Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 315 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИШӘР
Ҡаты бәғерлек; рәхимһеҙлек. □ Бессердечность, жестокость. Миһырбанһыҙлыҡ курһәтеу. Миһырбанһыҙлығы менән даны сыҡҡан. • Миһырбанлыҡ — йөрәктән, миһырбанһыҙлыҡ — беләктән. Әйтем.
МИҺЫРБАНЫ КИЛЕҮ (миһырбаны кил-) (Р.: смилостивиться; И.: have mercy; T.: iyiliği dokunmak) ҡ.
Күңеле йомшарыу, шәфҡәтлегә әйләнеү. □ Смилостивиться. Миһырбаны килеп ризалығын бирҙе. Бергә уткәргән ауырлыҡтарҙы иҫләп миһырбаны килде.
МИЧМАН [рус. < ингл. midshipman] (Р.: мичман; И.: midshipman; T.: deniz asteğmeni) и. хәрби.
1. 1940—1971 йылдарҙа Рәсәй хәрби диңгеҙ флотында старшиналар составындағы юғары дәрәжә һәм шул хәрби дәрәжәне йөрөткән кеше. □ Мичман. / Мичманский. Мичман дәрәжәһе. ■ Ишмырҙа хеҙмәт иткән крейсерҙа бик йор һуҙле, өлкән ук йәштәге мичман бар ине. Н. Мусин. Тәуҙә Зәйни йугереп сыҡты, унан мичман Мансур куренде. Р. Ғабдрахманов.
2. 1972 йылдың ғинуарынан башлап Рәсәй хәрби диңгеҙ флотында үҙ теләге менән сроктан тыш хеҙмәт итеүселәргә бирелгән хәрби дәрәжә һәм шул дәрәжәне йөрөткән кеше. □ Мичман. Мичман булып ҡалыу. Мичмандар өсөн талаптар.
3. тар. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә: флот офицерҙарының түбәнге дәрәжәһе һәм шул дәрәжәне йөрөткән кеше. □ Мичман. Мичмандарҙан торған состав.
МИШЕНЬ [рус. < ғәр. û^] (Р: мишень; И.: target; shooting mark; T.: nişan) и. ҡар. сәп.
1. Төҙәп атыу өсөн яһап ҡуйылған махсус нәмә, предмет. □ Мишень. / Мишенный. Туңәрәк мишень. Мишенгә атыу. Мишендең уҙәге. Мишень сите. ■ Һәр кем, уҙ мишене тураһына барып, пуля тишектәрен ҡарай. Н. Ҡәрипов. Бер ҡыҙылармеец таҡтаға шундай уҡ бәләкәй мишень йәбештерҙе. Ә. Вәли.
2. Ата торған объект. □ Мишень (объект для стрельбы). Мишень урынына файҙаланыу. Мишень ролен утәусе ағас. ■ Приказда ҡеуәтле совет танкыларының һуғыш ҡырында дөрөҫ файҙаланылмауы, атакаға
тубәнге тиҙлектә барыу һөҙөмтәһендә танк дошман өсөн ҡеуәтле ҡорал булыуҙан да бигерәк оло мишенгә әйләнеуе тураһында әйтелгәйне. Ғ. Аллаяров.
3. кусм. Көлөү, тәнҡитләү, мыҫҡыллау объекты (кеше йәки предмет). □ Мишень (объект насмешки).
МИШКӘТ и. диал. ҡар. мускат. Мишкәт сәтләуеге. Мишкәт сәтләуеге ҡушып әҙерләнгән десерт.
МИШУРА [рус. < ғәр. jj>] (Р: мишура; И.: tinsel; T: incik boncuk) и.
Көмөш, алтын һ. б. нәмә ҡушып яһалған тимер таҫма, еп һәм һәр төрлө ялтырауыҡ. □ Мишура. Яңы йыл мишуралары һатып алыу. Мишура менән биҙәу. ■ Мишура менән әҙепләп, суҡлы янсыҡ сигелгән; нағыш менән биҙәлеп, суҡлы билбау тегелгән. Халыҡ ижадынан.
МИШӘ (Р: молодые заросли хвойных деревьев; И.: young pine growth; T: çamlık) и. бот. диал.
Йәш ҡарағай үҫентеләре; бешә. □ Молодые заросли сосны, ели или лиственницы. Мишә ултыртыу. Мишә уҫентеләре. Мишә араһы — уткеһеҙ һаҙ.
МИШӘ Л ЕК (мишәлеге) (Р: молодой сосняк; И.: young pinewood; T: çamlık) и. диал.
1. Мишә үҫкән урын, ваҡ ҡарағайлыҡ; бешәлек. □ Молодой сосняк, ельник. Мишәлек аша һуҡмаҡ утә.
2. диал. Бик ҡуйы урман; бешәлек. □ Дремучий лес. Мишәлеккә барыу. Мишә-лектән бәшмәк йыйыу. Мишәлек һаҙмыт ерҙә урынлашҡан.
МИШӘН (Р: название пришлых татар; И.: Tatar newcomers’ name; T: gelen Tatar’lara verilen ad) и. диал.
Башҡорттарҙан ер һорап килгән татар халҡы төркөмөнөң атамаһы; килмешәк. □ Название пришлых татар. Мишән булыу. Мишәндәр менән аралашып йәшәу. ■ Мишәндәр башҡорттар араһына төркөм-төркөм инеп ултырған. Экспедиция материалдарынан.
МИШӘР I (Р: мишарь; И.: Mishar; Т: Mişerler) и. этн.
315