Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 316 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИШӘР
Башҡортостанда һәм Татарстанда күпләп йәшәгән этник төркөм һәм шул төркөмдөң бер вәкиле (татар теленең көнбайыш диалектында һөйләшә). □ Мишарь. / Мишарский. Мишәр ауылы. Мишәр вәкиле. ■ Бәрән бер олатайыбыҙ мишәр милләтле ҡыҙҙы кәләш итеп ауылға алып ҡайтҡан. «Йәшлек», 6 апрель 2012. Мишәрҙәр ҙә, рустар кеуек, йәшелсә уҫтерҙе, баҡсаларын кәртәләп тотто. Ә.-З. Вәлиди. Тарихи мәғлумәттәргә ҡарағанда, Батырша исеме — башҡорт старшинаһы Яныш ерендә һыйынып йәшәусе мишәр муллаһы Абдулла Алиевтең ҡушаматы. «Киске Өфө», № 14,
2011.
МИШӘР II (Р: родовые подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Башҡорттарҙың бөрйән, юрматы, сәңкем-ҡыпсаҡ, әйле ырыуҙарына ҡараған аймаҡтары. □ Названия родовых подразделений башкир родов бурзян, сенкем-кып-чак, айли, юрматы. Мишәр араһы. Мишәрҙәр нәҫеле. Мишәр аймағы. Мишәр утары. Мишәр тубәһе.
МИШӘРСӘ (Р.: по-мишарски; И.: in Mishar; T.: Mişer dilinde) р.
1. Мишәр телендә. □ По-мишарски. Мишәрсә һөйләшеу. Мишәрсә йырлау. Мишәрсә аралашыу. М Кәзә һаҡал вата-емерә мишәрсә һөйләшә ине. Б. Рафиҡов. Бер йоро мишәрсә таҡмаҡлай башланы. Ғ. Хөсәйенов.
2. Мишәрҙәргә оҡшаш, хас. □ По-мишарски. Мишәрсә кейенеу. Мишәрсә йола атҡарыу.
МИШӘР-ЮРМАТЫ (Р: родовое название юрматинцев; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Башҡорт ырыуы атамаһы. □ Мишар-юр-маты (название башкирского рода). Мишәр-юрматылар көньяҡ-көнсығыш башҡорт -тарына инә. Мишәр-юрматы ырыу аралары. Мишәр-юрматылар ере.
МИШӘҮ (Р: сумка из лыка; И.: bast bag; T.: bir tür çanta) и.
Ҡурыздан үреп яһалған артмаҡ. □ Сумка из лыка. Бер мишәу бәшмәк. Мишәу тулы балыҡ. Мишәугә улән сәйе йыйыу.
МИЯУ (Р: мяу; И.: miaou; T.: miyav) оҡш. ҡар. мыяу.
Бесәй балаһы сығарған тауыш. □ Звукоподражание мяуканью: мяу. ■ Урғала-дурғала, бесәй йөрөй йылғала. Мияу, мияу, һин тороп тор, ул уяу! Халыҡ ижадынан.
МИЯУЛАУ (мияула-) (Р: мяукать; И.: mew; T.: miyavlamak) ҡ. диал.
Бесәйҙең йә бесәй балаһының нәҙек кенә итеп мыйылдауы; мыяулау. □ Мяукать. // Мяуканье. Инәһен эҙләп, бесәй балаһы мияу-лай. Мияулап йөрөмә!
МОБАХ и. диал. ҡар. миҙә. ■ Белеп йырлаһаң йырҙы — мобах, ти, белмәйенсә йырлаһаң — гөнаһ, ти. Экспедиция материалдарынан.
МОБИЛИЗАЦИОН (Р: мобилизационный; И.: mobilization; Т.: mobilize) с.
Мобилизацияға мөнәсәбәтле. □ Мобилизационный. Мобилизацион пункт. Мобилизацион әҙерлек.
МОБИЛИЗАЦИЯ [рус. < фр. mobili sation < лат. mobilis] (Р: мобилизация; И.: mobilization; Т.: mobilize) и.
1. Һуғыш башланыу сәбәпле ғәскәри йәштәге күмәк халыҡтың бер юлы хәрби хеҙмәткә алыныуы. □ Мобилизация. / Мобилизационный. Мобилизация иғлан итеу. Мобилизация уткәреу. ■ Дөйөм мобилизация буйынса 1942 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр Башҡортостандың ҡала һәм район хәрби комиссариаттары яу ҡырына 231993 кешене оҙата. «Ағиҙел», № 5,2008. Башҡорттарҙы мобилизациялау мобилизация уткәреуҙең дөйөм планына инә. Ғ. Хисамов.
2. Берәй ҙур эште башҡарыу өсөн күмәк халыҡтың ылыҡтырылыуы. □ Мобилизация. Мобилизация буйынса эшкә китеу. Мобилизация барышы. Мобилизация планы.
3. Ҡораллы көстәрҙең һәм халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарының хәрби хәлгә күсерелеүе. □ Мобилизация (воени-зирование всех отраслей народного хозяйства). ■ Ышаныслыраҡ булһын өсөн «хәрби министрлыҡ» икенсе, өсөнсө һәм бишенсе Үҫәргән олоҫтарында хәрби мобилизация ла иғлан итә. «Ағиҙел», № 3, 2012.
316