МОГАР
4. кусм. Берәй ҙур эште башҡарыу өсөн ниҙең дә булһа әҙерлек хәленә ҡуйы-лыуы. □ Мобилизация (состояние готовности перед выполнением большой работы), һәр эштә лә башта мобилизация кәрәк. Мобилизацияға әҙерлек хаҡындағы бойороҡ.
МОБИЛИЗАЦИЯЛАНЫУ (мобилизациялан-) ҡ. төш. ҡар. мобилизациялау. страд, от мобилизациялау. Яуға мобилизацияланыу. ■ Башта атайым һәм ике ағайым һуғышҡа мобилизацияланғайны, һу-цынан сират мицә етте. Экспедиция материалдарынан. Башҡортостандың ике йөҙ илле меңдән ашыу ир-егете һуғыш башланғас та мобилизацияланды. Я. Хамматов.
МОБИЛИЗАЦИЯЛАНЫУСЫ (Р.: чело век, призванный в армию по мобилизации; И.: mobilized person; T.: seferber) и.
Хәрби хеҙмәткә алыныусы (мобилизация башланғас). □ Человек, призванный в армию по мобилизации. / Мобилизованный. Мобилизацияланыусылар араһында булыу. Мобилизацияланыусыларға вагондарға менеп ултырырға бойорҙолар. ■ Урам мобилизацияланыусылар һәм уларҙы оҙатыусы кешеләр менән шығырым тулы. Я. Хамматов.
МОБИЛИЗАЦИЯЛАУ (мобилизацияла-) (Р.: мобилизовать; И.: mobilize; T.: silâh altına almak) ҡ.
1. Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алыу. □ Мобилизовать (на военную службу). // Мобилизация. ■ Ул [Имаметдин Бәхтизин], Өфө, Бөрө һәм Бәләбәй өйәҙҙәренә барып, халыҡты Ҡыҙыл Армия сафтарына мобилизациялап йөрөнө. В. Исхаҡов. 17 февралдә Ырымбур ҡалаһынан Баймаҡ Советына «башҡорттарҙы мобилизациялауҙы тыйған» 5-се бойороҡ килеп төшә. «Ағиҙел», № 3,2012.
2. Мобилизация (2) буйынса эшкә алыу. □ Мобилизовать на работу. // Мобилизация. Эшкә мобилизациялау. Мобилизация буйынса урман ҡырҡырға йәлеп ителеу. ■ Халыҡты урман эшенә мобилизацияланылар. Н. Мусин.
3. Ҡораллы көстәрҙе һәм халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарын хәрби әҙерлек хәленә күсереү. □ Мобилизиро-
вать (приводить в состояние военной готовности).// Мобилизация. Хужалыҡты мобилизациялау.
4. кусм. Нимәнелер ҙур бер эш башҡарыу өсөн әҙерлек хәленә ҡуйыу, туплау. □ Мобилизовать. // Мобилизация (сплочённая готовность к работе). Көстө мобилизациялау. Коллективты мобилизациялау. Эшсе көстәрҙе мобилизациялау.
МОБИЛЬ (Р: мобильный; И.: mobile; Т.: hareketli) с.
1. Бик етеҙ бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөүсе. □ Мобильный (способный быстро передвигаться, перемещаться и быстро выполнять какие-л. задания). Мобиль ғәскәр. Мобиль транспорт. ■ РФ Президентының мобиль йәмәғәт ҡабул итеу булмәһенең эш төркөмө республикала 27 августан эшләй. «Киске Өфө», № 35, 2012.
2. Теге йәки был эште бик тиҙ башҡарыусы. □ Мобильный (способный быстро ориентироваться в обстановке, находить нужные формы деятельности). Мобиль коллектив. Етәксе мобиль булырға тейеш.
3. Бәйләнеш булдырыу йә элемтә өсөн тәғәйенләнгән; кәрәҙле. □ Мобильный, сотовый. Мобиль телефон. Мобиль бәйләнеш аша. ■ Мобиль элемтә хәлде, йәшәуҙе тамырынан уҙгәртте. «Киске Өфө», № 38,
2012.
МОБТАЛА и. диал. ҡар. момтала. М Үҙәндәй һыуҙың, ай, туғайы, һыҙғырһаң да, сыҡмай турғайы. Бер мобталаға ҡалыр булһаң, һис табылмай уның уңайы. Халыҡ йырынан.
МОГАЗИ и. диал. ҡар. магазин. Мога-зи алды. Могази кутәрмәһе. Могазиға он килтергәндәр.
МОГАЗЫЙ и. диал. ҡар. магазин. Мога-зыйға барыу. Могазыйға икмәк килгән. Мога-зый келәте.
МОГАР [рус.] (Р: могар; И.: mohar; Т.: acıdan) и. бот.
Мал аҙығы өсөн үҫтерелә торған бер йыллыҡ ҡыяҡлы үлән; мажар тарыһы. □ Могар (лат. Moharicum). Могар орлоғо. Могар сәсеу. ■ Могар уҙенең туҡландырыу
317