.
□ Солнце, источник теплоты. Миһер нуры. Үҙ миһерең. Күңелем миһере.
МИҺЛӘТ [ғәр.
Бер нәмәне кисектерергә бирелгән рөхсәт. □ Отсрочка. Миһләт алыу. Миһләт һорау. Я [Егет:] Миңә өс көнгә миһләт бирегеҙ, ҡыҙҙы өс көн эсендә табырмын. Әкиәттән. • Әмәлен тапҡан Лоҡманға әжәле мең йылға миһләт биргән. Әйтем.
МИҺМАН [фарс. и W»] (Р: гость; И.: visitor, guest; T.: mihman) и. иҫк.
1. Саҡырылып йә саҡырылмай килгән кеше; ҡунаҡ. □ Гость. Миһман булыу. Көткән миһман. Я [Хөсәйенов — Мусаға:] Йомошобоҙҙо ҡуҙғатмай тороғоҙ, мин һеҙгә үҙемдең яҡын кешем һәм миһманым тип ҡарайым. С. Агиш. Миһман булып килеп мин, хайран булып йөрөп мин, нурың төштә күреп мин, рәхим әйтһәң кәрәкте. «Әл-ҡисса Буҙйегет».
2. Ҡунаҡ ҡабул итеүсе кеше. □ Церемониймейстер. Я Карши ҡалаһында мине батшаның Петербургтан ебәрелгән юғары дәрәжәле чиновнигы тип уйлап, сит ил эштәре вәзирлегенең «Илсехана» йортона урынлаштырҙылар, бик ҙур ихтирам һәм иғтибар күрһәттеләр, яныма бер миһман да тәғәйенләнеләр. Ә.-З. Вәлиди.
МИҺЫРБАН [фарс. (Р: милосердие; И.: mercy, charity; T.: mihriban) и. иҫк.
Шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, кешелеклелек; рәхим-шәфҡәт. □ Сострадание, жалость, милосердие. Я Ғәзиз халҡым, тот
ураҙа, ғәзиз халҡым, сал ҡорбан. Йөрәгеңдә иман артһын, күңелеңдә — миһырбан. «Киске Өфө», № 52, 2011. • Мөһөрлө кешелә миһырбан юҡ. Әйтем.
♦ Миһырбан эйәһе йомшаҡ күңелле, шәфҡәтле кеше. □ Добродетельный человек. Үҙе бер миһырбан эйәһе. Миһырбан эйәһе булыу.
МИҺЫРБАНЛЫ (Р: милосердный; И.: compassionate; T.: mihribanlı) с.
1. Йәлләй белә торған йомшаҡ күңелле; мәрхәмәтле; бауырмал. □ Милосердный, сострадательный, жалостливый. Миһырбанлы кеше. Миһырбанлы булыу. Я Шундай саҡта, исмаһам, һин, яҙмыш, миһырбанлы бер фәрештә булып, йәндәремә дауа табып ҡара! А. Игебаев.
2. Йылы, йомшаҡ мөнәсәбәтле; яғымлы. □ Добрый, мягкий, великодушный. ■ Шаршамбыла донъяға килгәндәр — мөхәббәттә бик түҙемле һәм кеше хәленә инеүсән миһырбанлы йәндәр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4,2010.
МИҺЫРБАНЛЫҠ (миһырбанлығы) (Р: добросердечность; И.: kind-heartedness; T.: mihribanhhk) и.
Яҡшы, йомшаҡ күңеллелек; шәфҡәт-лек. □ Добросердечность, доброта, милосердие. Миһырбанлыҡ итеү. Миһырбанлыҡ күрһәтеү. ■ Мөфтөйҙөң йәйенке һарғылт йөҙө миһырбанлыҡ менән яҡтырҙы. Я. Хамматов. Прокурорҙың күҙе ҡоторған эттеке кеүек, йөҙөндә миһырбанлыҡтың әҫәре лә юҡ. Н. Мусин. • Күҙгә күҙ төшөр, күңелгә миһырбанлыҡ төшөр. Әйтем.
МИҺЫРБАНҺЫҘ (Р: бессердечный; И.: heartless, hard-hearted, callous; T: mihribansız) c.
Аяуҙы белмәгән ҡаты бәғерле; рәхимһеҙ. □ Жестокий, бессердечный. Миһырбанһыҙ кеше. Я Өҫтәүенә, миһырбанһыҙ ҡатын балаларҙы аталарына ҡаршы ҡоторта. «Башҡортостан», 6 апрель 2012. Ныҡыш, миһырбанһыҙ әҙәм инде Килмәтов. Ә. Хәкимов.
МИҺЫРБАНҺЫҘЛЫҠ (миһырбанһыҙлығы) (Р: бессердечность; И.: heartlessness, callousness; T.: mihribansızlık) и.
314